

Форум республикала тәүге тапҡыр үткәрелә һәм киң мәғлүмәт саралары, профессиональ клубтарҙың матбуғат хеҙмәттәре, республиканың спорт федерациялары вәкилдәрен йыйҙы. Башҡортостан хөкүмәте вице — премьеры-спорт министры Руслан Хәбибов, форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, спорт журналистарының илдең медиа көн тәртибен формалаштырыуҙа мөһим роль уйнауын билдәләне.
Сараның кульминацион нөктәһе булып Башҡортостанда спортты яҡтыртҡан әүҙем журналистар Рәхмәт һәм Маҡтау хаттары менән бүләкләнеүе булды. Улар араһында “Башҡортостан ҡыҙы” журналы хеҙмәткәре лә бар.
Сығанаҡ, фото: "Башинформ"