+18 °С
Дождь

Сейәле май, ҡарағатлы май.

Башҡорттарҙың борон-борондан килгән ризығы.

Сейәле май, ҡарағатлы май.Сейәле май, ҡарағатлы май.
Сейәле май, ҡарағатлы май.

Кемдең мөмкинселеге бар – бал менән эшләй, кемдеке юҡ – шәкәр менән. Ҡарағатты шыйыҡ балға һалып болғайбыҙ. Ҡарағат ҡыҙарып, бал менән буталғас, һары майҙы иретеп ҡоябыҙ, тик май эҫе булмаһын. Ҡарағат йәки сейә төпкә төшкәс, һыуытҡысҡа ултыртып алабыҙ ҙа, өҫтөндә май ҡата башлаһа, алып яйлап ҡына болғатып торабыҙ. Ҡарағат йәки сейә өҫкә ҡалҡҡас, тәме сыҡһын өсөн тағы һыуытҡысҡа ултыртабыҙ. Шунан туңдырғысҡа (морозильник) ултыртып һаҡлайбыҙ.

 
Автор:
Читайте нас