

Йәйҙе йәй иткән, мәшәҡәтле лә, яуаплы ла, шул уҡ мәлдә танһыҡ та, күңелле лә осор ул – ҡыҙыу бесән мәле. Берҙе түгел, өстө баҫып, ең һыҙғанып эшләр ваҡыт. Уны ауыл халҡы ниндәйҙер бер эске тулҡынланыу менән көтөп ала: тәүҙә ир-ат, үлән бешкәнме икән, тип бесәнлеген байҡаштыра, шунан кәрәк-ярағын йүнәтергә тотона: тырма һаплай, һәнәк ослай, салғыһын, яныуын ҡайғырта. Эҫе селләлә ҡалҡыу, тығыҙ булып үҫкән үләндәрҙе сабып, бакуй һалыуҙар, араһында һалҡын айран, мәтрүшкәле сәй эсеп, һыуһын ҡандырыуҙар, ямғыр болото күренһә, әйләндереп киптерә, тырмата һалайыҡ, күбәләп өлгөрөп ҡалайыҡ, тип ашҡыныуҙар, эх! Ниндәй матур дәүерҙәр булған! Тик бөгөн барыһы ла бүтәнсә, заман башҡа – заң башҡа шул! Шау-гөр килеп, ҡолас ташлап бесән сабыуҙар ҙа тарихта ҡалып бара, уны хәҙер күбеһе техника менән эшләй, аҙна-айҙарға һуҙылған мәшәҡәтте бер нисә көндә осона сығып та ҡуя. Күңел янсығында бары тик атайлы-әсәйле, хуш еҫле бесәнле, күрше-күләнле мәлдәр, ҡайынға эленгән сәңгелдәкле бишектәр, ҡайнар ҡояшлы йәйҙәр, йөрәкте елкендерер иҫтәлектәр генә тороп ҡалған...
Тап ошо үткәндәрҙә ҡалған сағыу миҙгелдәрен һағынып, шул яҡты һағышты баҫырға, бер талай булһа ла атайлы-әсәйле бала саҡҡа әйләнеп ҡайтайыҡ, ҡулға салғы тотоп, күкрәк киреп бесән сабайыҡ, йәш үләндең кибә башлаған еҫен тояйыҡ әле, тигән ниәттән үткәрелде Йылайыр районында «Бесән туйы» фольклор байрамы. Үҙенсәлекле сараның төп бурыс-маҡсаты шулай уҡ ҡул менән бесән сабыу мәҙәниәтен тергеҙеү, йәш быуынды өлкәндәрҙең бесән әҙерләү алымдары, эш ҡоралдары менән таныштырыу, халҡыбыҙҙың матур йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли аш-һыуын күрһәтеү, һаҡлау, тапшырыу, өҫтәлдәрҙә һирәк ҡунаҡ булған сөсө икмәк тәмен тойҙороу ине.
Урал аръяғында тәүгеләрҙән булып үткәрелгән «Бесән туйы» Рәүеф Һеләүһенов башланғысы менән Ҡашҡар һәм Ҡәнзәфәр ауыл биләмәләре тарафынан ойошторолдо. Байрам үткәреүгә Йомағужа һәм Мәҡсүт ауылдары араһында «Таллыҡ» тип аталған матур урын һайланған, элеккесә ҡупшы ҡыуыштар эшләнгән. Ысын бесән мәлендәгеләй тәбиғәт тә ҡырҡҡа төрләнде был көндө, йә иркәләп һибәләне, йә ҡойоп яуҙы, йә ҡояшы көлдө.
«Бесән туйы» байрамын Рәүеф Аллабирҙе улы доға менән асты, ике ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары «Таллыҡ»ты йыр-моңға, дәртле бейеүҙәргә күмде. Программаға ярашлы, бесәнгә арналған шиғырҙар ҙа яңғыраны, иң тәмле айран эшләүселәр ҙә ярышты. Иң оҫта салғы һаплаусы билдәләнгәс, сәмле бесән ярышы башланды: ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа салғы сыңына сорналып, рәхәтләнеп, сапты ла сапты. Дүрт пар таған аҫып, кем тиҙерәк усаҡ тоҡандыра, кемдең сәйе шәберәк ҡайнай, тип таһыллыҡта, оҫталыҡта ла көс һынашты бәйгеселәр. Ике ауылдың 26 оҫта хужабикәһе «Иң тәмле сөсө икмәк» конкурсында үҙенең икмәк бешереү сере менән бүлеште. Балалар майҙансығында иһә милли уйындар гөрләне.
«Бесән туйы»нда иң оло салғысы, Һаҡтау ауылынан 82 йәшлек Сәғирә Солтановаға һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Етеҙ, теремек инәй ғүмер буйы сапҡан салғыһын алып килгән. «Утыҙ йыллап салғымды тотҡаным юҡ ине, көс-кәрем, таһыллығым ҡалғанмы икән, тип сәмләнеп ярыштым, үткән ғүмер юлымды иҫләп, яҡты хәтирәләргә бирелеп, йән рәхәте кисерҙем», – ти ул, ихлас йылмайып. Сәғирә инәй иң оло бәйгесе булараҡ махсус приз менән бүләкләнде.
Байрам һуңында Таллыҡта таралған татлы һурпа һәм яңы сабылған бесән еҫе бәйгеселәрҙе ҡаҙан янына әйҙәне. Күңелдәренә ҡот ҡунған халыҡ Рәүеф Һеләүһеновтың һөйөклө әсәһенә һәм бер туған апаһына бағышлап салдырған ҡорбан ашынан ауыҙ итергә йәшел үләнгә сүгәләне.
– «Бесән туйы»н үткәреү бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған хөрмәтле уҡытыусы, оҙаҡ йылдар директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, директор йөгөн тартҡан, ауыл тормошон йәнләндереүгә оло өлөш индергән Роза апайымдың иң яҡты, матур хыялдарының береһе ине. Бына вафатына 12 йыл тигәндә мин уның ошо нәҙерен бойомға ашырҙым, рухы шат булып, тыныс ятһын, – тине Рәүеф Аллабирҙе улы.
Фото героиняның шәхси архивынан