+30 °С
Болотло

"Рәхәттә" фестивалендә МХО геройҙарға арналған мобиль музей эшләй

Быйыл "Рәхәттә" фестивалендә төп иғтибар - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға. Ойоштороусылар МХО яугирҙары һәм диңгеҙ пехотинецтары өсөн айырым волейбол турниры әҙерләгән. Был уйын көс һәм дәрт өҫтәр, иптәшеңдең терәген тойорға ярҙам итер тип ышана ойоштороусылар.

"Рәхәттә" фестивалендә МХО геройҙарға арналған мобиль музей эшләй"Рәхәттә" фестивалендә МХО геройҙарға арналған мобиль музей эшләй
"Рәхәттә" фестивалендә МХО геройҙарға арналған мобиль музей эшләй

Уйын майҙансығы эргәһендә брендлы вагондар менән МХО-ның ҡала станцияһы урынлашҡан. Уларҙың береһендә - геройҙарға арналған мобиль музей урынлашҡан. Унда инеү ирекле. Теләгән бер кеше ул музейға инеп, ҡаһарманлыҡ тарихына ҡағыла ала.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:
Читайте нас