

Гөлназ Дәүләтбаева:
– Мин – биш бала әсәһе. Икәүһе мәктәпте тамамланы инде, өсәүһе әле уҡый. Өлкән ҡыҙым Башҡорт дәүләт медицина университетын бөтөп, педиатр булып эшләй, икенсеһе Өфө фән һәм технологиялар университетында дүртенсе курста белем ала. Икеһе лә яҡшы уҡыны. Өлкәнебеҙ менән дәүләт имтихандарын тапшырғанда, ғаиләбеҙ өсөн дә тәүге һынау булғанғамы, бик тетрәнгәйнек. Төп фәндәр буйынса репетитор ялланыҡ. Ныҡ башы ауырта торғайны ҡыҙымдың, стресс кисерҙеме, көсөргәнеш шулай тәьҫир иттеме? Уҡыуға, имтихандарға үтә яуаплы ҡараған балаға икеләтә ҡыйын. Һаулығын юғалта яҙҙы шунда ҡыҙым. Махсус медицина класында белем алһа ла, репетиторҙарға йөрөһә лә, бюджетҡа инә алманы. Ике йыл 140 мең һум түләп уҡыттыҡ. «Бишкә» генә өлгәшкәнгә, өсөнсө курста бюджетҡа күсерҙеләр. Унан һуң инде сирҡаныс алдыҡмы, беҙ ҙә, балалар ҙа дәүләт имтихандарына тыныс ҡарай башланыҡ. Туғыҙынсы класты тамамлап килгән Аишаға был йәһәттән еңелерәк, өлгө булырҙай апайҙары бар, аңламаған темалары хаҡында уларҙан һораша, кәңәшләшә. Аталары мобилизация буйынса МХО-ла алынғас, бер үҙемә барыһын да контролдә тотоу ҡыйын. Шуға балалар бер-береһен тыңларға һәм ярҙам итергә күнеккән. Беҙҙе бәләкәй саҡта «тырышһаң – кеше булырһың» тип үҫтерҙеләр. Йылдың-йылы талаптар ҡаты. Әммә «сабырлыҡтың төбө – һары алтын» тип әйтә торғайны өләсәйем. Мин дә балаларыма сабыр булырға, үҙ аллылыҡҡа, үҙ көстәренә ышанырға өйрәтәм. Әммә шул уҡ ваҡытта бер кеше лә үлем сигенә еткәнсе түҙергә тейеш түгел. Атай-әсәйҙәр бәләкәстән балаларына үҙ эмоцияларын тойорға, танырға, аңларға өйрәтергә бурыслы. Мин ҡыҙҙарымды кескәйҙән, көҙгө ҡаршыһына баҫтырып, төрлө хистәрҙең йөҙ һыҙатында нисек сағылыуын, уларҙың нимә аңлатыуын төшөндөрә килдем. Үҙ эмоцияларыңды ҡабул итеү һәм улар менән идара итә белеү күп бәләләрҙән ҡотҡара. Бөтә нәмә үҙ-үҙеңде аңлауҙан башлана. Шунда ғына һин ысынбарлыҡты бөтә ыңғай һәм кире яҡтары менән ҡабул итергә, дөрөҫ һығымталар яһарға өйрәнәһең. Балаларымдың уҡыуҙа яҡшы өлгәшеүҙәрен теләһәм дә, имтихандарҙы 100 балға тапшырығыҙ, тип бер ҡасан да талап ҡуймайым. Ҡыҙыл дипломлы, әммә тотороҡһоҙ невротиктарҙы үҫтереүҙән йәмғиәткә лә файҙа юҡтыр, тип уйлайым.
