+30 °С
Болотло

Фәрзәнә Утарбаева Мәскәүҙә уңыш яулаған

Беҙҙең Фәрзәнә, афарин!Режиссер Фәрзәнә Утарбаева Мәскәүҙә Кинематография һәм театр сәнғәте академияһын тамамланы. Уның диплом эшенә — башҡортса төшөрөлгән «Ҡоролоҡ» фильмына уҡыу йорто ректоры, атаҡлы актер Никита Михалков үҙе юғары баһа биргән.«Замечательная картина!» -  тип әйткән Михалков дипломды тапшырыу кисәһендә. "Ҡоролоҡ" тип аталған ҡыҫҡа метрлы фильм башҡорт яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин хикәйәһенә нигеҙләнгән. Ул - Фәрзәнә Утарбаеваның һәм продюсер Алһыу Абдуллинаның уҡыуҙы йомғаҡлау проекты.   Фәрзәнә Утарбаева тураһында мәҡәләбеҙ журнал биттәрендә баҫылғайны. Рәхим итеп уҡығыҙ.

Фәрзәнә Утарбаева Мәскәүҙә уңыш яулағанФәрзәнә Утарбаева Мәскәүҙә уңыш яулаған
Фәрзәнә Утарбаева Мәскәүҙә уңыш яулаған

Хыялдарҙы тормошҡа ашырыр өсөн ҡыйыу ҙа, тәүәккәл дә, ныҡышмал да булырға кәрәк, ти бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – кинорежиссер, «Ҡырағай», «Минең дауалаусы дошманым», «Нигеҙ» кинолары          авторы,  халыҡ-ара премиялар яулаусы Фәрзәнә УТАРБАЕВА. – Фәрзәнә, кино төшөрөү – бала саҡ хыялымы? Моғайын, күп ҡыҙҙар кеүек, актриса булырға теләгән-һеңдер?

– Бәләкәйҙән экрандың теге яғында ни барыуы ҡыҙыҡһындырҙы мине. Киноларҙың сюжетына ғына йәбешеп ятманым, өҫтәлдәге тешләнгән алма йә ҡороған сәскә нимәне аңлата, бәхетһеҙ мөхәббәттеме, әллә бәхетһеҙ яҙмыштымы, йә режиссер дүрт-биш тапҡыр айҙы күрһәтә икән, был көсөргәнешлеккә әллә яңғыҙлыҡҡа ишарамы, ауға эләккән себен ҡотолғоһоҙ хәлде күрһәтәме... – нисектер шулай образдарға диҡҡәт бирә инем. Ҡатмарлы сюжеттар, ваҡиғаларҙың көтөлмәгәнсә боролошо, фильм-йомаҡтар, асыҡ финал оҡшай торғайны. Һүҙ ҙә юҡ, актрисаларҙың уйынына ҡарап, үҙемдең дә билдәле булғым килде. Джэймс Кэмерон, Стивен Спилберг, Тарантино... – минең «дуҫтар» ине (көлә). Ижад донъяһы һәр саҡ үҙенә ылыҡтырҙы шулай. Тик, нимә генә тимә, кино сәнғәте беҙҙең өсөн буй етмәҫ хыял ғына булып ҡала бит инде. Киноиндустрия ул – генийҙар һәм йондоҙҙар иле, тип кенә ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ, ҡайҙа инде беҙгә. Ә баҡһаң... мәктәптә уҡығанда төрлө сараларҙа ҡатнашып, командалар ойоштороп йөрөүем дә киләсәктә һайлар һөнәремә ишаралаған.

