+17 °С
Дождь

О, был йөрәк!

Беҙҙең йөрәк – мөғжизәүи бер ағза ул. Ҡан ҡыуыусы ғына түгел, ә ҡурҡыуҙан ҡалтырай, шатлыҡтан һикерә, көтөлмәгәнлектән һағая, йәлләүҙән ҡыҫыла, һағыштан өҙөлә белеүсе лә! Ысын хис-тойғоларҙың индикаторы бит ул йөрәк. Ә беҙ уны беләбеҙме, аңлайбыҙмы? Тап ошо хаҡта һөйләшәбеҙ әңгәмәсебеҙ Өфөләге 22-се ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының реанимация кардиологы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Һаулыҡ һаҡлау отличнигы Фәрҙәнә Хоҙайбирҙина менән.  – Фәрҙәнә Нәсибулла ҡыҙы, һүҙҙе шунан башлайыҡ: һеҙ ни өсөн медицинаны һайланығыҙ? Һәм ниңә тап кардиология?

О, был йөрәк!О, был йөрәк!
О, был йөрәк!

– Бәләкәй саҡта мин гел аҡ кейем кейеп, табип булып уйнай торғайным. Быны ҡыҙыҡ күргән Бәхтегәрәй ауылы әбейҙәре «ҡыҙым, башым ауырта», «йөрәгем  һыҙлай», «күҙемде ҡарап ебәр әле» тигән булып килеп «дауаланып» китә ине. Беҙҙең менән йәшәгән Ҡунаҡбикә өләсәйем: «Был Фәрҙәнә ҡыҙым духтыр була ул», –  тип әйтер ине гел. Өләсәйем артынан бер тотам ҡалмай эйәреп йөрөй торғайным: бергә йоҡлайбыҙ, ултырып сәй эсәбеҙ, һөйләшәбеҙ. Миңә биш йәш тигәндә өләсәйем гүр эйәһе булып ҡалды. Уның эргәһендә инем, шунда беренсе тапҡыр кеше нисек йән биргәнен күрҙем. Өйөбөҙгә йыйылып киткән ауыл әбейҙәре: «Бар, ҡыҙым, сығып тор», – тип мине ҡыуып та ҡарай, әммә өләсәйем мәйете янында тик ултырам. Уны йыуындырҙылар ҙа, кейеҙгә төрөп, алып сығып  киттеләр. Ә тышта сатлама һыуыҡ ине. Бала аҡылым менән аңламай, аптырап ултырып ҡалдым. Өләсәй ҡайтмай ҙа ҡайтмай. Уны күргем, һөйләшкем килә, юҡһынып илайым – һағыныуҙан һарыға һабыштым. Инде ашай ҙа, йоҡлай ҙа алмай башлағас, табипҡа алып барҙылар. «Йөрәге ауырта», – тип дауаханаға һалып ҡуйҙылар, өйгә ҡайтып бер аҙ торғас, тағы дауахана тупһаһын тапайбыҙ. «Мин ауырымайым, бары өләсәйемде һағындым», – тип әйтеп ҡарайым, береһе лә иғтибарға алмай – бала һүҙен етди ҡабул итмәгәндәрҙер инде. Бер ваҡыт атайымдан: «Өләсәйем нишләп һаман ҡайтмай ул, ҡарҙар иреп, яҙ етте инде, ул мине һағынмаймы икән әллә?» – тип һорай ҡуйҙым. Ул уйлап торҙо ла, ат егеп, мине арбаға ултыртып алып сығып китте. Ҡайҙа икәнде белмәйем, әммә йөрәгем һиҙә – өләс янына! Аттан төшөү менән йүгереп барып, таш менән уратылған бер тупраҡ өйөмөндә туҡталып ҡалдым да, шунда ҡапланып илай башланым. Өләсәйемдең тауышы ҡолағыма салынғандай булды. «Нишләп мине ташлап киттең? Ҡайт инде!» – тип үкһейем. «Ҡайҙан белдең бында өләсәйең ятҡанын?» – тип аптырай атайым. Аяҡтарым үҙенән-үҙе ошонда килтерҙе, тигәс, үҙе лә илап ебәрҙе. Бәләкәс кенә усыма тупраҡ йомоп алдым. Уны йәшереп ҡулъяулыҡҡа төрҙөм дә гел үҙем менән йөрөттөм. Мендәрем аҫтына һалып йоҡланым. Шулай итеп, һағышым таралды, һәйбәтләп ашай, уйнай башланым. Ҡәберҙән тупраҡ алырға ярамағанлығын кескәй бала ҡайҙан белһен инде? Был ваҡиғаға инде теүәл 60 йыл. Яҙмышымдағы ошо тетрәндергес хәл мине табип, терапевт-кардиолог һөнәрен һайларға этәрҙе лә инде. Бына 43 йыл кешеләр һаулығы һағында торам – өләсәйемдең әйткәне юш килде.