Илшат Зарипов:
– Бер йылды Ейәнсура районында шундай тетрәндергес хәл булды: бер-бер артлы ике бала үҙенә ҡул һалды. Имтихандар алдынан ғүмере менән хушлашырға йөрөгән тағы бер уҡыусыны ярай ваҡытында аңғарып ҡотҡарып ҡалдылар. Ул ҡыҙыҡай менән һөйләшеп, аңлатыуҙар алып барғандары хәтеремдә. Кәләшем Ейәнсура районынан булғас, үҙебеҙ ҙә атай-әсәй бит инде, хәлдәре менән ҡыҙыҡһынып торҙоҡ. Ошо ҡыҙ һуңынан матур итеп имтихандарын тапшырып, психология факультетына уҡырға инеп китте. Күңелһеҙ статис-тика уйландыра, әлбиттә. Беҙҙең ғаиләлә әсәйҙәре етдиерәк, талапсан холоҡло, ә мин балалар менән ипле, йомшағыраҡ булырға тырышам. Табын артында уҡыу, проблемалар хаҡында һүҙ ҡуҙғатмайбыҙ. Тәрбиәүи әһәмиәткә эйә хәтирәләрҙе, тормошсан ваҡиғаларҙы иҫләп алабыҙ. Мәктәптән бик кәйефһеҙ ҡайтып инһәләр, йөҙҙәрендә көсөргәнеш тойһам, иғтибарҙарын икенсе юҫыҡҡа йүнәлтәм. Берәй мауыҡтырғыс шөғөлгә тотонабыҙмы, уйнап, шаярып алабыҙмы шунда. Улар асылып китеп, үҙҙәре хәлдәрен һөйләп ташлай. Балаларҙың әле нығынып етмәгән психикаһы бәләкәс кенә уңыш-һыҙлыҡты ла ауыр кисерә. Бөтә донъя түңкәрелгән кеүек була. Аяныслы хәлгә еткермәҫ өсөн, атай-әсәйҙәргә үҫмер балаһына иғтибар бүлеү һәм ғаиләлә үҙ-ара ышаныслы, йылы мөхит булдырыу зарур.
Миләүшә Бүләкова:
– Үҙем 11-селә уҡығанда мәғариф өлкәһендә ошо яңы система индерелгәйне. Тәүгеләрҙән булып БДИ-ны тапшырҙыҡ. Ныҡ ҡурҡҡаным хәтеремдә. Имтихандарҙың үҙенән бигерәк ҡурҡытыуҙары күберәк хәлде ала бит уның. Атайым, яҙыусы Динис Бүләков беҙҙе, өс ҡыҙын да, әллә кемдәй күреп маҡтап, күңелдәребеҙҙе үҫтереп ала торғайны. Үҙе иртә китһә лә, уның таянысын әле булһа тоям. Шуға үҙ балаларыма ла һәр саҡ ваҡыт бүлергә тырышам. Өсөһө өс төрлө. Өлкәнебеҙ, туғыҙынсы класты тамамлап килгән Самирабыҙ – ижад йәнле, нескә күңелле, шул уҡ ваҡытта төпсөр һәм яуаплы бала. Әлеге уҡытыу системаһы уға бөтөнләй тап килмәй кеүек. Унда етеҙ булырға кәрәк. Ә Самира еренә еткереп, яйлап, матурлап башҡарырға ярата. Өлгөрә алмаһа, хафаланып, өҙгөләнеп китә. Үҙен ғәйепле тоя. Мин үҙем дә шулай булдым. Перфекционист тип әйтәйемме. Шуға аңлап, уның менән ипле генә итеп һөйләшеп алам. Уҡыу хаҡында ғына түгел, үҫмерҙең тап шәхес булып формалашҡан бик мөһим осоро ла ошо мәктәп йылдарына тура килә бит. Нескә моменттар күҙ уңынан ысҡынмаһын өсөн, бөтә тормошон ҡоршап, ҡыҙыҡһынып торам. Юғиһә, бала килеп тыуған ҡыйынлыҡтан сыға алмай, үҙ эсенә йомолорға мөмкин. Иң ҡурҡынысы – битарафлыҡ. Үҫмер үҙен бер кемгә лә кәрәкмәгән итеп тоя һәм яман ҡылыҡтары менән үҙенә иғтибар йәлеп итергә теләй. Максималист була бит үҫмерҙәр. Ғәҙәттә, өлкәндәргә кескәй генә күренгән проблема ла улар өсөн ҙур мәғәнәгә эйә. Ғәйепләү урынына аңларға тырышыу, ситкә типмәү, яратыу һәм күҙгә-күҙ ҡарап аралашыу – ошо ябай ғына нәмәләр баланы ҙур хаталарҙан, бәләнән ҡотҡара ала. Нисек йәшәгәнен, уйҙарын, борсолоуҙарын белеү, яңылышҡан, аңламаған ерендә йүнәлеш биреп ебәреү – тәү нәүбәттә атай-әсәйҙең бурысы.
