+17 °С
Облачно

Ҡыҙҙарҙың тормош прозаһы

Әҙәбиәт һөйөүселәргә проза өлкәһендә  әүҙем яҙышҡан Әлиә Саматова, Рәзинә Зәйнетдинова һәм Заһиҙә Мусинаның исемдәре яҡшы таныш. Әлиәнең – «Баҫҡыста», «Уртаҡ яҙмыш», Рәзинәнең – «Килен шәле», «Ҡашлы йөҙөк», Заһиҙәнең «Килен», «Минең ямғырым» китаптарын уҡыусы ихлас ҡабул итте. Эйе, беҙ әлеге авторҙарыбыҙҙың геройҙары менән таныш, ә үҙҙәрен шәхес, ижадсы һәм ябай гүзәл зат булараҡ белеп етмәйбеҙ. Һәм, иманым камил, белергә теләй уҡыусы был ҡыҙҙар тураһында. Бына шул мөмкинлекте булдырып, «Башҡортостан ҡыҙы»ның «Фекерле табын»ы артында йәш ижадсыларҙың уй-кисерештәре, хыялдары  хаҡында йәнле әңгәмә ҡорҙоҡ.    

Ҡыҙҙарҙың тормош прозаһыҠыҙҙарҙың тормош прозаһы
Ҡыҙҙарҙың тормош прозаһы

– Ҡыҙҙар, әйтегеҙ әле, әҙәбиәттә «ҡатын-ҡыҙ прозаһы» тигән төшөнсәгә нисек ҡарайһығыҙ? Инҡар итәһегеҙме әллә ризалашаһығыҙмы?

Заһиҙә Мусина:

– Минеңсә, ижадта ҡатын-ҡыҙ йәки ир-ат прозаһы тигән бүленеш юҡ, ижадта автор ғына бар. Юғары кимәлдәге әҫәрҙе кем яҙғанын билдәләп булмаҫҡа ла мөмкин. Миҫал итеп, донъя әҙәбиәтендә инглиз яҙыусыһы Шарлотта Бронтены килтерергә була. Ул үҙенең хикәйә-романдарын ир кеше – Карер Белл псевдонимы аҫтында яҙа. Ысын ижад стереотипһыҙ булырға тейештер, моғайын.

РәзинәЗәйнетдинова:

– Ундай  кеше айыра алмаҫлыҡ кимәлдә яҙыу өсөн, һис юғы, гений булырға кәрәктер ул, сөнки, минең  уйлауымса, ирҙәр һәм ҡатындар психологияһы барыбер ҙә айырыла. Һәм быны бер нисек тә инҡар итеп булмай. Мәҫәлән, Салауат Әбүзәрҙең «Кисенбикә юлы» менән Мәрйәм Бураҡаеваның «Киҫәкбикә»һен генә алайыҡ. Бер үк тарихи шәхестең образы, психологик хәленең һүрәтлә-неше – ер менән күк араһы, икеһе – ике донъя, бер-береһенә бөтөнләй оҡшамаған әҫәрҙәр. Салауат ағайҙа киҫкен драматика, ҡараңғы төҫтәр, интригалар өҫтөнлөк итһә, Мәрйәм апайҙың героиняһы – ҡатын-ҡыҙға ғына хас хистәр, яҡты нур солғанышында. Ир-ат прозаһында аяуһыҙ ысынбарлыҡ, тарихи дөрөҫлөк, ҡәтғилек ярылып ятыусан, ҡатын-ҡыҙ яҙыусылар иһә, ниндәйҙер бер эске һиҙемләү аша, интуитив рәүештә, әҫәрҙәрендә өмөткә урын ҡалдыра.

