

Артур күп балалы ғаиләлә үҫкән, улар биш бала тәрбиәләнгән, шуға күрә „көслө тыл“ төшөнсәһе уның өсөн буш һүҙ түгел. Ул үҙе лә өс бала атаһы. Ҡатыны Диана менән ике ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.
Махсус хәрби операцияға тиклем Артур Гәрәев вахта ысулы менән машинист-дизелист булып эшләгән. Ағаһы өлгөһөндә ике һеңлеһе махсус хәрби операция зонаһына йүнәлгән. Лилиана 2023 йылдан медицина хеҙмәткәре булып хеҙмәт итә, Илнара 2024 йылдан - элемтәсе.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда Рәсәй Оборона министрлығының Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә контракт буйынса хеҙмәт итеү өсөн саҡырыу дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән башбат.рф сайтында танышырға мөмкин.
Материал, фото "Ағиҙел" журналынан.