+30 °С
Болотло

Тәҙрә тюлдәре аҡ булһын өсөн – зеленка

Тәҙрәләге тюлдәр ваҡыт үтеү менән һарғая, йә һоро төҫкә инә. Уларҙы ағартыу юлы бар.

Тәҙрә тюлдәре аҡ булһын өсөн – зеленкаТәҙрә тюлдәре аҡ булһын өсөн – зеленка
Тәҙрә тюлдәре аҡ булһын өсөн – зеленка

Башта ҡорғандарҙы сисеп алып, туҙандарын ҡағабыҙ. Йылы һыуға кер порошогы һалып, төнгөлөккә ебетергә ҡалдырабыҙ. Иртән тюлдәрҙе ҡул менән тансҡап, һығып алабыҙ, бысраҡ һыуҙы түгәбеҙ. Эҫерәк һыуға кер порошогы һалып, тюлдәрҙе ҡул менән йыуабыҙ һәм сайҡатып алабыҙ. Һуңынан тасҡа биш аш ҡалағы тоҙ, эҫе һыу һалып, яҡшылап болғатабыҙ, һуңынан өс-дүрт тамсы зеленка һалып, һыу өҫтәйбеҙ, ул йылы булырға тейеш, аҙаҡ яҡшылап болғайбыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашмаға тюлде батырып, ике- өс минут тотабыҙ. Һуңынан һығып алып, һалҡын һыуҙа сайҡатып алабыҙ. Тюлдәрегеҙ ағарып ҡалыр.

Автор:
Читайте нас