+19 °С
Облачно

Бер мәсьәләгә ҡараш. Һандыҡта ятмаһын!

Туған тел  мәсьәләләре тураһында  күп һөйләйбеҙ. Кемдер уның бөйөклөгө менән ғорурлана, икенсеһе  бөтөп барыуына зарлана. Башҡорт теленең  киләсәге  хаҡында ла төшөнкөлөк менән фараз йөрөтөүселәр бар. Ғөмүмән, бөгөн  милли телдәрҙең барыһы ла яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж. Донъялағы ете меңдән ашыу телдең береһе кемдеңдер туған теле һанала. Үҙебеҙҙең күп милләтле республикабыҙҙа ғына ла улар әллә күпме. Телдәрҙең һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле. Башҡорт теленең дә ни тиклем бай, һутлы, моңло булыуы барыбыҙға мәғлүм. Бөгөн башҡортса бер миллиондан ашыу кеше һөйләшә, шуларҙың 940 мең тирәһе уны көн дә файҙалана. Ошо аралашыу ҡоралы аша халҡыбыҙ үҙен милләт итеп таныта, башҡалар араһында урынын билдәләй. Туған телеңдә иркен аралашып, уны һаҡлап һәм үҫтереп йәшәү өсөн бер ҡаршылыҡ та юҡ кеүек булһа ла, донъялағы дүрт меңгә яҡын аҫаба халыҡтың бик аҙы ғына үҙ телен белә. Ғалимдар фекеренсә, халыҡтарҙың теленән ситләшә башлауы XX быуат уртаһына тура килә. Глобализация арҡаһында уларҙың ҡайһы берҙәре өҫтөнлөк алып, икенселәре сикләнгән кимәлдә генә файҙаланыла башлай.

Бер мәсьәләгә ҡараш. Һандыҡта ятмаһын!Бер мәсьәләгә ҡараш. Һандыҡта ятмаһын!
Бер мәсьәләгә ҡараш. Һандыҡта ятмаһын!

Телгә мәҙхиә йырлап, фәлсәфә һатып ҡына эш сығарып булмай. Был йәһәттән һәр кемдең өлөш индереүе мөһим, сөнки битарафлыҡ, вайымһыҙлыҡ арҡаһында телен генә түгел, халҡын юғалтыусыларҙы ла тарих яҡшы хәтерләй. 2019 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһында хәбәр ителеүенсә, донъяла һәр ай һайын ике аҫаба халыҡтың теле юҡҡа сыға. Тимәк, тел менән бергә уларҙың белеме, традициялары, ғөрөф-ғәҙәттәре лә юғала.

Күптән түгел генә теленә битараф булмаған телһөйәрҙәрҙе Рәсәй Мәғариф министрлығының 704-се бойороғо борсоуға һалғайны. Уға ярашлы, мәктәптәрҙә туған тел уҡытыу дәрестәре тағы ҡыҫҡартылырға һәм «туған тел» атамаһын  «РФ халыҡтары телдәре» тип үҙгәртеү ҡаралған ине. Күп кенә милли төбәктәр, «аҙ һанлы халыҡ булыу, уның теле башҡаларҙыҡынан кәм тигәнде аңлатмай. Үҙ халҡыңдың телен туған тел тип атауҙы тыйыу – телдәрҙе һаҡлауға гарантия биргән РФ Конституцияһының 68-се статьяһын боҙоу ул» тигән дәғүә белдерҙе. Милләт хоҡуғын һаҡлау йәһәтенән айырыуса татар һәм яҡут халҡының зыялылары әүҙемлек күрһәтте. Улар тырышлығы менән туған тел төшөнсәһе һаҡлап ҡалынды, ә инде артабан уны юғалтмау үҙебеҙҙән тора.

