

Байрам саралары иртән үк, Октябрь майҙаны территорияһында фестиваль майҙансыҡтары эшенән башланды: оҫталарҙың авторлыҡ эштәре менән һөнәрселек йәрминкәһе, рәссамдарҙы илһамландырыусы аллея; гастрономик кухня, төрлө әүҙемлек һәм оҫталыҡ дәрестәре, интерактивтар, төрлө халыҡтар уйындары ойошторолғайны.
Ғаилә традицияларын һаҡлауға һәм балалар тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән ғаиләләрҙе бүләкләү тантанаһы байрамдың төп ваҡиғаһы булды. Төп сәхнәлә дәүләт наградалары һәм йәмәғәт таныуы билдәләрен, шул иҫәптән «Ата-әсәлек даны» ордены, «Ата-әсәлек ҡаһарманлығы» миҙалы тапшырылды, «Герой-әсә» исеме бирелде. Бүләктәрҙе үҙ-ара ярҙам һәм оҙон ғүмер өлгөһө булған күп балалы ғаиләләр һәм ирле-ҡатынлы парҙар алды. Бүләкләү тантанаһы баш ҡаланан килгән күренекле сәнғәт әһелдәре тарафынан әҙерләнгән бай концерт номерҙары менән аралашып барҙы
Изге Петр һәм Феврония һәйкәле янында рәсми никах тантанаһы программаның айырым өлөшө булды - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Константин Иванович Гребенщиков һәм Карина Вячеславовна Дьяконованы никахы теркәлде. Уларҙы алтын туйҙарын билдәләүсе пар – Александр һәм Наталия Петрушевскийҙар ҡотланы һәм тоғролоҡто символлаштырыусы ҡурсаҡ бүләк итте. Ә республикабыҙ башлығы Радий Хәбиров хәләл ефете Каринэ Хабирова менән яңы тыуған йәш ғаиләгә һәм алтын туйҙарын билдәләгән ирле-ҡатынлыларға гөлләмәләр һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Байрамдың күңелгә үтеп инерлек тағы ла бер ваҡиғаһы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рим Рәхимов һәм Айым Рәхимованың ғаиләһендә дүртенсе бала булып кем тыуыуын асыҡлаусы сара – гендер пати булды.
Концерт программаһын Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Ришат Һәм Әлиә Төхвәтуллиндар, Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Наҙгөл Отузова биҙәне.
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө Йыл һайын Бөрөлә Башҡортостандың төрлө райондарында йәшәүселәрҙе һәм республика ҡунаҡтарын берләштерә. Байрам ныҡлы ғаиләнең ҡиммәтен, ата-әсәләрҙең үҙ-ара ихтирам итеүен, яуаплылығын һәм быуындарҙың күсәгилешлеген иҫкә төшөрә.
Йәй уртаһында боронғо сауҙагәр ҡалаһы эҫе ҡояш менән генә түгел, ә меңәрләгән халыҡтың һәм байрам ҡунаҡтарының йөрәктәре йылыһы менән дә яҡтыртылды, сөнки ғаиләләреңдә һәм йорттарыңда матур атмосфера булдырһаң ғына, уны тирә-яғыңда ла булдырыу мөмкин, Ә Башҡортостан халҡы бындай атмосфераны булдырырға, яратырға, йолаларҙы балаларына тапшыра белә.
Роза Хөснуллина
Фото Олег Яровиков, Азат Ғиззәтуллин