+30 °С
Болотло

Иң файҙалы еләктәрҙең береһе

Ҡурай еләге - иң файҙалы еләктәрҙең береһе. Ә уны киптереп йә туңдырып ҡуйһаң, файҙалы матдәләре тағы ла яҡшыраҡ һаҡланасаҡ. 

Иң файҙалы еләктәрҙең береһеИң файҙалы еләктәрҙең береһе
Иң файҙалы еләктәрҙең береһе
Башҡа емеш-еләк кеүек ҡурай еләгенең дә шифаһы иҫ киткес ҙур. Белгестәр әйтеүенсә, ул юғары температураны төшөрөү, ҡанды шыйығайтыу сифатына эйә, был йәһәттән ул хатта аспиринды ла алмаштыра ала, тиҙәр. Шуға күрә уны ҡаны ҡуйы булған кешеләргә, тағы ла инсульт, инфарктты иҫкәртеү маҡсатында даими ашарға кәңәш итәләр.
Ҡурай еләге С витаминына ла ифрат бай. Әгәр уны йүкә сәскәһе йәки ҡарағат япрағы менән ҡушып, төнәтмә эшләһәгеҙ, йәки көн дә эскән сәйегеҙгә һалып ебәрһәгеҙ, иммунитетығыҙ нығыныр, сир-сырхауға бирешеп бармаҫһығыҙ.
Ҡурай еләгенән ҡайнатма, джем яһайҙар, әммә иң отошлоһо – уны туңдырып йәки киптереп  һаҡлау.
 
Фото Р. Хуснуллина
Автор:
Читайте нас