Шуныһы ғәжәп: арҡабыҙҙы терәрлек «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы законыбыҙ бар, милләтебеҙҙе танытҡан абруйлы шәхестәребеҙ, заманса ҡарашлы йәштәребеҙ ҙә байтаҡ. Ә ни өсөн башҡорт телендә һөйләшеүселәр, уны өйрәнергә теләүселәр кәмей, нилектән телде һаҡлау проблемаһы тыуа һуң? Бөгөн күптәр йәш быуынды тәрбиәләүҙе, милли үҙаң үҫтереүҙе, туған телгә хөрмәт уятыуҙы уҡытыусылар иңенә генә һалырға, тел буйынса килеп сыҡҡан проблемаларҙа ла уларҙы ғәйепләргә күнеккән. Шуға ла мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, вазифалы урын биләгән абруйлы етәкселәр, төрлө йәмәғәт ойошмалары ла, берҙәй яуаплылыҡ тойоп, йәш быуында башҡортлоҡ сифатын үҫтереүҙә әйҙәп йөрөүселәр булырға тейеш түгелме икән? Әлбиттә, быға нигеҙ тәү нәүбәттә ғаиләлә һалына. Ата-әсә һала телгә һөйөүҙе. Әгәр ҙә улар үҙ-ара башҡортса һөйләшә, ғөрөф-ғәҙәтен хөрмәт итә икән, тимәк, ошо мөхиттә үҫкән бала ла бер һүҙһеҙ уларҙы ҡабатлай. Ә уҡытыусы бала күңелендәге  телһөйәрлек орлоҡтарын үҫтереүгә, уны грамматик яҡтан камиллаштырыуға ярҙам ғына итә.

2023 йылда Чечен Республикаһы Башлығы Рамзан Ҡадыров телде һаҡлау буйынса ҙур эш алып барылыуы, командаһында туған телен белмәгәндәргә урын юҡлығы һәм үҙ телендә уйламаған һәм һөйләшмәгән балалар үҫтергән милләттең тамыры ҡороуы хаҡында белдерҙе. Ни хәтлем хаҡ һүҙҙәр! Бөгөн беҙҙең дәүләт идаралығында, коммерция һәм милләт-ара аралашыуҙа телдең ихтыяжы түбән булыуын иң беренсел проблемалар рәтенә индерһәк, бер ҙә яңылыш булмаҫ. Нәҡ ошо ихтыяждың тейешле кимәлдә булмауы телдең абруйын төшөрә, уны киңерәк, рәсми дәрәжәлә файҙаланыу мөмкинлеген сикләй. Шулай уҡ башҡорт телен уҡытыу методикаһының үтә ҡатмарлы, хатта ниндәйҙер дәрәжәлә дөрөҫ булмауы ла телселәребеҙ иңенә яңы талаптар ҡуя. Былар иһә, йәғни телдең рәсми сараларҙа абруйлы кешеләр тарафынан тейешенсә файҙаланылмауы, ҡулланылыш даирәһе киңәйтелмәүе һәм методик проблемалар – тел өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы, теләкте кәметеүсе сәбәптәр. Халыҡ алдында йөрөгән шәхестәребеҙҙең тағы ла бер ҡыҙыҡ ғәҙәтен телгә алып китке килә. Ниндәйҙер тапшырыуҙа йәки сарала сығыш яһағанда фекерен еткерә алмаһалар: «русса әйткәндә», «русса әйтмешләй» тип һөйләргә ярата, хатта, «ғәфү итегеҙ, руссаға күстем» тиеүселәр ҙә осрай. Шуныһы аңлашылмай:  әгәр ҙә һүҙлек байлығың һай, тәржемәне белмәйһең икән, ниңә сит һүҙлекте файҙаланыуыңа баҫым яһарға, абруйлы кешенең бындай телмәрен тыңлаған икенсе берәү шулай һөйләүҙе дөрөҫ тип ҡабул итеүе бар бит. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына булған шундай нәмәләрҙән башлана ла инде телдең сүпләнеүе. Фекер еткереүҙең кимәлен күрһәткән телмәр мәҙәниәте һәм этикеты тигән төшөнсәләр ҙә бар бит әле.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй  съезында  Радий Хәбиров та, башҡорт телен өйрәтеүҙе модалы һәм заманса итергә кәрәк, тигәйне. Республика Башлығы үҙе шулай тип торғанда зарланырлыҡ урын да юҡ кеүек, бөгөндән үҙ телеңдә аралаш, балаларыңды, ейәндәреңде өйрәт... Өҫтәүенә, республикала телде популярлаштырыуға йүнәлтелгән төрлө проекттарға финанс ярҙамы күрһәтеү буйынса Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы ла уңышлы ғына эш башланы. Шуға ла үҙебеҙ йәшәгән һәм интернет донъяһы үҫешкән дәүерҙә туған телебеҙҙе һаҡлау, уны модалы итеү – барыбыҙ алдында торған мөһим һәм етди бурыс. Фекереңде туған телеңдә аңлата белмәйһең, балаларың, ейәндәрең башҡортса һөйләшмәй икән, милли кейем кейеп, тел, рухи ҡиммәттәр тураһында ялҡынлы телмәр тотоуҙан фәтүә юҡ.

Сит телгә артыҡ өҫтөнлөк биреп, яттар тирмәненә һыу ҡойоуҙы тулыһынса аңлап та етмәйбеҙ төҫлө. Мәҫәлән, ниңәлер рус телен белгәндән генә юғары белем алырға, карьера эшләргә була тигән стереотип нығынған. Ә бит башҡорт теленең дәүләт статусына эйә булыуы арҡаһында, уны үҫтереүгә һәм һаҡлауға күп мөмкинлектәр бирелеүен танымау мөмкин түгел. Әммә ныҡлап таяныр законыбыҙ булыуға ҡарамаҫтан, был йүнәлештә бер төркөм телһөйәр тарафынан бер яҡлы ғына эш алып барылғандай. Ата-әсәләр баштан уҡ балаһына телдең милләтте йәшәтеүсе ҡорал булыуын аңлатып тәрбиәләгәндә, телгә ихтыяж да, хөрмәт тә ҙурыраҡ булыр ине. Мәҫәлән, «Үҙем башҡорт, балам башҡорт, баламдың балаһы башҡорт!» тигәнерәк флешмоб ҡына ла ғәмһеҙҙәр араһында сәм һәм ғәм уятыр ине.

Хәйер, башта әйтеүебеҙсә, ниндәйҙер телгә өҫтөнлөк биреп, икенсеһенең дәрәжәһен төшөрөү башҡорт теленә генә ҡағылмай. Мәҫәлән, һуңғы 30 йылда ғына ла рус теленә дүрт меңгә яҡын сит ил термины инеп, әллә күпме төп һүҙҙе ҡыҫырыҡлап сығарған. Был мәсьәлә йылдан-йыл үҫә генә бара. 1919 йылда уҡ «Правда» гәзитендә

В. И. Лениндың рус теленең таҙалығы тураһында яҙған мәҡәләһе баҫылып сыға. «Рус телен боҙабыҙ, кәрәккәндә, кәрәкмәгәндә лә сит ил һүҙҙәрен ҡулланып, бәҫебеҙҙе төшөрәбеҙ. Сит һүҙҙәргә көрәш башларға ваҡыт түгелме икән?» – ти ул. Үткән быуатта уҡ әйтелгән һүҙҙәр әле лә мөһимлеген юғалтмаған. Бөгөн рустарҙың ғына түгел, хатта башҡорт телмәрен дә инглиз һүҙҙәре ҡыҫырыҡлай. Ауылдарҙа ла сит телдә аталған магазин, кафе, кибеттәр күп хәҙер. Баштараҡ яңы технологиялар арҡаһында барлыҡҡа килгән ят һүҙҙәр тәржемәләнеп, тиҙ генә ҡулланылышҡа инеп китә ине, мәҫәлән, «дарыухана, эшҡыуар, боҙбармаҡ, ҡулсатыр, йәнһүрәт, көйәрмән, баһалама ағзаһы, ҡәһүә, туҡталҡа, асарбаҡ, тулҡынлы мейес, ташлама, сәйәсмән» һүҙҙәре. Уларҙың көндәлек һүҙлеккә тиҙерәк инеп китеүенә төрлө матбуғат саралары булышлыҡ итте. Уйлап ҡараһаң, телебеҙ шул тиклем бай, аралашыу, фекер еткереү өсөн һүҙҙәргә мохтажлыҡ юҡ. Әммә бөгөн йәштәрҙең аралашыуында ғына түгел, ҙур сәхнәләрҙә, трибуна артында сығыш яһаусы шәхестәрҙең дә респект, мессенджер, фейк, смайл, треш, кринж, топ, абьюзер, пранк, лайфхак, пати, селфи, коллапс тигән һүҙҙәрҙе файҙаланыуы күңелде ҡыра. Ә бит шул уҡ һүҙҙәрҙең тәржемәһе телебеҙҙә электән бар, үҙебеҙсә, башҡортса.

 

Эльза Мөхәмәҙиева.

 

Р. Камалова фотоһы

Автор:
Читайте нас