

1998 йылда үҙ эштәрен асып ебәрә Күлбаевтар. Тирмән һатып алып, «Аҡ тирмән» ойошмаһы булдыралар һәм унда туҡмас изделиелары эшләйҙәр, иген эшкәртәләр, икмәк бешерәләр. Бизнес көйгә һалынып, ныҡлап аяҡҡа баҫтыҡ тигәндә, колхоздар бөтөп, иген сәселмәй башлай. Ә тирмәндә он тарттырырға көнөнә 35 тонна иген кәрәк. Ыҡсым ғына, игенде йыуып таҙалай, ташынан, төгөнән айыра торған функциялары булған тирмәнде металлоломға тапшырырға йәл, һатыр инеләр, алыусы юҡ. Шул саҡ Күлбаевтар талҡан эшләп ҡарарға ниәтләй. Файҙалы ризыҡ бик үтемле булып сыға, эштәре гөрләп алға китә.
Бөгөнгө көндә егерме биш төрлө продукция етештерелә. Ә эште башлаған саҡта күптәр талҡандың нимә икәнен дә белмәй, ҡала-райондар буйлап уның ни тиклем файҙалы ризыҡ икәнен аңлатып йөрөйҙәр. Сауҙа итеүҙе йәйелдереү күп көс талап итә. Тырышлыҡ һөҙөмтәһеҙ ҡалмай, бөгөнгө көндә Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә халыҡ яратып ала «Аҡ тирмән» продукцияһын. «Аҡ тирмән»дә етештерелгән талҡан, дәүләт стандарттарына тап килгән аҙыҡ булараҡ, «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» конкурсында еңеү яулай, биш йөҙләп сауҙа нөктәһендә һатыла. Өфөлә, мәҫәлән, уны супермаркеттарҙа һәм дарыуханаларҙа алырға мөмкин.
«Ҡасандыр беҙ талҡанды күтәрһәк, хәҙер талҡан беҙҙе күтәрә. Популярлашып киткән был төр аҙыҡ менән (сөнки химияһыҙ, консер-вантһыҙ) төбәк-ара, халыҡ-ара фестивалдәрҙә, күргәҙмәләрҙә ҡатнашырға, хатта сит өлкәләргә, илдәргә сәфәр ҡылырға тура килде», – тип ғаилә бизнесын нисек ҡороуҙары, һатыуға сығарыуҙары тураһында хәтирәләре менән бүлешә Күлбаевтар. Улар – үҙҙәренең килемен түгел, ә һатып алыусыны уйлап эш иткән эшҡыуарҙар. «Продукция бигерәк тә ураҙа тотҡан кешеләргә файҙалы. Тикшеренеүҙәр талҡандың нервы системаһын яйға һалған В витаминына бай булыуын асыҡлаған. Юҡҡа ғынамы, ашаған ризыҡ дарыу кеүек булырға тейеш, тип әйтмәгәндәр. Талҡанды ҡулланыу ҡан тамырҙарындағы холестерин кимәлен кәметә. Цинк, калий, йод һәм каротин, аҡһым, аминокислоталар эндокрин, йөрәк-ҡан тамырҙарын нығыта. Күҙәнәкле туҡыма организмды токсиндарҙан, ауыр металдан таҙалай, эс ҡатыуҙан, йыуан эсәкте яман сирҙәрҙән һаҡлай», – ти дөрөҫ туҡланыу, сәләмәт тормош яҡлы Рима ханым.
Рима Сәйфетдин ҡыҙы – уңышлы бизнес-леди ғына түгел, һөйөклө ҡатын, бәхетле әсәй, хәстәрлекле өләсәй ҙә. Күлбаевтарҙың улдары Линар – адвокат, ҡыҙҙары Лена ғаилә бизнесы продукцияһын таратыусы (дистрибьютор), дүрт ейән һәм бер ейәнсәре уңыштары менән һөйөндөрә. Ғаилә бизнесын ейәнсәрҙәренә тапшырғандар. Бәләкәйҙән шул мөхиттә ҡайнашып үҫкән Кристина эште дауам итә. Хәҙер инде тыныс күңел менән өйҙә генә торһаң да була кеүек. Әммә Рима апай ҡул ҡаушырып ултырырға өйрәнмәгән, эҙләнеүсән, яңылыҡҡа ынтылыусан гүзәл ханым булараҡ, косметология өлкәһендә белем алып, Мәләүез ҡалаһында матурлыҡ һәм сәләмәтлек салоны асҡан. Заманса технологияларҙы өйрәнеп, кешеләргә һаулыҡтарын нығытырға ярҙам итеүҙән үҙенә көс-дәрт, илһам ала ул.
– Йәшәү тәжрибәмдән шуға төшөндөм, иң мөһиме – яратыу. Тормошта төрлө хәлдәр була, шул саҡта әрләшмәҫкә, ҡайғырмаҫҡа, үпкәләмәҫкә, асыу тотмаҫҡа, барыһын да Хоҙайға тапшырып, доғалар аша үткәрә белергә кәрәк, – тине хушлашҡанда Рима Сәйфетдин ҡыҙы. Эйе, нимә генә кисерергә тура килмәгән уларға: бизнеста юғалтыуҙарҙы ла, аҡсаһыҙлыҡты ла, яман уйлы әҙәмдәрҙең йорттарына ут төртөүенән саҡ иҫән ҡалған саҡтарҙы ла... Әммә бер-береһенә булған йәшлек мөхәббәте, тәрән ихтирам, сабырлыҡ ауыр һынауҙар аша үтергә, яҙмыштың әсе елдәренә бирешмәҫкә, тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яуларға, уңышлы һәм бәхетле булырға ярҙам иткән.
Аҡ төҫ – таҙалыҡ, изгелек, именлек билгеһе, тиҙәр, «Аҡ тирмән»гә – аҡ юлдар!
Регина КАМАЛОВА.