Әлиә Саматова:

– «Ҡатын-ҡыҙ прозаһы» тигән төшөнсә бар һәм мин уны тулыһынса ҡабул итәм. Гүзәл заттың эске донъяһы ир-аттыҡынан ҡырҡа айырыла. «Йәшәйеште матурлыҡ биҙәй» тигәндәй, ҡатын-ҡыҙҙың башлыса хис-тойғоға ҡоролған, эмоцияларға бай әҫәрҙәре әҙәбиәт донъяһына яҡты бер сатҡы өҫтәй, минеңсә.

– Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендәге әҫәрҙәрҙең төп героиняһы – башлыса ҡатын-ҡыҙ. Хатта ир-егет авторҙарҙыҡы ла. Бының сәбәптәре нимәлә тип уйлайһығыҙ?

Рәзинә Зәйнетдинова:

– Йәшерен-батырыны юҡ – бөгөнгө заманда тормош дилбегәһе ҡатын-ҡыҙҙар ҡулында. Ир-егеттең баһаһы төшөп киткәндәй. Хатта ғаилә проблемаларының хәл ителешендә лә һуңғы һүҙҙе ҡатын әйтә. Хәҙерге нескә зат үҙен азат тоя: малын да таба, «тимер ат»ын да ауыҙлыҡлай, юғары вазифа ла биләй. Шул уҡ ваҡытта иренең аҡсаһын һыпырып алып, үҙе тотоп, шуның менән маһайған  ҡатындар ҙа бар. Шунан ғаилә башлығы килеп тыуған мәсьәләләрҙе ҡайһылай хәл итһен? Ипотека, коммуналь хеҙмәттәрҙе,  балалар түңәрәктәрен нисек түләргә лә белмәгән, кибеттән аҙыҡ-түлек алырға ла өйрәнмәгән, «әҙергә бәҙер» генә йәшәгән, диванда пульт тотоп, телефон һыйпап ятҡан көслө заттар менән донъя тулы. Бында, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙың ғәйебе ҙур. Ә бит хөкүмәт тә айырылышҡан, яңғыҙ бала тәрбиә-ләгән ҡатын-ҡыҙға йәшәү өсөн бөтә шарттар тыуҙыра. Дәүләт льготалары менән ҡулланыр өсөн «ялған» айырылышып йәшәгән ғаиләләр ҙә юҡ түгел. Был, әлбиттә, бик ҡыҙғаныс. Шуға ла әҫәрҙәрҙә идеал итеп алырлыҡ ир-ат образы ла юҡтыр, бәлки. Сөнки уҡыусы һоҡланырлыҡ, күп яҡлы, ҡыҙыҡлы герой һайлау зарури.

Әлиә Саматова:

– Был фекер менән килешмәйем. Иллегә илле, тип әйтер инем. Минең геройҙарым араһында ир-егеттәр ҙә бихисап. «Кәкүк» повесында –

Моталлап, «Баҫҡыста» хикәйәһендә – Марат, «Бөркөт»тә – Салауат, «Тел асҡысы»нда – бәләкәс Кәрим, «Уйын»да ла ир-егет образдары өҫтөнлөк итә.

Заһиҙә Мусина:

– Минең геройҙарым иһә күпселектә ҡатын-ҡыҙ, сөнки үҙем шул енестән һәм уларҙың күңел донъяһын нығыраҡ аңлайым, психологияһын беләм. Шул уҡ ваҡытта, ир-атҡа ла бит  ғүмерҙе  әсә кеше бирә. Борон-  борондан, донъя яралғандан алып ҡатын-ҡыҙ образы үҙәктә торған, уны алиһәләштергәндәр, уға табынғандар. Бәлки, ир-егеттәр прозаһының төп геройҙары нескә зат вәкиле булыуы ошоноң менән дә аңлатылалыр. Был юҫыҡта беҙгә билдәле булмаған, күренмәгән иң нескә тойғолар ҙа үҙ ролен уйнарға мөмкин – ҡарынында туғыҙ ай йөрөткән, йән йылыһы менән сорнаған Әсәгә һөйөү хистәре, ғашиҡ булған ҡатын-ҡыҙға һоҡланыу, ҡурсалау. Ни тиһәк тә, әлмисаҡтан ир-егеттең бар донъяһы ҡатын-ҡыҙ тирәләй әйләнә һәм был – бәхәсһеҙ.

– Проза жанрына тотоноу өсөн авторға ниндәй үҙенсәлектәр кәрәк? Иң беренсе – һәләт. Артабан?

Әлиә Саматова:

– Әҫәреңде тулыһынса күҙаллап, эҙмә-эҙлекле барламайынса яҙып булмай, шуға күрә яҙыусыла конструктор оҫталығы ла булырға тейештер. Һәм, әлбиттә, ныҡышмалылыҡ.

Заһиҙә Мусина:

– Яҙыу һәләтең булһа,  ҡалғаны  үҙ-үҙеңде тәртипкә өйрәтеүҙән, ялҡаулығыңды еңеүҙән тора. Кәрәкле ижад тулҡынына көйләнеп, өҫтәл артына ултырып яҙа башлау – төп шарт. Ул сағында инде һин шул донъяла йәшәй башлайһың.  Уңыш өсөн 10 процент талант, 90 процент хеҙмәт кәрәк, тип дөрөҫ әйтәләр.

Рәзинә Зәйнетдинова:

– Был тәңгәлдә мин шағирәләргә көнләшеп ҡарайым. Улар  юлда ла, өй эштәре менән булғанда ла  шиғырҙарын тиҙ генә яҙып ҡуйырға, теркәргә мөмкин. Ә проза өлкәһендә ултыраҡлыҡ кәрәк. Буш булмағанда ла, йоҡоң килгәндә лә үҙеңде көнөнә бер бит булһа ла яҙырға мәжбүр итеү мөһим. Шунһыҙ күләмле әҫәр тыумай. Шул уҡ ваҡытта яныңда һиңә

ышаныусы, өмөт бағлаусы, дәртләндереп тороусы кешеләрең булыуы ла ҙур роль уйнай. Уңайы сыҡҡанда: «Һин яҙ, һин яҙырға тейешһең, хикәйәңде, повесыңды ҡасан алып киләһең?» – тип беҙҙе төрткөләгән Башҡортостандың Яҙыусылар союзы етәксеһе Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтовҡа ҙур рәхмәтемде белдерәм. Әгәр ҙә яҙып та ижад емештәреңде күрмәһәләр, баҫмаһалар, ҡул ҡәләмгә үрелә алмаҫ ине. Ҡыҙыл йомортҡа ваҡытында ҡәҙерле, тиҙәр. Хисле ижад кешеһенә иғтибар үтә лә мөһим.

– Күп осраҡта әҫәрҙәрҙең жанры билдәләнмәй. Бөгөнгө заман авторҙарының бәләһе ошо. «Хикәйә» атамаһы аҫтында ла теләһә ниндәй яҙма йөрөй ала. Әлеге проблема менән нисек көрәшергә?

Заһиҙә Мусина:

– Мин бында киҫкен проблема күрмәйем... Сөнки автор, ижадсы булараҡ, яҙған әйберемде теләһә нисек атарға хоҡуҡлымын. Шул уҡ ваҡытта ниндәй әҫәрҙәрҙең йәшәргә йәки йәшәмәҫкә икәнен билдәләүсе «ваҡыт иләге» лә бар бит әле һәм иң аҙаҡҡы һәм иң дөрөҫ хөкөмдар ул ғына була алалыр, моғайын.

Әлиә Саматова:

– Әгәр әҫәр уҡыусыға оҡшай, ваҡиғалар мауыҡтыра, геройҙар үрнәк алырлыҡ, образдар урынлы икән, ниңә уларҙы бер ҡалыпҡа һалып маташырға?

 

Рәзинә Зәйнетдинова:

– Бер яҡтан, ҡәләмдәштәрем  менән ниндәйҙер кимәлдә ризалашам, әгәр ҙә һәләтле автор, фекер йөрөтөүсе бар икән, уның нисек, ниндәй формала яҙыуы мөһим дә түгелдер, бәлки, иң мөһиме – ул милләтте, телде йәшәтеүсе. Икенсе яҡтан, ризалашмайым да, сөнки ташҡа яҙылған әҙәбиәт теорияһы ла бар. Стиль-формаларҙы бутау, тәртип булмау, хикәйә, шиғыр тип исемләнеп йөрөгән сейле-бешле интернет яҙмалары әҙәбиәтебеҙҙең  бәҫен шул тиклем төҫһөҙләй, төшөрә. Хәҙер һәр икенсе кеше – шағир йә яҙыусы. Бында заман да үҙ өлөшөн индерә. Шул уҡ журналистар, сайтта рейтингты арттырыу маҡсатынан, туҙға яҙмаған яҙмаларҙы ҡуя. Донъя «һары пресса»ға әйләнде. Айырым халыҡ төркөмөнә ошондай яҙмалар оҡшай. Уларҙың  юғары төшөнсәләр хаҡында уйлап, баш ватып ултырғыһы  килмәй. Хикәйә йә файҙалы мәғлүмәт уҡығансы, «Серләшәйек» төркөмөн үҙ итә...

– Әҫәр ижад иткәндә һеҙҙә эске тартыныу, оялыу, ҡурҡыу буламы? Герой аша минең халәтемде белеп ҡалмаһындар, геройымды танып ҡуймаһындар, тигәнерәк.

Әлиә Саматова:

– Юҡ. Ҡурҡмайым. Киреһенсә, геройҙарым үҙҙәрен таный йә уларҙы таныйҙар икән, һөйөнәм. Бәлки, әлегә ул тиклем сетерекле мәсьәләгә ҡағылмағанғалыр. Әйтә алмайым. Минеңсә, әҫәр аша уҡыусы геройҙың яҙмышынан файҙа йә ғибрәт алһа, отошлораҡ.

Заһиҙә Мусина:

– Яҙғанда үҙемде тулыһынса ирекле тоям. Сөнки ижад, тәү сиратта, шәхси күңелеңдең сағылышы ул. Унда тик һинең генә кисерештәрең һәм тойғоларың. Ә үҙ хистәрең өсөн кемдәндер оялырға, ҡурҡырға, аҡланырға һис кәрәкмәй – автор ҡурҡаҡ булырға тейеш түгел.

Рәзинә Зәйнетдинова:

– Ижад иткәндә  һин транс хәленә инәһең һәм тик геройыңдың тормошо менән йәшәй башлайһың. Минең геройҙарым, дөйөм алғанда, типиклашҡан образдар.  Унда һеҙ ҙә, мин дә, башҡалар ҙа бар. Уларҙың  береһе өсөн дә ҡурҡмайым, оялмайым, һәр береһе ҡәҙерле һәм яҡын, хатта ул кеше үлтереүсе булһа ла... Сөнки әсә һөтө имеп үҫкәндә  берәү ҙә, енәйәтсе, бур йәки фәхишә булам, тип уйламай. Был аҙымға етди сәбәп, яңылыш осраҡ, аяныслы яҙмыш, уратып алған мөхит тә этәргес булыуы мөмкин. Яҙыусы, автор булараҡ, үҙ геройын ниндәй осраҡта ла аҡлай ҙа, яраттыра ла, йәлләтә лә алыу һәләтенә эйә булырға  тейеш.  Килбәтһеҙ,  йәмһеҙ геройын да эске кисерештәре, күңел донъяһы аша уҡыусы ғашиҡ булырлыҡ итеп һынландырыуҙа – ижадсының көсө.

– Бөгөнгө уҡыусыға ниндәй темалар ҡыҙыҡ булыр ине? Яҙыусы заманына яраҡлашырға тейешме? Мәңгелек темаларҙы ҡайҙан табырға була?

Заһиҙә Мусина:

– Яҙғанда уҡыусыны уйламайым. Мин, тәү сиратта, үҙем өсөн ижад итәм. Был уҡыусыны хөрмәт итмәүҙән түгел. Киреһенсә, тема үҙемдә ҡыҙыҡһыныу уятмай, күңелемде елкендермәй икән, ҡана, уҡыусыларға ошо кәрәк,  ҡыҙыҡ,  тип  көсләп  яҙа алмауымды аңлата. Көсләп асҡан күҙҙең дә нуры юҡ бит! Фәҡәт ихласлыҡ менән, күңел бушатып, асылып-түгелеп яҙғаның ғына уҡыусы йөрәгенә барып етә, тетрәндерә ала.

Рәзинә Зәйнетдинова:

– Хатта берәүгә уҡытмаған хәлдә лә, йөрәк сөңгөлөндәген, башыңдағы уйҙарыңды аҡ ҡағыҙға бушатыу кәрәк. Яҙыусы бөгөн нимә кисерә, нимә уйлай – шуны яҙырға,  заманы менән бергә атларға, замандашының уй-хәстәрҙәре менән янырға тейеш, минеңсә. Сөнки ул ошо ваҡыт арауығында йәшәй.

Әлиә Саматова:

– Мәңгелек темалар – үлемһеҙ. Улар һәр осорҙа ла көнүҙәк булып ҡала һәм  бер кемде лә битараф ҡалдырмай.  Мөхәббәт, тоғролоҡ, изгелек, тыуған ер – һис тутланмаҫ, иҫкермәҫ төшөнсәләр. Шул уҡ мәлдә яҙыусы – заманының тын алышын тойоусы барометр ролен үтәүсе лә. Һис шикһеҙ, заман йөҙө, уның һыҙланыу-тетрәнеүҙәре ижадсының  әҫәрендә сағылырға бурыслы.

– Ижад – бәхет түгел, ә бәхетһеҙлек емеше. Йәки яраһыҙ һәм һыҙланыуһыҙ йән тәрән әҫәр тыуҙыра алмай. Бына ошондай фекерҙәр бар. Тарихтан күреүебеҙсә лә, иң шәп әҫәрҙәрҙе ҡатмарлы яҙмышлы, юғалтыуҙар кисергән, һуғыш юлы үткән, катастрофалар күргән авторҙар ижад иткән. Шул уҡ ваҡытта яҙыусының эске «һуғышы» ла булырға мөмкин. Һеҙҙең фекерҙәр?

Әлиә Саматова:

– Яҙайым әле, тип ултырып ҡына эшләй алмайым. Тулышҡан бөрө япраҡҡа, төйөрөлгән сәскә тажға әүерелмәй ҡалмай, уларҙы ваҡытынан алда ярҙырам, аттырам, тип йәрәхәт-ләргә мөмкин. Шуға ла мин фекерҙәремдең, уй-хистәремдең тулып ташҡан мәлендә генә ижадҡа тотонам. Быға этәргестәр ҙә бихисап: тетрәнеү, шатлыҡ, ҡайғы...

Заһиҙә Мусина:

– Ижад – бәхетһеҙлек емеше, тигән фекер менән һис тә риза түгелмен. Сөнки бәхетһеҙ булыу өсөн тәү башта бәхетте татыу кәрәк. Нисек инде бәхет тәмен белмәйенсә бәхетһеҙлек кисерергә мөмкин?! Кешенең бәхетте кисереүе – беренсе баҫҡыс, уны тойғас, кисергәс һәм юғалтҡас ҡына бәхетһеҙлек башлана. Ә минең өсөн яҙышыу, ижад итеү – үҙемә асылырға, донъяны асырға мөмкинлек биргән, тормошомдо мәғәнәле иткән берҙән-бер яҡты йыһан. Ул да бәхетһеҙлек булһа инде, нимәнән йәм табырға? Шул уҡ мәлдә, яҙмыш һынауҙарын кисергән ижадсының яҙғандары төплөрәк тә, тетрәндерерлек тә, сөнки бәхетһеҙлек күргән кеше башҡаларҙың күңелен нығыраҡ аңлай, нескә тоя, үҙенең эске донъяһы ла байыраҡ.

Рәзинә Зәйнетдинова:

– Ә мине ҡәләм тотоуға бәхетһеҙлек түгел, киреһенсә, иң ҙур бәхеттәрҙең береһе – әсәлек хистәре мәжбүр итте. Сөнки тап йөклө ваҡытта ижад «тулғағы» тулҡын-тулҡын булып йөрәк ҡылын сиртте. Декрет ялы – ижадымдың иң емешле осоро: тәүге ҡыҙым тыуғанда «Килен шәле» сыҡты, икенсе ҡыҙым  менән «Ҡашлы йөҙөк»лө булдым. Ашамай, оҙайлы токсикоз ваҡытында  рәхәтләнеп яҙҙым, бәлки, ижадсы, минең осраҡта, бәхетһеҙ түгел, ә ас булырға тейештер (көлә). Бала көткәндә ҡатын-ҡыҙ организмының көсөргәнешле стресс кисереүе, гормональ яҡтан үҙгәреүе мейе эшмәкәрлеген дә бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа көйләй. Тарихта ниндәйҙер экстаз кисереп, шедевраль әҫәрҙәр яҙған генийҙар күп. Ә күңел тетрәнеүҙәре ижадсыға, ысынлап та, кәрәк. «Ҡашлы йөҙөк» повесым –  тел, милләт өсөн тәрән әсенеүҙәр кисереп яҙылған әҫәрҙәрҙең береһе.

– Ижадығыҙ буйынса тәнҡит ишеткәнегеҙ бармы? Әгәр берәй әҙәбиәтсе һеҙҙең әҫәрҙе анализлаһа, һығымта ниндәйерәк булыр ине?

Рәзинә Зәйнетдинова:

– Әгәр ҙә әҙәбиәт белгестәренән кемдер: «Рәзинә, әҫәрҙәреңде ҡарап сығайым, көслө һәм йомшаҡ яҡтарын күрһәтәйем, дөрөҫ баһа бирәйем, тиһә, мин ҡуш ҡуллап риза булыр инем. Сөнки ижадсы өсөн тәнҡитһеҙ үҫеш юҡ. Икенсе китабым сыҡҡас, Әмир Әминев үҙ баһаһын бирҙе, мин, әлбиттә, ныҡ ҡурҡҡайным, илармын да, тип уйлағайным. Ул бик итәғәтле рәүештә, күңел ҡалдырмай, хаталарымды, ҡайҙа, нимәгә иғтибар йүнәлтергә кәрәклеген күрһәтте, һәм мин остазым булған, тәжрибәле яҙыусы менән тулыһынса килешәм. Хөрмәтле прозаигыбыҙ Гөлсирә Ғиззәтуллина ла йәштәргә иғтибарлы, һәр яңы сыҡҡан китапты уҡый, төплө кәңәштәр бирә. Беҙ Заһиҙә менән дә бер-беребеҙгә уҡытып алабыҙ, шул ере аңлашыламы, әллә юҡмы, тип фекерҙәребеҙ менән уртаҡлашабыҙ. Минеңсә, урынлы һәм дөрөҫ тәнҡитте  был ғилемгә эйә булған, махсус белемле әҙәбиәт белгестәре әйтергә тейеш. Тик тәнҡит беҙҙә бөтөнләй юҡ. Оло йәштәге яҙыусылар йәштәрҙең әҫәрҙәрен иһә бөтөнләй уҡымай тиерлек.

Заһиҙә Мусина:

– Етди, ҡаты  тәнҡитте, моғайын, күптәр күтәрә алмайҙыр. Сөнки һәр яҙғаның – ул һинең сабыйың кеүек. Ә баланы берәүҙән дә әрләтке лә, рәнйетке лә килмәй. Яҙыусы Сергей Довлатовтың: «Хикәйәсе – кешеләрҙең нисек йәшәгәне,

прозаик – нисек йәшәргә кәрәклеге, ә яҙыусы ни өсөн йәшәгәндәре тураһында яҙа», – тигән һүҙҙәре бар. Ижадыма баһа биргәндә, әле тәүге баҫҡыстамын – хикәйәсе ролендәмен. Минең хаҡта район гәзитендә яҙыусы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның мәҡәләһе донъя күргәйне. Тик ул  – әҙәбиәт белгестәренең тәнҡит яҙмаһы түгел, ә ижадыма ҡыҫҡаса байҡау, анализ.

Әлиә Саматова:

– Тәнҡит кәрәк, унһыҙ үҫеш юҡ, тип тапалған, әммә дөрөҫ фекерҙе мин дә ҡабатлайым. Әҙәбиәттәге остаздарым әллә миңә ҡарата бик йомшаҡ булдылармы, тәнҡит утында ул тиклем яндырманылар. Мансур Һиҙиәтов, Сабир Шәрипов, Дамир Шәрәфет-динов мәрхүмдәр ҡыҙҙарын яратҡан атай кеүек булдылар. Әрләмәй, ҡаты бәрелмәй генә дөрөҫ юлға йүнәлеш бирҙеләр. Мөнир Ҡунафин, Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай, Салауат Әбүзәрҙәр ҡанат ҡуйып, дәртләндерә белеү һәләтенә эйә.

– Амбицияларығыҙ бармы? Киләсәктә үҙегеҙҙе башҡорт әҙәбиәтенең көсө буласаҡбыҙ тип иҫәпләйһегеҙме? Бының өсөн үҙ өҫтөгөҙҙә эшләйһегеҙме?

Рәзинә Зәйнетдинова:

– Генерал булырға теләмәгән һалдат насар һалдат, тиҙәр. Бала саҡта «Кәмһетелгәндәр»ҙе уҡып, Зәйнәб Биишева кеүек булырға хыяллана инем. Әлбиттә, яҙыусыға амбиция кәрәк. Киләсәктә әҙәбиәтебеҙҙең төп вәкилдәренең береһе булыр өсөн аҡыл-зиһен туплап, эшләргә лә эшләргә әле. Яҙыусылыҡ – ул оло  хеҙмәт. Бөгөнгө көндә үҙемде  – йәш көстәрҙең береһемендер, тип иҫәпләйем.

Әлиә Саматова:

– Һәр кеше алға, яҡшыға, яҡтыға ынтылып йәшәй. Әлеге мәлдә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, ана шул беҙ ижад иткәндәрҙе уҡыған, яратҡан, ҡабул иткән быуын тәрбиәләү бурысы миндә. Ни тиклем шәп яҙыусы булһаҡ та, әҫәрҙәребеҙҙе үҙ телебеҙҙә уҡыусы булмаһа, ни файҙа?!

Заһиҙә Мусина:

– Мин әҙәби майҙанда үҙ урыным,  ижади потенциалым, көсөм  барын тоям, сөнки үҙемде башҡа өлкәлә, аҡ ҡағыҙ һәм ҡәләмһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Әгәр яҙыусыла күктәр тарафынан бирелгән һәләт бар икән, юғары оҫталыҡ һәм тәжрибә йылдар менән  тупланалыр,  тигән ышаныстамын.

– Ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ һеҙҙең ижад итеүгә нисек ҡарай?

Заһиҙә Мусина:

– Ул хаҡта артыҡ сурытып һөйләшмәйбеҙ. Әҫәрҙәрем матбуғатта, нәшриәттә донъя күрһә, ҡыуанысым менән бүлешеп, ғаилә чатына ебәрәм, яҡындарым яуап итеп, теләк-ҡотлауҙарын юллай. Беҙҙең булмышҡа һәр саҡтағыса баҫалҡылыҡ хас бит инде. Мин улар өсөн яҙыусы түгел, ә ябай, үҙ Заһиҙә булып ҡалам.

Рәзинә Зәйнетдинова:

– Был йәһәттән мин бәхетлемен. Янымда ныҡлы иңен ҡуйып, ижад итер өсөн  бөтә теләктәремде үтәп, уңайлы мөмкинлектәр булдырған тормош иптәшем бар. Әгәр ул быға этәрмәһә, мин ҡәләмгә бөтөнләй тотонмаған да булыр инем. Әле дуҫлашҡан ваҡытта уҡ, китап яҙ, тип ҡалын, матур блокнот бүләк иткәйне. Аспирантураға инеүемде лә ныҡ теләне. Техник һөнәр эйәһе булһа ла, ижади булмышымды аңлап ҡабул итеүенә һөйөнәм. Китабымдың исем туйында ла бөтә ойоштороу эштәрен үҙ өҫтөнә алды. Атай-әсәйем, туғандарым да уңыш-һөйөнөстәремә ҡыуана.

Әлиә Саматова:

– Ыңғай. Улдарым, киленем яҙғандарымды көтөп ала. Тормош иптәшем дә хуплап, минең менән бергә ҡыуанып ҡабул итә ине... Яҡындарым һәр саҡ яҙғандарыма ҡарата уй-фекерҙәрен белдерә, кәңәштәрен дә бирә.  

– Ҡыҙыҡлы әҫәр яҙыу өсөн автор үҙе лә белемле, киң даирәле, фәлсәфәүи уйлы булырға тейештер. Ошо талаптарҙың ҡайһыһына яуап бирәм тип уйлайһығыҙ?

Заһиҙә Мусина:

– Минеңсә, яҙыусы өсөн төп шарт – психологияны тәрән белеү. Ә бының өсөн үҙеңдең хис-тойғоларыңды ла аңлау мөһим. Яҙыусы психолог, философ булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта белем даирәһен  киңәйтеү, туҡтауһыҙ уҡыу, эҙләнеү кәрәк, әлбиттә.

Әлиә Саматова:

– Мин фәлсәфәүи йүнәлеште үҙ итәм. Дәрестәремдә лә яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәрен ентекләп төпсөнөүгә төшөп китһәк, сыға алмай ыҙалайбыҙ. «Тимеркәй фәлсәфәһе» хикәйәһе, «Бала» поэмаһы, «Шайтан ҡуласаһы» повесы һ. б. бер дәрес сиктәрендә генә өйрәнелеп бөтмәй ул миндә. Шуға ла күп ҡырлы, уйландырыр, бәхәсләштерер, ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтып  уҡырлыҡ  әҫәрҙәр  ижад иткем килә.

Рәзинә Зәйнетдинова:

– Зирәк зиһенле, ғилемле булам тиһәң, барлыҡ өлкәләрҙә лә «соҡонаһың» инде. «Фәрештә» повесымда геройым инсульттан үлә. Ҡан ҡуйырып, төйөрөлөүенә килтергән сәбәптәрҙе белеү өсөн халыҡ медицинаһын  күпләп  уҡыным һәм образыма кәрәкле бихисап мәғлүмәт таптым.  Тәрбиәүи йәһәттән дә белемемде арттырырға тырышам. Яҙыусы өсөн төрлө яҡлап камиллашыу мөһим.

 

Айзилә Мортаева

әңгәмәләште.

А. Королев фотолары

Ҡыҙҙарҙың тормош прозаһы
Ҡыҙҙарҙың тормош прозаһы
Ҡыҙҙарҙың тормош прозаһы
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас