+23 °С
Дождь


Мәҙәни булған милләттәр уҙа бара, наҙан милләт туҙан кеүек туҙа бара.
Ваҡыт үтһә, үкенеүҙән һис файҙа юҡ,
Башыңды ороп булмаҫ ҡаты ташҡа.
Нәфсене яҡшы юлға бороу кәрәк,
Ҡырын китһә, уға ҡаршы тороу кәрәк.
Мөхәббәт берлә тулған саф күңелдәр даръянан киң.
Сабырлыҡ менән эшләнгән ҙур эштәр бирер алма кеүек ҙур емештәр.
Кешенең сафлығына дәлил булыр
Һәр ваҡыт хаҡлыҡ менән ҡылған эше.
Мөхәббәтһеҙ йыһанда тормаҡ булмаҫ,
Был донъяны тотоп торғаны – мөхәббәт
Уҡыу-яҙыу менән ҡоралланған кеше аңлы тормош ҡора ала.
Факил Мырҙағаев туплаған "Ынйы бөртөктәре" китабынан.