+30 °С
Болотло


Бер килограмм ирәүәндең һабағын таҙаларға, ваҡ киҫәктәргә турап, 800 грамм шәкәр һибергә. Ун сәғәткә эмалле һауытта һуты сыҡҡансы ҡалдырырға. Һуңынан һөҙгөс менән ирәүән киҫәктәрен алып, һутҡа тағы ла 800 грамм шәкәр өҫтәп, ҡайнап сыҡҡансы бутап торорға. Шунан унда яңынан ирәүәнде һалырға ла уттан алырға. Бер сәғәт үткәндән һуң яңынан 5 минут ҡайнатырға. Артабан инде стакан ярым грек сәтләүеге һибеп, тағы ла 3 минут ҡайнатырға һәм иҫ киткес тәмле ҡайнатма әҙер.
Регина КАМАЛОВА.