+17 °С
Ясно

Ҡаф тауында ниҙәр бар?

Ҡырға барһам, мине иң ҡыҙыҡтырғаны – тарихи урындар. Ял итеүем күп осраҡта тау-таш артылып йөрөүгә, боронғо риүәйәтле ерҙәрҙе эҙләп-юллап сығып китеүгә, был өлкәлә мәғлүмәтле булған кешеләр менән аралашыуға бағышлана. Күңелемде байыта кеүек ошондай сәйәхәттәр, йәнгә етмәй торған бер тәмле генә ризыҡты ейгәндәй ләззәтләндерә. Йәйге ялымда Дағстан Республикаһының ҡайһы бер билдәле ерҙәрен күреп ҡайттым. Шундағы ике урын хаҡында ғына һөйләмәксемен. Был яҙмалар, бәлки, ул яҡҡа барыусыларға ярап та ҡалыр әле. Шамил ҡәлғәһе

Ҡаф тауында ниҙәр бар?Ҡаф тауында ниҙәр бар?
Ҡаф тауында ниҙәр бар?

Сәйәхәткә алып йөрөүселәр был ҡәлғәне мотлаҡ «Шамил ҡәлғәһе» тип һөйләйәсәк. Ә асылда ул имам Шамилдан ҡалған ҡәлғә түгел. Күп яҡтарҙан айырмалы рәүештә, Дағстанда туризм мәҙәниәте үҫешмәгән. Бында мөғжизәле ерлектәрҙең ысын тарихын күптәр белмәйһәм бөтә ерҙәрҙә лә белемле гидтар юҡ. Транспорт менән тәьмин итеүселәр бер юлы гид ролен дә үтәй һәм белер-белмәҫенә ишеткәндәрен ҡушып һөйләй ҙә ҡуя. Бөтәһе лә улай түгел, әлбиттә, тик күп осраҡта ошо хәл күҙәтелә.

Шулай итеп, «Шамил ҡәлғәһе» Гуниб тауының башындағы тар тигеҙлек өҫтөндә һуҙылып киткән. Был тауға серпантин юлдан менәһең дә менәһең. Башта, әгәр һеҙ Махачкалала туҡталғанһығыҙ икән, унан 145 километр тирәһе трассанан барасаҡһығыҙ. Юл өс сәғәт самаһы ваҡытты ала һәм дүрт километрҙан ашыу булған Гимрин тоннеле аша үтә. Тәбиғәт – иҫ киткес! Ҡаяларҙың осон күрәм тип, түбәтәйең осоп төшөр, тау артында тау булған панораманан башың әйләнер, юл боролоштарынан тәнең зымбырҙар, бейеклектән ҡолағың тонор. Ҡурҡыу баҫыр, шулай ҙа илаһи матурлыҡтан йөрәгең елкенер.

Иң бейек нөктәләрҙе үтеп бөттөм инде,  тип уйлап килһәң – хаталанаһың. Гуниб ауылына ҡарай күтәрел-мәгәнһең әле! Ундағы йүнәлеш бырау урауынан хәрәкәт иткән һымаҡ. Ярай әле юлдары тигеҙ. Тар, шулай ҙа соҡор-саҡырһыҙ асфальт. Машиналар, бер-береһенә юл биреп, ипле генә менә-төшә. Аҫҡа ҡараһаң да, өҫкә ҡараһаң да – ҡурҡыныс. Был тауҙың түбәһе булырмы ла имен менеп етелерме, тигән уй килә башҡа ирекһеҙҙән. Һәм бит ул юғарылыҡҡа һин бер үҙең генә түгел, ә балаларың һәм ике йәшлек ейәнең менән менеп бараһың (минең осраҡта инде). Йә Хоҙай!

