+17 °С
Дождь

Бензин менән хәл тағы киҫкенләшә

Властар хәлде тотороҡландырыр өсөн нимәләр эшләй? Салауатҡа булған БПЛА һөжүме кире йоғонто яһармы? Яуаптар яҙмала. 

Бензин менән хәл тағы киҫкенләшәБензин менән хәл тағы киҫкенләшә
Бензин менән хәл тағы киҫкенләшә

Башҡортостанда йәнә яғыулыҡҡа бәйле хәл киҫкенләште. Барыһы ла тотороҡланып килә тип йөрөгәндә, тағы ла яғыулыҡ ҡойоу станцияларына сират теҙелде, ябыҡ һәм эшләмәгән АЗС-тар күбәйҙе.

Ошо айҡанлы Башҡортостан юлдаш телеканалында Республикаға идара итеү үҙәге ойошторған тура эфирҙағы брифингтар дауам итә. Бөгөн унда республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова ҡатнашты.

Билдәле булыуынса, бөгөн Салауат ҡалаһы заводтарына дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм итте. Хеҙмәттәр уны ваҡытында кире ҡаҡты, һөҙөмтәлә БПЛА емереклектәре төшкән урындарҙа төтәгән усаҡтар булды. Оператив хеҙмәттәр эҙемтәләрҙе бөтөрөүгә тотондо.

Олег Тыщенкоға бирелгән тәүге һорау ошоға бәйле булды – был Башҡортостандың яғыулыҡ хәленә йоғонто яһамаҫмы?

– Дөйөм алғанда, республикала яғыулыҡ баҙары бик баланслы – был беҙҙең заводтар һәм башҡа төбәктәрҙән килтерелгәне. Шуға күрә Салауатта булған ваҡиғалар яғыулыҡ баҙарына йоғонто яһамаясаҡ. Беҙҙең етештереү ҡеүәттәре төбәкте артығы менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә, бынан тыш, запас та бар. Халыҡты борсолмаҫҡа, тыныслыҡ һаҡларға һәм үҙебеҙ үк булдырған шау-шыуҙы үткәреп ебәрергә саҡырам. Яғыулыҡ етерлек күләмдә буласаҡ, – тип ышандырҙы Тыщенко.

Уның фекере буйынса, яғыулыҡ баҙарындағы хәл бер нисә көн эсендә тотороҡланырға тейеш.

– Ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар бар, беҙ уларҙы ҙур компаниялар менән берлектә хәл итәсәкбеҙ. Алдағы ике-өс көндә хәл тотороҡланыр, тип уйлайым. Әлбиттә, беҙҙә яғыулыҡ кәмемәне. Әммә билдәле бер кумулятив эффект барлыҡҡа килә, бәләкәй АЗС-тарҙа келәттәрҙә булған бензин ҡалдыҡтары әкренләп һатылды, ә бәләкәй заправкаларға башҡа яғыулыҡ килтермәйҙәр һәм улар ябыҡ тора. Ҙур селтәрҙәр, әлбиттә, күләмдәрен арттыра. Өҫтәүенә, ихтыяждың артыуы ла йоғонто яһай, сөнки һәр сират — ул билдәле бер күләмдә бактарға ҡойорға кәрәк яғыулыҡ, – тип аңлатты Олег Тыщенко.

Уның мәғлүмәте буйынса, әгәр республика ҡалаһында йәки районында ҙур селтәрҙең АЗС-тары булһа, унда хәл дөйөм алғанда тотороҡло, ә тәү сиратта килеп тыуған хәл ваҡ селтәрҙәрҙең клиенттарына йоғонто яһай.

– Бында мин компания етәкселәренә килешеү эшен әүҙемерәк алып барырға тәҡдим итәм, беҙ, әлбиттә, уларға тиҙләтелгән тәртиптә поставкаларға килешеү төҙөргә ярҙам итәбеҙ. Әммә шул уҡ ваҡытта шәхси эшҡыуарҙарҙың да социаль йөкләмәләре булырға тейеш, улар ҙа проблемаларҙы хәл итергә тейеш, — тип билдәләне министр урынбаҫары.

 

Фото: скриншот. 

Автор:
Читайте нас