+19 °С
Облачно

Остеохондроздан үлән төнәтмәләре

Бил ауыртҡанда, ревматизм, невралгия менән яфаланғанда меңъяп­раҡ үләненән әҙерләнгән төнәтмә ярҙам итә. Бер ҡалаҡ киптерелгән меңъяпраҡ үләненә бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға. Өҫтөн ҡаплап, бер сәғәт төнәтергә, һөҙөргә. Дауаны көнөнә 3-4 тапҡыр аш алдынан берәр ҡалаҡ эсергә.10 грамм ҡыҙыл көртмәле япрағын бер стакан ҡайнар һыуҙа ике сәғәт төнәтергә, һөҙөргә. Шифаны көнөнә 3-4 тапҡыр аш алдынан 1-2 ҡалаҡ эсәләр.

Остеохондроздан үлән төнәтмәләреОстеохондроздан үлән төнәтмәләре
Остеохондроздан үлән төнәтмәләре
Ҡыҙыл көртмәле еләгенән дауалы эсемлек. 50 грамм ҡыҙыл көртмәле еләгенә 150 грамм ҡайнатып һыуытылған һыу ҡойоп, тәм буйынса бал ҡушып болғатырға. Көнөнә 3-4 тапҡыр, ашағандан һуң, ярты стакан эсергә.

60 грамм дегәнәк япрағына 600 грамм ҡайнар һыу ҡойоп, 4 сәғәт төнәтергә. Берәр стаканлап көнөнә 3 тапҡыр эсергә.

Радикулит, ревматизм осрағында артыш (можжевельник) емешен ашау ҙа ярҙам итә. Уны, ҡайнар һыуҙа төнәтеп, сәй урынына ла эсергә мөмкин. Төнәтмәне ваҡланған емешенән әҙерләйҙәр: 1 ҡалаҡ емешкә 1 стакан ҡайнар һыу алына. Дауаны көнөнә 3-4 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсәләр.

50–100 грамм киптерелгән йылан тамыры (шалфей) үләнен 3 литр эҫе һыуҙа ярты сәғәт төнәтергә. Остеохондроз, артрит менән яфаланғанда, уның төнәтмәһен ваннаға өҫтәйҙәр.

Был үләндең тағы бер файҙалы сифаты – ул хәтерҙе яҡшыртыу көсөнә эйә. Йылан тамырын боронғо грек табиптары ошо маҡсатта уңышлы ҡулланған. 10 грамм кипкән, ваҡ­ланған япраҡҡа 1 стакан ҡайнар һыу ағыҙып, ярты сәғәт төнәткәс, марля аша һөҙөргә. Һуңынан, 200 миллиграмға еткергәнсе, ҡайнар һыу ҡушып болғаталар. Төнәтмәне 2-3 көн һалҡын урында һаҡларға. Шифа­ны көнөнә 3 тапҡыр, ашарға ярты сәғәт ҡалғас, эсәләр.
Альбина ШӘҺИТОВА әҙерләне.
 
Фото С. Константинов
Автор:
Читайте нас