

...Бәләкәй Нурия моңлана ла йөрөй. Бына ул, еҙнәһенең комбайнына баҫып, кумиры Анна Германдың «Дурманом сладко веело» йырын һуҙа. Комбайн бункеры йәш артистка өсөн – сәхнәнең үҙе. Ҡайҙа ғына булмаһын: колхоз контораһында йыйыштырыусы әсәһе урынына иҙән йыуһынмы, урман-ҡырҙарҙа апайҙары менән алмашлап ауыл малы көтһөнмө, йыр – күңелсәк ҡыҙҙың айырылғыһыҙ юлдашы. Ул мотлаҡ йондоҙ буласаҡ, мәктәп иншаларында аҡ ҡағыҙға тик ошо хыял ғына сыймаҡлана.
«Исемемде донъяға нур һибеп, нур таратып йәшәһен, тип атайым ҡушҡан, – тип һүҙ башланы Нурия апай. – Үҙе башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарҙы, сәхнәлә лә, мәжлестәрҙә лә йыраусы ине, бигерәк тә «Урал»ды яратты. Беҙ ғаиләлә бер малай, биш ҡыҙ үҫтек. Мәктәптә бөтә сараларҙың да уртаһында ҡайнаным, активист, культсектор булдым. Музыка уҡытыусыбыҙ яңы йыр өйрәтә лә уртаға сығарып йырлата торғайны. Клубта ла сәхнәнән төшмәнем».
Унынсыны тамамлағас, ауыл «артисткаһы», әлбиттә, баш ҡалаға сәнғәт училищеһына юл тота, тәүге турҙы ла уңышлы үтә ул, тик: «Йәш саҡ – йүләр саҡ, ауылды һағындым, тип ҡайт та кит! – тип сыңғырлатып көлөп ебәрә әңгәмәсем һәм тағы ла ғүмер йомғағын һүтеп түбәндәгеләрҙе бәйән итә. – Тыуған ауылымда художество етәксеһе итеп ҡуйҙылар, бер йылдан юллама менән Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына ебәрҙеләр. Режиссура бүлегендә уҡыным, остазым Ильяс Сәхибгәрәй улы Гәрәевтан һөнәри оҫталыҡҡа өйрәндем. Колхоз стипендия түләп уҡытҡас, кире ауылыма белгес булып ҡайттым да ең һыҙғанып эшкә тотондом».
Тыуған ауылында үҙешмәкәр коллектив йыйып, «Һаҡмар» тип ҡушып, халыҡ театры ойоштороп ебәрә Нурия Фәхретдин ҡыҙы. 2004 йылда өлгөлө коллектив халыҡ театры исемен алыуға өлгәшә. Нурия ханым ойошторған «Һаҡмар һандуғастары» ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле лә 20 йыл инде уңышлы эшләп килә.
«Быуындар бәйләнешен өҙмәгән «Һандуғастарым» өсөн ҡыуанам, берҙәм коллектив, дәрт-дармандары ташып тора, һәр сараның биҙәге улар, тормош ауырлыҡтарына ла зарланмайҙар, үҙ аҡсаларына әллә нисәмә пар күлдәк, камзул тектерҙеләр», – ти ул. Заманында Нурия ханым оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған «Ғәйнизар» фольклор ансамблен дә төҙөй.
– Инәйҙәрем эй матур, эй дәртле ине, хәҙер улар юҡ инде, һағындыра... Һигеҙ парҙан торған «Үрнәк» ғаилә бейеү ансамбле лә ауыл ҡотон арттырыусы коллективым булды. Ауыл хакимиәте башлығы транспорт менән дә тәьмин итте, күлдәктәр ҙә тектереп бирҙе. Матур эшләнек, бөгөн дә махы бирмәҫкә тырышабыҙ. Ансамблдәге һәр ағзаға рәхмәтлемен, уларһыҙ уңыштарға өлгәшеп булмаҫ ине. Күтәрҙеләр ҙә, терәк-таяныс та булдылар. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, китапханасы Мәсүрә Мөхәмәтйәнованың ярҙамы күп тейҙе. Таҡмаҡтар оҫтаһы, дәртле Фәрзәнә Мөхәмәтшина ла иңен ҡуйҙы, әле лә һәр сараның уртаһында ҡайнаған, иң дәртле апайҙарыбыҙҙың береһе ул. Береһенән-береһе талантлы Рәил менән Рәмил Хәсәновтар – уң ҡулым. Рәил Сәфәрғәли улы – халыҡ театрының режиссеры, ҡурайсы, йырсы. Ағаһы Рәмил – Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, «Дарман»ыбыҙҙың етәксеһе, бик күп конкурстар лауреаты. Улар менән бергә эшләү – үҙе бәхет. «Наза» бейеү ансамбленә бейеүҙәр һалыусы, уны етәкләүсе Зилә Абайҙуллина ла тик маҡтауға лайыҡ. Алтын ҡуллы тегенсебеҙ ҙә ул, – ти Нурия ханым, йөрәгенә яҡын булған һәр үҙешмәкәре хаҡында тик йылы һүҙҙәр генә әйтеп.
Уңыш та уңғандарға ғына йылмая шул – ниғәмәттәрҙең тырыш хеҙмәте һәр даим алдынғы урындар менән баһалана. Районда иң-иңдәрҙән һаналған мәҙәни усаҡтың почет грамоталарының иҫәп-хисабы юҡ. Нурия ханым үҙе лә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталары, күп һанлы Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. 2022 йылда иһә «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» булып таныла. Былтыр матур юбилейы уңайынан ауылдаштары, райондаштары «Нурияның нурлы донъяһы» исемле кисә үткәреп, ҡәҙер-хөрмәт тә күрһәткән. Әлеге көндә гөрләп эшләгән «Дарман» ир-егеттәр вокаль ансамбле һәм «Наза» бейеү коллективы ла – Ниғәмәттәрҙең йөҙөк ҡашы. Бөгөн ҡайһы бер ауылдарҙың клуб ишегендә йоҙаҡ ҡына эленеп торғанда Нурия апайҙың һәм ауылдаштарының тырыш хеҙмәте арҡылы ауыл һүнмәй.
2017 йылда Нурия ханымды күрше Бикеш ауылына ла «мәҙәниәтте күтәрергә» ебәрәләр. Көн һайын дүрт саҡрым араны йөрөп эшләй ул. Йыйылма халыҡ йәшәгән, күберәк урыҫ телендә аралашҡан ят ерҙә лә бирешмәй, өй буйынса кеше йыйып, башҡорт, урыҫ, татар коллективтарын туплауға өлгәшә.
– Бикештәге йылдарым ҙур тәжрибә мәктәбе булды. Руссаға ла телем шымарҙы. Күп кенә еңеүҙәр яулап, клуб эшен яйға һалғас, етәкселәр: «Ҡайт инде, Нурия, Бикештәрҙе күтәрҙең», – тип ҡайтарып алды, – ти ул был хаҡта.
Нурия апайҙың тормошо гел йыр-моңдан ғына туҡылмай, һынауҙары ла күп була уның. Әммә шул мәлдәрҙә лә Нурия ханыма йыр болотло көндәрҙән – ҡояш нурын, ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ табырға, ә бауыр баҫҡан эше иһә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Яратҡан тормош иптәше Йәҙгәр менән ни бары биш йыл ғына йәшәп өлгөрәләр, ире фажиғәле рәүештә һәләк булғас, 26 йәшендә ике бала менән тороп ҡала. «Ҡайғы-һағышымды моң менән баҫтым. Клуб сәхнәһендә баянға ҡушылып, «Хуш инде»не йырлайым. Бөтә халыҡ, мине йәлләп, түгелеп илай. Йөрәк яралары бер аҙ уңалғас, тағы бәхетемде һынап ҡараным, кейәүгә сығып, бер ҡыҙ табып алдым. Тик ун биш йыл йәшәгәс, икенсе иремде лә юғалттым. Ул саҡта миңә 45 кенә йәш ине. Үткәндәремә әйләнеп ҡайтам да, көслө булғанмын икән, тип уйлап ҡуям», – ти ул хәтирәләр ебен һүтеп.
Нурия апайҙың донъяһы ла, эшләгән мәҙәниәт йорто ла гөл-сәскәгә күмелгән. «Клуб эсе лә, тышы ла – шау сәскә. Өйөмдә лә, ихатамда ла – гөлдәр. Яратҡан шөғөлөм шул, – ти ул, эшендә генә 50-60 төр сәскә үҫтереүен белдереп. – Сәскәләр күңелемде бөтәйтә, уйҙарымды сафландыра. Йырһыҙ, шиғриәтһеҙ йәшәү ситен. Клубта уҙғарылған күп кенә сараларҙың сценарисы ла, алып барыусыһы ла, йырсы, бейеүсеһе лә, спектаклдәрҙә уйнаусыһы ла үҙем. Һаман да нәфис һүҙ конкурстарында ҡатнашам. Сәнғәт – минең ғүмерлек моңдашым, ауыл клубына ғүмерҙә лә аяҡ баҫмаған кешеләрҙе йәлләйем мин. Ниндәй рухи ләззәттән мәхрүм улар!» Нурия апайҙың был һүҙҙәре – ҡоро пафос ҡына түгел, ә бар ғүмерен (44 йыл) ауылының мәҙәни тормошон йәнләндереүгә тос өлөш индергән, үҙ эшенә йәне-тәне менән мөкиббән бирелгән кешенең йәшәү тәғлимәте ул. Яңыраҡ ҡына Нурия Фәхретдин ҡыҙының ошо оло хеҙмәтен баһалап, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән юғары исем бирелде.
Фото героиняның шәхмси архивынан.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналыбыҙҙың 2026 йылдың май һанында уҡырһығыҙ.