

Ҡатын-ҡыҙҙар ѳсѳн комплимент - үҙең тураһында тағы бер тапҡыр матур, маҡтаулы һүҙ ишетеү. Ә ирҙәр ѳсѳн иһә ниндәйҙер эшкә тотоноуға һылтау ғына. Ваҡытында һәм дѳрѳҫ әйтелгән комплимент меҫкен генә ирҙе лә Терминаторға, баҙнатһыҙҙы –Дон-Жуанға әйләндереп, ғүмерлеккә бер генә итәккә бәйләп ҡуя ала. Беҙ кѳслѳ тип һанарға күнекән ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙың маҡтап, хуплап, һоҡланыуҙарынан башҡа кѳсһѳҙ булып ҡала. Шуға ла уларҙы ваҡыты-ваҡыты менән комплиментар менән шаштырып алыу кәрәк. Кемдеңдер яҡшы сифаттарын саҡ ҡына аштырып маҡтауҙан бер кемгә лә зыян булмаясаҡ. Бүре лә туҡ, һарыҡтар ҙа иҫән.
Урынлы әйтелгән комплимент үҙе бер фән. Мәҫәлән, һеҙҙең ирегеҙ, ѳй эсендә ярҙамлашмай, ти. Һеҙҙең: «Ну ниңә һин шулай туң мейе ул, ә? Йѳҙ тапҡыр туҡымайынса, бер нәмә эшләймәйһең», - тип асыуланыуығыҙ урынына: «Эй-йй, йѳрәккәйем, һин шундай аҡыллы бит ул. Был эш һинең ѳсѳн сүп кенә бит, хатта ҡулдарың быға килешеп тора», - тип әйтеү эште тѳбѳнән үҙгәртәсәк. Айырмаһын самалап ҡарағыҙ әле.
Комплимент әйткәндә тауышты дѳрѳҫ һайлау ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Иронияға бында бѳтѳнләй урын юҡ. Тик нилектәндер ҡатын-ҡыҙ, күп осраҡта маҡтау һүҙен мыҫҡыллау ноталары менән әйтә, мәҫәлән, эй, йѳрәккәйем, мин һине сүкеш менән шулай яҡшы эшләй алырһың тип уйламаған да инем. Бармаҡтарың да иҫән, стенаны ла ярманың. Кемгә бындай мыҫҡыллы маҡтау оҡшар ине икән?
Ирҙәргә комплимент эшләгәндә ҡатын- ҡыҙҙар тағы бер хата эшләй: урынлы-урынһыҙ маҡтау. Күрәһең, был осраҡта улар бутҡаны май боҙмай, йә ирҙәр ѳсѳн иң яҡшы биҙәүес – «ҡолағындағы һалмалар», тип уйлай.
Ирҙәр комплиментты яҡшы ҡабул итһен ѳсѳн, уның холҡондағы ҡайһы бер сифаттарҙы, уның ѳсѳн ошо сифаттарҙың ҡайһыһын маҡтау мѳһим икәнен белеү мотлаҡ. Уларҙың бары тик ирҙәргә генә хас сифатына комплимент эшләү уңышлы буласаҡ. Быны икенсе тѳрлѳ һүҙһеҙ генә белдерергә лә була. Мәҫәлән, айырым бер серлелек менән йылмайыу, уңайлы ваҡытта уның беләктәренә, ҡулына ҡағылып алыу.
Э.Мѳхәмәҙиева әҙерләне.