Дөрөҫөн әйткәндә, оялсан кешемен үҙем. Мәктәпте тамамлағас, икенсе һөнәргә уҡыным. Юғары белем алдым да Сибайға ҡайттым һәм... типографияға дизайнер булып урынлаштым. Ижад ҡыҙыҡһындырҙы мине. Сифатлы профессиональ фотоаппарат һатып алдым, фото һәм видео төшөрөү менән ныҡлап шөғөлләнә башланым. Һиҙәм, аралашыр даирә, иркен тын алырға һауа етмәгән кеүек. Машинамды һаттым да – тәүәккәлләнем. Эйе, Өфөгә, баш мәркәзебеҙгә юлландым. «Шоңҡар» журналында биҙәлеш мөхәррире һәм фотограф эше килеп сыҡты. Коллектив һәйбәт, ижади ҡарашлы баш мөхәррир. Ҡыҫҡаһы, үҙемдә көс тойҙом, ҡанаттарымдың кирелгәнен һиҙҙем. 2015 йылда «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестивале сиктәрендә ойошторолған башҡорт питчингында ҡатнашырға баҙнат иттем һәм еңеп сыҡтым. Еңеүсегә кино төшөрөү өсөн ҡорамалдар бирелә, финанс ярҙамы ла күрһәтелә. Был бит минең бала саҡтан килгән хыял. Һәм ниндәй мөмкинлек. «Ҡайтыу» тип аталған сценарийым буйынса «Ҡырағай» фильмын төшөрҙөм. Ә төп ролде үҙе, эйе, СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова уйнаны. Уға тәүҙә баҙнатһыҙ ғына тәҡдим иткәйнем, риза булырмы икән, тип. Тәжрибәһеҙ режиссер тип торманы, киреһенсә, мине аңлап күтәрмәләп алып китте. Тәүлек әйләнәһе тиерлек туҡтамай дауаханала төшөрҙөк, Гөлли апай һис тә арыуын белдермәне, зар-ланманы. Бирелеп уйнаны. Бына ҡайҙа профессионализм, бына ҡайҙа бөйөклөк! Ошондай фиҙакәрлек миндә ышаныс уятты. Үҙем дә ҡыйыу булғанмын, кемгә роль тәҡдим итергә белгәнмен дә инде, тим бөгөн көлөп тә, бер аҙ оялып та. Уңыштың бер сере – ана шул ҡыйыулыҡта һәм тәүәккәл булыуҙа.

Бала саҡта актриса булырға хыялланһам, яҙмыш миңә унан да ҙурыраҡ юлдар әҙерләгән булып сыҡты: хәҙер үҙем сценарийҙар яҙам, кино төшөрәм. Үҙемдән сығып, йәш атай-әсәйҙәргә шуны әйткем килә: балаға 10 – 12 йәштәрендә нимә ҡыҙыҡ булғанына иғтибар итергә кәрәк. Кешенең киләсәктә уңышҡа ирешер юлы шуға ныҡ бәйле. Яратҡан эше менән шөғөлләнгән кешеләр бәхетле һәм уңышлы була.

– Ҡоро теләк һәм ҡыйыулыҡ менән генә кино төшөрөп булмайҙыр. Ҡайҙан аҡса табаһың?

– Эйе, сифатлы фильм төшөрөр өсөн байтаҡ финанс талап ителә. Уны күрһәтер, фестивалдәргә ебәрер өсөн, рекламаға ла аҡса кәрәк. Һәр саҡ юғары кимәлдә эшләргә тырышам. Яҡшы камера, шәп актерҙар менән. Бәлки, тәүге фильмды төшөрөү өсөн күпме аҡса кәрәк буласағын алдан белгән булһам, тотонорға йөрьәт итмәҫ тә инем (көлә). Тәүәккәллек таш яра, тигәндәре шулдыр. Елле кино өсөн алдан барыһын да белеү, сығым-килемдәрҙе планлаштырыуың дөрөҫ. Әммә башлағанһың икән – артҡа юл юҡ. Ошо съемка минең өсөн бар яҡлап та ҙур тормош дәресе булды, тип әйтә алам. Өлкәнәйҙем.  Үҙем  сценарист, режиссер, продюсер булдым, сөнки   был проект миңә кәрәк ине. «Башҡортостан» киностудияһы ҡорамалдар бирҙе, финанс яғынан бер өлөшөн ҡапланылар. Тик был ғына етмәне. Бағыусыларҙы үҙем эҙләнем. Йөҙ кешегә яҙһам, уны яуап бирә, уның өсөһө осрашыуға ризалаша, береһе йәки икеһе генә бағыусы булып аҡса бирә. Шул ваҡытта бирешмәгәнемә, ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алғаныма ғорурланам. Талант эштең 20-30 процентын ғына тәшкил итә, ҡалғаны – тырышлыҡ, сыҙамлыҡ, бирешмәү.

Тамашасыларҙың күҙ йәштәре менән «кино ҡарағандан һуң мин әсәйемде аңланым» йә «атайымды

ғәфү иттем» тип килеп әйтеүҙәре тырышлығымдың бушҡа булмауы хаҡында һөйләй. Кино төшөргәндә мин бәхетле, мин ҡанатлы, үҙемдең урынымда икәнемде тоям.

Гөлшат Ҡунафина

 

Фото героиняның шәхси архивынан

 

Фәрзәнә Утарбаева Мәскәүҙә уңыш яулаған
Фәрзәнә Утарбаева Мәскәүҙә уңыш яулаған
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас