+18 °С
Дождь

Дегәнәк япрағының һуты менән дауаланыу тураһында

Дегәнәк япрағының яҙын, яңы ғына тишелеп сыҡҡаны файҙалы. Уның япрағын да, тамырын да ҡулланалар.   Япрағының файҙаһы:

Дегәнәк япрағының һуты менән дауаланыу тураһындаДегәнәк япрағының һуты менән дауаланыу тураһында
Дегәнәк япрағының һуты менән дауаланыу тураһында

баш ауыртҡанда ярҙам итә,
 эс китеүҙән файҙалы,
йүтәлдән,
яман шештән дә файҙалы.

Әҙерләү:

1 аш ҡалағы денәнәк япрағына 1 стакан ҡайнар һыу ҡойорға, 2 сәғәт төнәтергә. Көнгә 2 тапҡыр, ашарға 15-20 минут ҡала, 1 аш ҡалағы ҡабырға.

Ошо төнәтмә менән ангинанан тамаҡты ла сайҡайҙар.
Ҡайнар һыу менән бешекләнгән япраҡты һыҙлаған быуындарға ла ябып торорға була.
Тире, ашҡаҙан, эсәклек ауырыуҙарына ла файҙалы.

Дегәнәк япрағы һутының файҙаһы әйтеп бөтөргөһөҙ:
-яман шеште киҫәтә, булғанын кесерәйтә һәм бөтөрә,
-иммунитетты нығыта,
-аш эшкәртеү эшмәкәрлеген яҡшырта.

Нисек ҡулланырға?
Белгестәр дегәнәк һутын - көнгә өс тапҡыр - ашарға ярты сәғәт ҡала бер сәй ҡалағы эсергә ҡуша. Курс — бер ай.
Унан һуң организмды ял иттереп алырға кәрәк. Иң яҡшыһы — дегәнәк һутын йылына өс тапҡыр берәр айлап ҡулланыу. Бер ай — денәнәк һуты, бер ай — ял, бер ай — дегәнәк һуты, бер ай ял тәртибендә.
Бер иҫкәрмә бар: курс барышын теүәл үтәргә, өс тапҡырында ла дегәнәк һутын эсергә онотмаҫҡа кәрәк.

 

Нисек әҙерләргә?
Дегәнәк япраҡтарын ит тартҡыс аша сығарып, ваҡ тишекле иләк аша һөҙәләр. Бәләкәй һауыттарға һалып туңдырғыста һаҡлана. Кәрәк ваҡытта ғына эретеп эсергә мөмкин. Туңһа ла, файҙалы сифаттары юғалмай.
Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Автор:
Читайте нас