 

– Тәжрибәле кардиолог булараҡ, шуны әйтегеҙ әле: кеше йөрәге хаҡында нимә белергә тейеш? Инфаркт ни өсөн йәшәрә? Йөрәк сирҙәрен ниндәй йәшерен сигналдар аша билдәләргә була?

– Был бик мөһим һорау. Йөрәк ысынлап та кинәт кенә  ауырта башламай. Күп йылдар буйы үҙен ипләп кенә һиҙҙертергә лә, беҙ иғтибар бирмәһәк, бер килеп ҡапыл ҡыҫырға мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре йәштәрҙе лә аямай хәҙер. Быға килтергән сәбәптәрҙең береһе – хроник арыу. Заман технологиялары үҫеше, гаджеттар, көсөргәнешле йәшәү рәүеше менән дә бәйле ул. Икенсенән, хәрәкәтһеҙлек, йәйәү йөрөмәү, компьютер артында оҙаҡлап ултырыу, экология, фастфуд менән туҡланыу һаулыҡҡа зыян итә. Инфаркт ауыртыу менән түгел, ә кинәт хәл бөтөү, көсһөҙлөк, эҫене йәки һалҡынды күтәрә алмау, баш әйләнеү менән дә билдәләнә. Йыш ҡына йөрәк башҡа ағзалар аша ла үҙенең хәлен белгертә торған. Мәҫәлән, эс ауырта, тын ҡыҫыла... Кеше ашҡаҙаным ауырта тип уйлай,  ә был стенокардияның бер төрө булып сығыуы ихтимал. Бөгөнгө көндә ҡан ҡуйырыуы ла иң ҙур проблемаларҙың береһе булып тора.

Ҡырҡ йәштән һуң йоҡоға иғтибар итергә кәрәк. Йоҡоғоҙ боҙолоп, таңғы сәғәт 3-4 тирәһендә уянып ятаһығыҙ, йөрәгегеҙ һуға, хәүеф барлыҡҡа килә икән, шундуҡ тикшереү үтергә кәңәш итер инем. Төнгө аритмия – шулай уҡ тәүге «ҡыңғырауҙарҙың» береһе. Йөҙөгөҙ, аяҡтарығыҙ шешенһә – бигерәк тә иртән – был да йөрәккә ярҙам кәрәклеге хаҡында һөйләй. Илле йәштәгеләр өсөн иң ҡурҡынысы – ишемия – ниндәй ҙә булһа ағзаға ҡан ағышы кәмей ҙә уның эшмәкәрлеге боҙола.

Иртән, төшөн, кисен ҡан баҫымын үлсәп яҙып барыу ҙа һаулығығыҙ торошон яҡынса төҫмөрләргә ярҙам итер. Таңда урындан тормаҫ борон үҙегеҙҙең пульсты тикшерегеҙ: 80-дән юғары икән, тимәк, төнөн йөрәгегеҙ ял итмәгән. Тағы бер ысул — баҫҡысҡа тиҙ генә күтәрелеп төшөгөҙ. Әгәр тынығыҙ ҡыҫылһа, ике минут эсендә хәлегеҙ яҡшырмаһа – был да хәүефле сигнал.

