+19 °С
Облачно

Һарымһаҡ һыуы йәшәрергә ярҙам итер

Һарымһаҡ ашағанда аҡ ҡабыҡты ташламағыҙ, уны йыйып һаҡлағыҙ. Был йәшлекте оҙайтыу өсөн иң ҡиммәтле сара.

Һарымһаҡ һыуы йәшәрергә ярҙам итерҺарымһаҡ һыуы йәшәрергә ярҙам итер
Һарымһаҡ һыуы йәшәрергә ярҙам итер

Бының өсөн ай һайын аҡ һарымһаҡ ҡабығынан әҙерләнгән эсемлек эсергә кәрәк. Был эсемлекте әҙерләү бик ябай: бер ус аҡ һарымһаҡ ҡабығын алып, уның өҫтөнә бер стакан ҡайнар һыу ҡойор кәрәк. Тик һыу ҡайнағандан һуң, 1 минуттан 3 минутҡа тиклем көтөргә кәрәк, шунан һуң ғына ҡабыҡты өҫтөнә һыу һалыр кәрәк. Шифалы эсемлекте һыуынғандан һуң ғына эсергә мөмкин, был яҡынса 6-8 сәғәттән һуң.

Эҫе йәки хатта бер аҙ йылы эсемлекте эсергә ярамай. Бер көндә 4 стакан шифалы эсемлек эсергә кәрәк. Уны алдан әҙерләргә мөмкин, сөнки ғәҙәттә эсемлек оҙаҡ һыуына. Ирҙәр һәр айҙың 10-20 көнөндә аҡ һарымһаҡ ҡабығынан эсергә тейеш. Ә ҡатын-ҡыҙҙар быны 20-нән 30-на тиклем эшләй ала. Һеҙҙең тирегеҙ тиҙҙән шымарасаҡ. Шулай итеп, аҡ ҡабыҡты ташламағыҙ, ә йыйығыҙ. Ул һеҙгә матурлыҡ һыуы әҙерләү өсөн бик файҙалы булыр.

Автор:
Читайте нас