+18 °С
Дождь

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең төп өҫтөнлөктәре:

БПЛА операторҙары өсөн юғары хәүефһеҙлек дәрәжәһе  тәьмин ителгән. Улар алғы һыҙыҡтан йыраҡ хеҙмәт итә. Шулай уҡ Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт сроктарын тәҡдим итә.  Контракт бер йылға төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлеген баһаларға мөмкинлек бирә. Контракт ваҡыты үткәс, хәрби хеҙмәткәр эштән китә, йә булмаһа яңы контракт төҙөй ала.

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә  хеҙмәт итеүҙең төп өҫтөнлөктәре:Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә  хеҙмәт итеүҙең төп өҫтөнлөктәре:
Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең төп өҫтөнлөктәре:

Йәнә, Оборона министрлығы менән контрактта  хәрби хеҙмәткәр үҙенең ризалығынан тыш БПЛА менән идара итеүгә бәйле булмаған башҡа хеҙмәткә  күсерелмәй, тигән пункт бар.

БПЛА  өлкәһендә хеҙмәт итеүселәргә тулы социаль пакет  бар, шулай уҡ уларға закондарҙа күрһәтелгән  барлыҡ түләүҙәр,  ташламалар һәм социаль гарантиялар ҡаралған.

Бынан тыш,  юғары уҡыу йортонда белем алыусы студенттар академик отпуск алып,  хеҙмәттән һуң уҡыуын дауам итә ала.

 Һөҙөмтәле эш өсөн айырым түләүҙәр бар. Мәҫәлән, дошман техникаһына уңышлы һөжүм итеүселәргә 50 меңдән 500 мең һумға тиклем аҡса түләнәсәк.

БПЛА операторы  хеҙмәте менән ҡыҙыҡһыныусылар тулыраҡ аңлатма алыу  өсөн 122 номеры буйынса шылтырата ала.

Сығанаҡ - «Африка» из Башкирии рассказал о службе операторов БПЛА в зоне СВО

Автор:
Читайте нас