

Башҡортостан бер юлы алты спорт төрө буйынса ярыштарҙы ҡабул итә. Миҙал өсөн көрәшкә тәүгеләрҙән булып триатлонсылар һәм велосипед спорты (шоссе) вәкилдәре инде.
Триатлон буйынса ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы спорт министры урынбаҫары Артем Александрович Новиков сәләмләне:
"Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы спорт министры Руслан Таһир улы Хәбибов һәм бөтә спорт йәмәғәтселеге исеменән сәләмләүемә шатмын. Рәсәй халыҡтары Спартакиадаһында ҡатнашыу һәр берегеҙ өсөн мөһим ҡаҙаныш булһын, тип теләйем. Сөнки спортта төп еңеү — ул тәү сиратта үҙ-үҙеңде еңеүең. Был ярыштар беҙгә яңы сағыу рекордтар бүләк итер, яңы исемдәр асыр һәм спортсылар өсөн ҙур халыҡ-ара старттарҙа Рәсәй намыҫы өсөн сығыш яһау юлында сираттағы аҙым булыр, тип ышанам. Рәсәй триатлон Федерацияһына, Ксения Сергеевна Шойгуға, бөтә ойоштороусылар командаһына һәм судьялар корпусына ярыштарҙы юғары кимәлдә әҙерләгәне өсөн айырым рәхмәт һүҙҙәре. Барығыҙға ла намыҫлы көрәш, сағыу хистәр теләйем, һәм иң көслөһө еңһен!»
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында олимпия дистанцияһында триатлон буйынса ярыштарҙа Мәскәү вәкиле Диана Исакова еңеү яуланы. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: дүрт йыл элек үткән Спартакиадала ул спортсы Валентина Рясованан ҡалышып, көмөш призер булғайны. Быйыл ул пьедесталдың юғары баҫҡысына күтәрелде.
Ир-егеттәр араһында алтын миҙалға Михаил Бастраков лайыҡ булды. Көмөш призер - Денис Колобродов, бронза награданы Павел Сорокин яуланы.
Фиништан Һуң Диана Исакова ярыштарҙы ойоштороуҙы һәм трассалағы атмосфераны юғары баһаланы:
"Дүрт йыл элек мин икенсе урын алдым, ә быйыл, планлаштырылғанса, алға сыҡтым. Үҙемдең темпта йөҙҙөм, ҡыҙғанысҡа ҡаршымы, әллә бәхеткә күрәме, төркөмдән айырылып, бер үҙемә 40 км юлды үтергә тура килде. Һауа торошоноң һәм күл шәп булды. Һәм көйәрмәндәр ярҙам итте, бөтә ерҙә лә: "Әйҙә, әйҙә, артта ҡалма!” – тип ҡеүәтләнеләр», — тип уртаҡлашты спортсы.
Велосипед спорты (шоссе) буйынса ярыштарҙа ла көрәш көсөргәнешле булды. Спортсылар айырым старт менән шәхси уҙышта миҙалдар өсөн уйнай, унда тиҙлек, сыҙамлыҡ һәм дистанцияла көстәрҙе дөрөҫ бүлеү мөһим.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Санкт-Петербург вәкиле Анастасия Семенова еңеүсе булды. Көмөш миҙалға Тамара Дронова (Мәскәү), бронза Миҙалға Дарья Фомина (Һамар өлкәһе) лайыҡ булды.
Ир-егеттәр араһында Савва Новиков (Мәскәү) еңеү яуланы. Икенсе урынды Кирилл Миллер (Һамар өлкәһе) алһа, өсөнсө урынға иһә Виктор Бугаенко (Санкт-Петербург) сыҡты.
Анастасия Семенова Мин еңеүгә бик шатмын, сөнки был минең өсөн һәр ваҡыт көтөлмәгән хәл. Трасса таулы һәм бик ҡыҙыҡлы булды, тип билдәләне.
Беренсе ярыштар көнө Башҡортостанда Рәсәй халыҡтары спартакиадаһын ойоштороуҙың юғары кимәлен һәм көйәрмәндәрҙең турнирға ҙур ҡыҙыҡһыныуын раҫланы. Алда ҡатнашыусыларҙы фехтование, асыҡ һыуҙа йөҙөү, ишкәкле слалом һәм спорт көрәше буйынса ярыштар көтә, улар шулай уҡ республиканың спорт объекттарында үтәсәк.
Фото Илшат Әхмәтов