

Дәүләт ҡарамағында булмаған социаль хеҙмәтләндереү секторына республика бюджетынан субсидиялар иҫәбенә финансланған 54 автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма инә. Улар йыл һайын 30 меңгә яҡын кешегә өйҙәрендә ярҙам күрһәтә.
– «Өлкән быуын» федераль проекты ярҙамында 2023 йылдан республикала пилот режимында оҙайлы тәрбиә биреү технологияларын файҙаланабыҙ. Проектҡа ошо ваҡыт эсендә 34 муниципалитетта эшләгән һәм 900-ҙән ашыу кешегә ярҙам күрһәткән 28 дәүләткә ҡарамаған ойошма ҡушылды, – тип өҫтәне Ольга Кабанова.
Шулай уҡ республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тәҡдим иткән социаль сертификаттар буйынса хеҙмәт күрһәткәндәр иҫәбендә – 100-ҙән ашыу шәхси реабилитация һәм медицина үҙәктәре, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм шифаханалар, техник реабилитация саралары етештереүселәр.
Бынан тыш, республикала дәүләт-шәхси партнерлыҡ һәм концессия килешеүҙәре сиктәрендә асылған биш шәхси пансионат эшләй.
– Сентябрҙә Кушнаренко районында 70 урынлыҡ алтынсы пансионат эшләй башлаясаҡ. Күгәрсен районындағы 55 урынлыҡ учреждение проекты буйынса эш бара, – тип билдәләне министр.
Дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү буйынса ведомство пландарында – Өфөлә ҡунаҡхана һәм спорт комплексы булған реабилитация үҙәген төҙөүҙә ярҙам итеү. Был башланғыс республиканың Инвестиция комитеты тарафынан хуплау тапҡан. Учреждение үҙ эшмәкәрлеген эшкә яраҡлы йәштәге инвалидтарға һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға йүнәлтәсәк. Шәхси инвестицияларҙың дөйөм күләме – 2 миллиард һумдан ашыу. Объектты 2029 йылда төҙөп бөтөргә планлаштыралар.
Башҡортостан Башлығы республиканың Хеҙмәт министрлығына стационар социаль ярҙам күрһәтеү сифатын контролләүҙе көсәйтергә ҡушты.
– Коллегаларығыҙ менән пансионаттарға барығыҙ, ундағы хәлдәрҙе ҡарағыҙ. Шулай уҡ һеҙҙән яңы ҡарарҙар көтәм – республикаға тағы ла 10-15 ошондай учреждение кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Өфө хакимиәтенән Һупайлыла Реабилитация үҙәген төҙөү мәсьәләһен контролдә тотоуығыҙҙы һорайым.
Фото, материал https://glavarb.ru/ba/