+30 °С
Болотло

Кетерләп кенә тора

Рецепты иҫтә ҡалдырыу еңел генә: 3:6:9. Йәғни өс литрлы банкаға өс ҡалаҡ тоҙ, 6 ҡалаҡ шәкәр, 9 ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе алына.

Кетерләп кенә тораКетерләп кенә тора
Кетерләп кенә тора

Стерилләнгән банкаға ҡарағат, сейә япрағы, әнис үләне йә үҙегеҙ яратҡан тәмләткестәрҙе һалабыҙ, ҡыяр тултырып ҡайнар һыу ҡоябыҙ һәм өҫтөн ҡаплайбыҙ. 20 минут тотҡас, тишекле ҡапҡас менән ябып, һыуын кәстрүлгә һарҡытабыҙ, бер аҙ һыу өҫтәйбеҙ (бер ни тиклем һыу быуланып «осоп» китәсәк), тоҙ, шәкәр һалабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, ҡыяр өҫтөнә ҡоябыҙ, аш һеркәһе һалабыҙ ҙа ныҡлап ябып, һыуынғансы түңкәреп ҡуябыҙ.

 

Банканы ғәҙәттә ҡайнап торған һыуҙың быуында стерилләйбеҙ. Был эште лә еңелләштерергә мөмкин. Яҡшылап йыуғас, 0,5 – 1 стакан самаһы 9 процентлы ғәҙәти аш һеркәһе һалабыҙ ҙа ентекле сайҡатып алабыҙ. Саҡ ҡына ултыртып торғас, банканың төбөнә йыйылғанды түгәбеҙ. Ҡапҡасын да шулай итеп йыуабыҙ. Был аш һеркәһе унлаған банканы стерилләүгә етә. 

Ҡайнатма, компот өсөн дә банкаларҙы ошо уҡ ысул менән әҙерләргә була. Аш һеркәһенең еҫе лә, тәме лә ҡалмай – ҡурҡмағыҙ.

 

Нәғимә ИРСАЕВА яҙып алды.

 

Фото Л. Абзалилова

Автор:
Читайте нас