

Ағайым
–Ҡояшым! – тип һөйә әсәй,
–Ҡолонсаҡ! – ти өләсәй.
– Батырым! – тип маҡтай атай,
Баштан һыйпай олатай.
Ағай минән ялҡып бөткән,
Янынан ситкә ҡыуа.
Ҡояш, ҡолонсаҡ ҡустыһы
Кәрәкмәй микән уға?
Ил һаҡсыһы булам
Армиянан ҡайтты ағай,
Башында – зәңгәр берет.
– Мин десантсы булдым! – тиеп
Йөрөй күкрәген киреп.
Иххх! Әле мин бәләкәс шул...
Туҡта, үҫеп алайым.
Ил һаҡсыһы булып ҡайтһам...
Ныу аптырар ағайым!
Балыҡта
– Ҡап-ҡап, сабаҡ!
Ялтырап ят, сабаҡ!
Эләкмәһәң ҡармаҡҡа,
Үкенерһең аҙаҡ!
Һыуға ташлап ҡармаҡты,
Тотоп алдым сабаҡты.
Ағай тотто суртанды,
– Оһо-һо-о! – тип маҡтанды.
Эләккәйне бер бәрҙе,
Һыҙғырып уҡ ебәрҙе.
– Балыҡ һине яратмай, –
Тип көлә минән ағай.
Һине күрә лә ҡаса,
Эй, эшкинмәгән малай...
Ағай тотҡан балыҡты
Кәрзинкәгә тултырам.
Ағай яңғыҙ ҡурҡыр бит,
Иптәш булып ултырам...
Туратым
«Тыр-р, тыр-р, тыр-р, атым,
Сабыр итсе, Туратым.
Хәҙер юлға сығабыҙ,
Бер аҙ көтөп тор, атым».
Һыртыңа эйәр һалам,
Тағы кейҙерәм йүгән.
Мин бит – башҡорт малайы,
Һыбай елдерә беләм.
Һин – Аҡбуҙат,
Мин – Урал,
Ҡулымда – ағас ҡылыс,
Миндәй малайҙар барҙа
Донъялар булыр тыныс!
На-а-а!!!
Ҡыйғас болот
Ҡыйғас ҡашлы болот ағай,
Ҡарама миңә өҫтән.
Ямғыр булып яуғаныңды
Көтәләр инде күптән...
Бейеүсе айыу
Айыу ағай бейеп йөрөй,
Билендә һоро ҡайыш.
Тыпыр-тыпыр бейер ине,
Аяҡҡынаһы тайыш...
Һап итте лә һоп итте,
Ҡоланы, бынағайыш...
Бүтән тора алманы,
Ысҡынып китте ҡайыш...
Йоҡлап китте:
– Ғыр-р, ғыр-р-р...
Арығандыр, бахыр...
Уҡытыусы өкө
Өкө апай – уҡытыусы,
«У» хәрефен уҡыта.
– Ухы-ы! – ти ул, уҡымаһаң,
Йоҙроҡ төйөп ҡурҡыта...
Миндек
Йөҙ ауырыуға дауаһың,
Шифалы ҡайын миндек.
Һаҡлар өсөн ҡышҡылыҡҡа
Һине алырға килдек.
Сыбыҡ матай
Атланып сыбыҡ матайға,
Ҡаршы саптым атайға.
Др-р-рын-др-р-рын матайым,
Эштән ҡайта атайым!
Эй ҡыуанды атайым:
– Бигерәк шәп матайың!
Һыймаҫмын мин матайға,
Йәйәү генә ҡайтайым...
Бороп сыбыҡ матайҙы,
Саптым ауылға ҡарай.
– Ҡайһылай шәп малай! – тип
Бөтәһе миңә ҡарай...
Шишмә
Шишмә йырлай, шаяра,
Тауҙан аҫҡа юл яра.
– Йәй айҙары йәмле! – ти,
Һыуым шундай тәмле! – ти.
Һыуым услап эсегеҙ,
Артып китһен көсөгөҙ.
Ә мин китәм артабан
Оло йылғаға табан...
Әсе һуған
Йәшел ҡыяҡ һуған,
Эсенә һут тулған.
Үҙе минән һорай:
– Мин әсеме, туған?
Фото шағирәнең шәхси архивынан