Тетрәнеүҙәр, күңел кисерештәре лә эҙһеҙ үтмәй. Кредит, ипотека кеүек ҙур йөкләмәләр ала халыҡ, ошо ла көндәлек стресҡа килтерә. Әҙ булһа ла тынлыҡта, тәбиғәт ҡосағында ял итеп алыу, спорт, даими диспансеризация үтеү, ЭКГ, ЭХОКГ, биохимик анализдар биреү, кардиолог, эндокринолог кеүек белгестәрҙә тикшерелеп тороу йөрәгегеҙҙе лә, ғүмерегеҙҙе лә һаҡларға ярҙам итер.

 

– Һөнәрегеҙҙең үҙенсәлеге нимәнән ғибәрәт? Уның фәлсәфәһе...

– Башҡорт дәүләт медицина институтын бөтөп, кейәүгә сығып, ҡыҙыбыҙ Вәсиләнең тыуыуына һөйөнөп кенә йәшәп ятҡан мәлдә иремде юғалттым. Бәләкәй бала менән яңғыҙ ҡалдым. Үҙ көсөм менән генә үҫтерергә тура килде ҡыҙымды. Ә беҙҙең эш ҡатмарлы, тынғыһыҙ: төнгө дежурҙар, ауыр сир менән интеккән пациенттар, үлем осраҡтары... Тап шул һынылышлы осорҙа мин йөрәктең – тик ҡан ҡыуыусы ғына түгел, ә беҙҙең бөтөн кешелек асылыбыҙҙы билдәләгән мөһим ағза икәненә төшөндөм. Табиптың эске ныҡлығы, көслө үҙәге булмаһа, пациент быны тоя. Ҙур белемгә эйә булып та, үҙең тормоштоң әсе-сөсөһөн татымайынса, кеше һыҙланыуҙарын йөрәгең аша үткәрмәйенсә тороп шәп табип булып китеүе икеле. Әйтеүе генә еңел, ә күпме йән өсөн үҙ иңеңә оло яуаплылыҡ алаһың, уны дауалауға, аяҡҡа баҫтырыуға, хәлен артабан да күҙәтеп барыуға. Дауа яҙғанда бер шигең дә ҡалырға тейеш түгел, ә бының өсөн ауырыуҙың хәлен төрлө яҡлап тикшерәһең! Бер нәмә лә күҙ уңынан ысҡынырға тейеш түгел, юғиһә, үлем яныңда һағалап ҡына йөрөй. Дарыуҙарҙы, «побочка»ла-рының организмға тәьҫирен тойомлар өсөн, гел тәүҙә үҙем эсеп ҡарайым. Бер ҡасан да белмәгәнде тота килеп кешегә яҙмайым. Беҙҙең һөнәрҙә иң мөһиме – пациент-тарыңды аңлау, үҙеңдең яҡын кешеңде күргән кеүек хөрмәт итеү, матур мөғәмәлә ҡороу. Гиппократ антына ғүмер буйы тоғро ҡалдым, уның ише бөйөк ғалимдарҙың ғилми хеҙмәттәре, асыштары мине гел маяҡ итеп алға әйҙәне! Гиппократтың нисә быуат элек яҙғандары әле булһа тетрәтә мине: мәҫәлән, һәр ауырыуҙы, прогрессив күренеш тип, этаптарға бүлеп ҡарауы. Иң ҡурҡыныс этабы –  «көрсөк», унан һуң кеше йә үлә, йә аяҡҡа баҫып китә. Ә бит быға бик күп факторҙар йоғонто яһай ала.

 

Дауамын журналыбыҙҙың 2026 йылдың июнь һанында уҡый влвһығыҙ

 

Фото героиняның шәхси архивынан

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас