+14 °С
Облачно

Ир-егет күҙлегенән аңлатығыҙ әле: ғаиләлә балаларҙы нисек тәрбиәләргә?

Айбулат Ураҙбахтин - эшҡыуар, коуч һәм психолог, күп балалы атай, сәләмәт тормош алып барыусы вегетарианец, ғөмүмән, алдынғы ҡарашлы ир-егет: 

Ир-егет күҙлегенән аңлатығыҙ әле: ғаиләлә балаларҙы нисек тәрбиәләргә?Ир-егет күҙлегенән аңлатығыҙ әле: ғаиләлә балаларҙы нисек тәрбиәләргә?
Ир-егет күҙлегенән аңлатығыҙ әле: ғаиләлә балаларҙы нисек тәрбиәләргә?

– Баланы тәрбиәләү – үҙеңде тәрбиәләү. Балалар ата-әсә мөнәсәбәтенә ҡарап, кәрәк нәмәне һеңдереп ала. Тәртип, холоҡ ғаилә мөхитендә һалына. Атай роле, абруйы мөһим, сөнки атай – баш. Атай функцияһы: ғаиләне ҡурсалау, һаҡлау, матди һәм рухи нигеҙ  булдырыу.

Ғаиләлә малайҙы һәм ҡыҙҙы тәрбиәләгәндә киҫешкән аспект бар.

Атай менән ир бала мөнәсәбәтендә – мөхәббәт һәм ҡәтғилек: атай улын тәрбиәләгәндә талапсанлыҡ күрһәтергә тейеш. Ирҙәргә ҡағылышлы бөтә һыҙаттарҙы атай кеше улына өйрәтә. Ә әсәй улына тик мөхәббәтле була ала: «улым, һин яҡшы», «аҡыллым» тип тәрбиәләй.

Әсәй менән ҡыҙ араһында – мөхәббәт һәм талапсанлыҡ. Йәғни, әсәй  ҡыҙын ҡырҡ яҡтан тыйып, ҡатын-ҡыҙ бурыстарын, эштәрен өйрәтә, шулай уҡ иргә нисек ярау кеүек тормош аҡылына, зирәклеккә төшөндөрә. Ә атай менән ҡыҙ бала араһында тик мөхәббәт кенә була, йәғни атаһы, ҡыҙын яратып, «матурым», «принцессам» тип кенә үҫтерергә тейеш.

Әле күп ир-егет вахта ысулы менән ситтә эшләй, был да бик насар: ҡатын ире менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтерә алмай. Өйҙә ҡатын-ҡыҙ энергияһы күбәйә, ул ир ролен дә башҡара башлай. Ә бит ғаиләлә ҡатын менән ир ролдәре араһында тигеҙлек булырға тейеш. Ир – ғаиләне тыштан һаҡлаусы, рух ныҡлығы биреүсе, ә ҡатын – эске көс, өй тотҡаһы, усаҡ йылытыусы. Хәҙер был боронғо тәртип боҙолған,  шуның өсөн дә ғаиләләрҙә татыулыҡ юғала.

Донъя ҡануны буйынса ир – май, ә ҡатын – ут. Психологик яҡтан ҡатын (ут) ирҙәргә (май) ҡарағанда көслө. Шуға ут, өйөн, ғаиләһен йылытып, мейес эсендә ҡалһа яҡшыраҡ. Әгәр ул тышҡа сыҡһа, янғын тоҡаныуы бар. Ә хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе тышҡа атлыға. Һөҙөмтәлә цивилизация һәм фәнни-техник алға китеш – бөтәһе көрсөктәргә, һуғыштарға килтерә. Кем ғәйепле? Ике зат та! Ир ғәйепле, сөнки ул ҡатынды тота алмаған, үҙе рухи  яҡтан көсһөҙләнгән. Александр Пушкиндың «Балыҡсы һәм балыҡ тураһында әкиәт»е – тап шул хаҡта. Тимәк, беҙгә ярыҡ ялғаш эргәһендә тороп ҡалыу ҡурҡынысы янай. Ҡөрьәндә – ахырызаман, Библияла – «конец света», ведаларҙа – кали юга, тигәндәребеҙ ҙә етеп киләлер, бәлки. Сөнки ҡиммәттәр емерелгән,  матриархат барлыҡҡа килгән заман тотороҡһоҙ. Ғаиләләге гармонияны һаҡлау, уңыш, бәхет серенә төшөнөргә тырышыу ғына ҡотҡарыр беҙҙе был ғазаптарҙан. Әлбиттә, үҫеш юлында һәр аҙымды төптән аңлап эш итеү мөһим. Әлеге көндә ҡатындар ҙа эшләгәс, ғаиләлә энергиялар буталып, ирҙәр «аморф» хәлдә ҡалған. Һөҙөмтәлә икеһе лә яфа сигә. Мин әлегәсә тулы бәхетле эшлекле ҡатын-ҡыҙҙы күргәнем юҡ. Беҙгә үҙ тәбиғәтебеҙгә әйләнеп ҡайтыу зарур: ҡатын-ҡыҙ – үҙ, ә ир-ат үҙ даирәһен һаҡлаһын.

 

Роза Хөснуллина

 

Фото геройҙың шәхси архивынан

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас