

Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм һөҙөмтәле йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалына Яңауыл районында тыуып үҫкән «Атайсал» проектында ҡатнашыусы, Рәсәй Президенты Хакимиәте Етәксеһе Секретариаты начальнигы Рафаэль Хәкимов лайыҡ булды
– Республикабыҙҙан сыҡҡан һәм дәүләт хеҙмәтендә, эшҡыуарлыҡта, фәндә уңыштарға өлгәшкән кешеләр үҙҙәренең кесе ватанын онотмаһын тип, тырышабыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ «Атайсал» проектына старт бирҙек, унда ошондай яҡташтарыбыҙ әүҙем ҡатнаша.
Рафаэль Хәкимов төбәктең идара итеү командаһына рәхмәт белдерҙе һәм тыуған яҡҡа ярҙам итеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– «Атайсал» – Рәсәйҙә яҡташтарҙы берләштергән берҙән-бер проект. Бергә беҙ – ҙур ғаилә. Республикабыҙ мәнфәғәте өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тине Рафаэль Хәкимов.
***
Төбәк етәксеһе шулай уҡ Күмертауҙан ашығыс медицина ярҙамы фельдшеры Анна Красуцкаяға Башҡортостандың почет грамотаһын тапшырҙы. Фельдшер июль башында Мәләүез районы биләмәһендә бәләгә тарыған иргә ярҙам күрһәткән.
Ағастан ҡолаған зыян күреүсегә автомобилдә барып етеү мөмкин булмаған. Эҙләү-ҡотҡарыу отряды белгестәре ваҡиға урынына бер нисә сәғәт квадроциклдарҙа барған һәм, ярҙам күрһәткәндән һуң, пациентты санитар авиация вертолетында Өфө дауаханаһына оҙатҡандар.
– Ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренең эше бик ауыр. Улар медицина ярҙамы талап ителгән халыҡҡа беренсе булып барып етә. Беҙ медиктарға ярҙам итергә тырышабыҙ һәм хеҙмәттәре өсөн һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Материал, фото https://glavarb.ru/ba/news/event/radiy-hbirov-bashortostandy-dlt-nagradalaryn-tapshyry/