---------------------------------------------------------------------------------
– Репетиторҙарға ғаилә бюдже-тының 50–70 проценты китә, тип зарлана атай-әсәйҙәр. Бала мәктәп программаһын да үтергә, репети-торҙарға ла йөрөп өлгөрөргә тейеш – был нормамы, әллә системаның етешһеҙлегеме? Бөгөн баланы БДИ-ға әҙерләү күпмегә төшә?
Гөлназ Дәүләтбаева:
– Әгәр беҙ биш балабыҙҙы ла бөтә фәндән репетиторға йөрөтһәк, ҙур бурысҡа батыр инек. Иң мөһим предметтар буйынса ғына яллайбыҙ һәм дәүләт имтиханына әҙерлек ваҡытында ғына. Ҡыҙым туғыҙынсыны тамамлай, шуға рус теле һәм математика буйынса репетиторы бар. Аҙнаһына 10-20 мең һумлап аҡса китә. Хәҙер мәктәптә белем алыу ҡағыҙҙа ғына бушлай кеүек: махсус китап-дәфтәрҙәр, бихисап өҫтәмә курстар, репетиторҙар – барыһына ла түләргә кәрәк. Быны мин системаның бер етешһеҙлеге итеп күрәм. Элек мәктәп тулыһынса үҙе уҡытһа, хәҙер уҡытыусы: «Уны репетитор менән яҡшылап өйрәнегеҙ», – тип әйтергә мөмкин. Был инде ғәҙәти хәлгә әйләнгән. Сөнки уҡытыусы үҙе лә ҡағыҙ тултырыуҙан, отчеттарҙан баш күтәрә алмай. Белем биреү, тәрбиә икенсе планда ҡалған кеүек.
Илшат Зарипов:
– Мәктәптәр «һан, күрһәткес, рейтинг» тип ҡыуа. Ә һандар артында нимә һуң? Беләһегеҙме, ул ҡатмарлы хәлде беҙгә лә үтергә тура килде. Туғыҙынсыны тамамлағанда Алинаның аттестатында «биш»ле билдәләренән тыш, «дүрт»тәре лә сыҡҡайны. Шул баланы мәктәптә унынсы класҡа ҡалдырмаҫҡа булғандар. Ҡыҙым ҡалтыранып ҡайтып инде, үҙем шаңҡып ҡалдым. Баҡтиһәң, бөтә мәктәптәр ҙә үҙ рейтингын тотор өсөн «биш»кә уҡыған балаларҙы ғына ҡалдырыу яғында. Был тәжрибә шул хәтлем көслө тамыр йәйгән, Алинаны мәктәптә ҡалдырыу өсөн етәкселек менән һөйләшергә тура килде хатта. Ә күпме бала, ата-әсәһе законды белмәһә, ошо арҡала үҙ хыялынан баш тартырға тейеш. Ярай ҡыҙҙар, ә бит тап талантлы егеттәрҙең шыр «бишле»гә генә өлгәшеүе икеле. Училищенан һуң улар армияға алына, артабан әллә уҡый, әллә юҡ.
Бөгөн урта белем биреү учреждениеларының тағы бер бәләһе – йәштәрҙе директор итеп тәғәйенләү. Үҙ сабыйы булмаған, бала үҫтереүҙең нимә икәнен дә татымаған, уны уҡытып ҡарамаған кеше көслө һәм ғәҙел мәктәп етәксеһе була аламы икән ул? Балалар яҙмышы хәл ителгән ерҙә айырыуса ҙур тәжрибә кәрәк, тип уйлайым.
Ә репетиторҙарға килгәндә, беҙ Алинаны йөрөтөп ҡарағайныҡ. Унан үҙе баш тартты. Хәҙер интернетта үҙ аллы әҙерләнә. Балдары әллә ни юғары булмаһа ла, бошонмайбыҙ. Әлеге ваҡытта вуздарҙа өҫтөнлөклө йүнәлештәр коммерцияға күсеп бөткән. Репетиторҙарға аҡса түккәнсе, эш хаҡын йыйыбыраҡ тотоп, түләп уҡырбыҙ, тип торабыҙ. Яҡшыға ғына өмөт итәбеҙ инде.
Миләүшә Бүләкова:
– Беҙ репетитор менән ике предметтан оффлайн шөғөлләнәбеҙ: рус теле һәм информатика. Математика һәм рус теленән түләүле әҙерлек дәрестәре – мәктәптә, ә рус әҙәбиәтенән онлайн платформала уҡый. Өҫтәп архитектура буйынса архитектура факультетында әҙерлек үтә. Бынан башҡа барабанда өйрәнә, музыка мәктәбендә уҡый. Айына 40 мең һум самаһы Самираға ғына китеп тора. Был бик күп, әлбиттә, беҙҙең ғаиләгә ауыр.
-------------------------------------------------------------------------------------
– Уҡыу әсбаптары, мәктәп программаһы буйынса фекерегеҙ бармы?
Миләүшә Бүләкова:
– Әсбаптарҙа ҡатмарлы, кәрәкмәгән материалдар күп файҙала-ныла. Элек авторҙар «ябайҙан ҡатмарлыға» принцибын тота ине, хәҙер көнүҙәкме, юҡмы, дәреслектәргә мәғлүмәтте мөмкин тиклем күберәк индерергә тырышалар. Улар ҡайһы берҙә йәшкә лә тап килмәгән кеүек: текстар юғары уҡыу йорттары кимәле терминологияһы менән бирелә. Ярай интернет заманында йәшәйбеҙ – эҙләп яуабын табабыҙ. Шул уҡ ваҡытта репетиторҙар бит элекке китап буйынса уҡыта. Мәҫәлән, күптәр физиканан боронғо автор Александр Перыш-киндың ябай һәм аңлайышлы дәреслектәрен тотона. Рус теленән дә шул уҡ хәл. «Ҡатмарлынан ябайға» ҡоролған яңы система, бәлки, балаға бәләкәйҙән ауыр мәсьәләләрҙе сисергә, көсөргәнеште еңергә, ҡаты талаптарҙы үтәргә өйрәтәлер, аҙаҡ инде еңелерәк булыр, тип ышанабыҙ.
Гөлназ Дәүләтбаева:
– Дәреслектәр биҙәлеше, дизайны буйынса матурлана бара, ә бына эстәлеге, ысынлап та, ғәжәпләндерә ҡайһы берҙә. Күнегеү яҙылған, ә ҡағиҙәһен балам йыш ҡына Алисанан һорап белә. Авторҙы һайлау, китапты сығарыу нескәлектәрен белмәйем. Бәлки, бында ла тендер буйынса һайланылалыр. Арзаныраҡ хаҡ ҡуйған хеҙмәт еңеп сығып, шул әсбап тиражға һалыналыр. Ситтән ҡарағанда, шундайыраҡ фекер тыуа.
Илшат Зарипов:
– Ҡатмарлы итеп яҙылған мәғлүмәттең мәғәнәһен бәләкәй бала аңламағас, ул ятлап булһа ла бара мәктәпкә. Һөҙөмтәлә беҙҙең йәштәр теорияны яҡшы белә, әммә уны практикала ҡуллана алмай. Артыҡ көсөргәнеш балаға стресс өҫтәй, ә материалды аңламау уҡыу теләген һүндерә. Хәҙерге дәреслектәр тәрән белемгә түгел, ә формаль аҡыл биреүгә нигеҙләнгән кеүек – шуныһы үкенесле.
--------------------------------------------------------------------
Мәҡәләнең тулы вариантын "Башҡорртостан ҡыҙы" журналының 2026 йылдың май һанында уҡырһығыҙ.
Фото А. Королев.