

– Балаларыбыҙҙың саф һауа һулап, таҙа һыу эсеп, тәбиғәт ҡосағында үҫеүен теләнем. Ауыл мөхите үҙе тәрбиәләй бит ул, эшкә өйрәнеү йәһәтенән дә, һәләттәрҙе үҫтереү яғынан да. Бәләкәстәргә рәхәт бында. Әле улдарыбыҙ Рамазанға – өс, Данирға дүрт кенә йәш. Икебеҙ ҙә ауыл балаһы булғас, тыуған яғыбыҙ тартты барыбер, – ти Гөлназ. – Бынау тауҙың аръяғында ғына – ҡурсыулы биләмә, унда йәнлек-ҡоштарҙы атыу, тотоу тыйылған. Юлға ҡыр кәзәләре килеп сыға, һарайың артындағы бесәнде килеп ашап тороуҙары ла бар. Башҡа йәнлектәр ҙә осрап тора. Тәбиғәт – эргәлә генә. Иң яҡын ҡала – Бәләбәй – беҙҙән йөҙ саҡрым алыҫлыҡта, әммә борсолмайбыҙ, торған еребеҙ уңайлы, район үҙәгенә яҡын. Еребеҙ ҙур, урманы, тауы, йылғаһы булған урынды һайланыҡ. Күрше-тирә татыу йәшәйбеҙ. Ауыл халҡы йыйылышып йылға аша күпер, юл һалды, паркты таҙалыҡта тотабыҙ, сәскәләр ултыртабыҙ.
– Ҡала ығы-зығыһы, ҡырмыҫҡа иләүе кеүек бер ергә «өймәкләшеп», бетон ҡоршау эсендә йәшәү, туҡтауһыҙ тығында ултырыу туйҙырҙы. Ауыл иркенлеге етмәне. Бында, ана, өйҙән сығыу менән йәшеллеккә төрөнгән тәбиғәтте күрәһең. Ихатаңда йөрөп әйләнһәң дә, хужалығыңда ниндәй эш менән булһаң да, күңелгә шифа. Ашағаның да тәбиғи, экологик таҙа ризыҡты үҙең үҫтерә алаһың, – ти Фәдис тә, ҡатынының һүҙҙәрен ҡеүәтләп.
Тәүҙә йәштәр Фәдистең атай-әсәһе янында йәшәй. Бер нисә йыл элек ошо ауылда өй һатып алып, йүнәтеп сыҡҡандар – әле үҙ ояларын ҡорорға ынтылып ятҡан саҡтары. Киләсәктә мал да тоторға уйлайҙар.
Ғаилә башлығы үҙҙәренең машинаһында йөк ташыу менән шөғөлләнә, йыш ҡына алыҫ юлдарға сыға. Ҡатыны банкта эшләй. Уртаҡ бер шөғөлдәре лә барлыҡҡа килгән – улар бүҙәнә үрсетә.
– Еңгәм өмәгә саҡырҙы бер мәл. Бүҙәнә таҙартырға. Шунан ыҫланған ите менән һыйланы, өйгә лә биреп ҡайтарҙы. Эй, оҡшаны шул ризыҡ! Иптәшем дә яратты. Быға тиклем бүҙәнә итен тәмләп ҡарағаным да юҡ ине. Ҡыҙыҡһынып китеп, интернеттан уҡып сыҡтым. Баҡһаң, витаминдарға бай, балалар өсөн дә тәҡдим ителә икән, йомортҡаһы ла бик файҙалы. Фәдис менән һөйләштек тә, Өфө янындағы бер ауылдан 150 баш себеш барып алдыҡ. Имен-аман ғына үҫтерҙек. Шунан өҫтәп тағы алдыҡ. Әлбиттә, юғалтыуҙар ҙа булды, әммә ҡул һелтәмәнек, – тип һөйләй Гөлназ.
Ҡоштарҙы тәрбиәләргә өйрәнгәс, себештәрен дә үҙҙәре сығарырға теләйҙәр. Быныһы инде тағы ла мәшәҡәтлерәк була. Ҡытайҙан инкубатор яҙҙырып алалар. Башта йылылыҡты дөрөҫ кенә итеп ҡуя алмай яфаланалар. Инде ҡорамалды көйләһәләр, бер саҡ электр уты һүнеп, инкубатор үҙе ватылып ҡуя. Тағы бер партия йомортҡа юҡҡа сыға. Шулай байтаҡ йомортҡаны әрәм итә-итә эштең әтнәкәһенә төшөнөп алалар. Хәҙер белә улар: был эш ҡаршылыҡтарһыҙ булмай (хәйер, һәр яңылыҡ бер ни тиклем юғалтыу аша килеп инә бит тормошҡа).
Аҙағы "Башҡортостан ҡыҙы" журналының 2026 йылдың июнь һанында
Гөлшат ҠУНАФИНА.
Фото А. Королев