

Байрамға Бүләкҡужаның ейәндәре Танһыҡбай, Мөғәллим, Алсынбай, Ҡасим, ейәнсәре Мөхәдисәнән таралған бер нисә быуын вәкилдәре килгәйне. Динислам Бүләков менән Лилиә Фазлетдинова байрамды күңелле генә алып барҙы: туғандар менән таныштырҙы, иң оло һәм иң кесе Бүләковтарҙы билдәләне. Әйткәндәй, тап Динислам Раил улы – ошо осрашыуҙы ойоштороу идеяһын тәҡдим итеүсе. Уның уйын Рәмил Ханнан улы, Гөлгөнә Ғәзнәүи ҡыҙы, Лилиә Раил ҡыҙы күтәреп алып, бергәләп башҡарып сыҡты. Әлбиттә, ауылда ла ярҙам итеүселәр күп булды: яландағы үләнде сабып әҙерләргә, сәхнә ҡуйырға, уйындар өсөн майҙансыҡты таҙартырға, бүләктәр алырға кәрәк ине.
Баннерға баҫылған шәжәрәлә 500-ҙән ашыу кеше теркәлгән, ул һаман да тулыландырыу өҫтөндә. Килен, кейәүҙәр иһә айырым баҫылған һәлмәк кенә китапҡа яҙылған.
Бүләковтар таланттарға бай. Ҡунаҡтар йыр-бейеүҙән төҙөлгән дәртле концерт ҡарап кинәнде. Балалар эргәләге Урал йылғаһында йөҙөп рәхәтләнде, төрлө уйындар уйнаны. 200-ләп кеше йыйылған Урал буйы гөрләп торҙо. Төрлө район-ҡаланан килгән балаларҙың, үҫмерҙәрҙең бер-береһе менән танышып аралаша башлауҙарын күреп һөйөндөк. Бүләковтар шәжәрәһе ҙурая, тормош дауам итә.
Лилиә МӘҮЛИТОВА.
Автор фотолары