Ауыл 1500 метрлыҡ бейеклектә ултыра. Ҡайһы бер йорттар ҡая ситендә генә урынлашҡан. Ҡыҫҡаһы, аҫтан атлағанда ҡырҡылған тау биттәрендә йәбешеп кенә торғандай шул йорттарҙы күреп: «Ыста, ҡарале, ниндәй иҫәрҙәр шул тиклем үргә менеп йәшәй икән?» – тип һөйләшеп килә торғас, баҡтиһәң, үҙебеҙ шунда юл алғаныбыҙҙы аңлайбыҙ. Тығыҙ урамдар таш йорттар араһынан борғоланған еп шикелле генә үтә. Аңлайһығыҙҙыр, тура урам юҡ, бөтә ауыл – тау итәгендә. «Итәк» тип әйтеү ҙә дөрөҫ булмаҫ, үтә текә. Урамдарҙың ҡайһы бер ерҙәрендә һырынышып торған ҡуй көтөүендәй булып аҡһыл болоттар «ята». Ысын!

Был ауылда Рәсүл Ғамзатовтың шиғыры буйынса ҡуйылған «Аҡ торналар» монументы бар. Беләһегеҙҙер? Эйе, тап шул, сылбыр булып күтәрелеп барған торналар һәйкәле. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттарға бағышланған иҫтәлек. Гуниб ауылынан һуғышҡа 3380 ир-егет китһә, шуларҙың 1340-ы әйләнеп ҡайта алмай...

Бына шул ауылдан тағы ла үрҙәрәк баяғы ҡәлғә. 1817–1864 йылғы Кавказ һуғышына тиклем Гуниб хаҡында бер кем белмәй. Тап ошо ерлектә Рәсәй менән Кавказ араһындағы 53 йылға һуҙылған оҙайлы яуҙар тамамлана. Тик имам Шамил Рәсәй ғәскәренә ҡаршы торған һуңғы бәрелештәрҙә тау башында ауыл ғына була, ә ҡәлғә төҙөлмәгән әле. 1859 йылдың авгусында Шамил 500-ләп кенә мөрите менән кенәз Барятинский ҡулы аҫтындағы 16 меңлек ғәскәргә ҡаршы тора. Бында тау башындағы ыҙанда үҙҙәре бер ҡәлғә кеүек булып ҡалҡып һыҙылып киткән ҡая-таштар ышыҡлай уларҙы. Әгәр шунда әлеге ҡәлғә лә төҙөлһә, батша ғәскәренең был ҡалҡыулыҡты алыуы бик икеле булыр ине. Әммә нисек булған – шулай булған: ике аҙна тирәһе штурмлағандан һуң Гуниб ауылы алына, ә имам Шамилдың яҙмышын беләһегеҙ.

Аҙаҡ был тауҙар түбәһендә Рәсәй Империяһының ҡәлғәһен төҙөргә булалар. 1863 йылда башланған төҙөлөш дүрт йыл бара. Ҡәлғә ҡоймалары артында Самур полкы һәм артиллерия казармалары урынлаша. 1877 йылғы ихтилалда имам Шамилдың идеологияһын дауам итеүселәр ҡәлғәне ҡулға төшөрөргә уйлап һөжүм итә, әммә яулай алмай. Асылда, был ҡәлғә ошо бәрелештә генә үҙ функцияһында ҡулланыла, ул башҡаса һуғыш күрмәй. Торараҡ бында ҡаялар аша Батша тоннеле лә төҙөйҙәр. Әлеге мәл тоннель ташландыҡ хәлдә, унда битләүҙә утлаған һарыҡтар эҫенән ышыҡлана икән.

XX быуатта әлеге ҡәлғә ташландыҡ хәлдә ҡала. Ваҡыт уны ватып-емереп тә бөтә, яҡын-тирәһенә халыҡ төпләнә. Һәм хатта әле лә, 1975 йылдан республиканың мәҙәни мираҫы ителгәндә лә, ҡәлғә майҙанына инеп үк, ҡоймалар төбөнә килеп үк кафелар асҡандар. Ҡәлғәне ҡурсалаған, унда барыу-инеү тәртибен билдәләгән бер хеҙмәт тә юҡ. Ҡарап йөрөп йәлләнем: ниндәй тарихи шәхестәр, ваҡиғалар эҙен һаҡлаған ерҙәр ҡарауһыҙ.

Миләүшә Ҡаһарманова

Фото М. Ҡаһарманова

Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас