

Әллә ни аҡыллы темаға хәбәр башлама. Шулай уҡ, тәүге йѳрѳгән ҡыҙығыҙың йә ҡатынығыҙҙың ни тиклем фәрештә, йә йыртҡыс крокодил булыуы хаҡында ла ауыҙ асма, сѳнки был теманың кѳтѳлмәгән боролош алыуы бар.
Этегеҙ йә кѳн дә тәпешкәләрегеҙҙе сәйнәп ыҙалатҡан бесәйегеҙ бармы? Булһа, бик шәп, уларҙың файҙаһын күрергә лә ваҡыт. Ҡыҙҙарҙың күбеһе йорт хайуандары яратҡан егеттәрҙе ѳҫтѳнѳрәк күрә. Егеттәрҙең улар тураһында ҡыҙыҡлы хәлдәр һѳйләүен оҡшата.
Һүҙ ыңғайында ғына үҙеңдең ниндәйҙер музыка ҡоралында яҡшы уйнауыңды әйтеп үтергә онотма. Хәйләләшкән осраҡта ла ҡурҡмағыҙ, сѳнки шунда уҡ быны тикшереп ҡарарға форсат булмаясаҡ. Әгәр ҙә мѳнәсәбәттәрегеҙ оҙайлы булып, был һәләтегеҙҙе күрһәтеүҙе һорайҙар икән, бер ҙә аптырарға кәрәкмәй. Һиңә нығыраҡ оҡшау ѳсѳн алдаштым, тип дѳрѳҫѳн әйт. Бындай ныҡыштар ҡыҙҙарға тағы ла нығыраҡ оҡшай әле ул.
Әгәр ҙә һѳйгәнегеҙҙең зауыҡлы кейенеүен маҡтарға уйлаһағыҙ, үтә ныҡ асыҡ декольте, һығып торған джинсы йә булмаһа бигерәк ҡыҫҡа юбканы түгел, ә туфлиҙарға йә ҡолаҡтағы алҡаға комплимент эшләһәгеҙ оторһоғоҙ. Быны һеҙҙең әҙәп ѳсѳн генә иғтибарлыҡ күрһәтеүегеҙ тип түгел, ә ысын мәғәнәһендәге иғтибарлы булыуығыҙ тип ҡабул итәсәктәр.
Э.Мѳхәмәҙиева әҙерләне.