+30 °С
Облачно

ИКЕНСЕ ПЛАНЕТАЛА Фантастик хикәйә. Фәрзәнә Аҡбулатова

-Нил! - күңелен шом баҫҡан Даян ҡысҡыра-ҡысҡыра Нил артынан китте. Ана, ул! Алыҫ китеп өлгөрмәгән. Ҡар өҫтөнә йығылған! Хәҙер-хәҙер...  Даян иптәшенең ситкә тәгәрәгән шлемын эләктерҙе, шунан  Нилға табан эйелде. Скафандрға күҙ һалыу менән, шлем ҡулынан төшөп китте.  Даян үҙ күҙенә үҙе ышанманы – скафандр бар, ләкин уның эсендә Нил юҡ!

ИКЕНСЕ ПЛАНЕТАЛА Фантастик хикәйә. Фәрзәнә АҡбулатоваИКЕНСЕ ПЛАНЕТАЛА Фантастик хикәйә. Фәрзәнә Аҡбулатова
ИКЕНСЕ ПЛАНЕТАЛА Фантастик хикәйә. Фәрзәнә Аҡбулатова

ИКЕНСЕ ПЛАНЕТАЛА

Фантастик хикәйә

-Даян, күрәһеңме?  - Нил ҡулдарын ян-яҡҡа йәйҙе.-- Бында ерҙәге һымаҡ ап-аҡ ҡар! Талғын ғына яуа!

Скафандрҙың ауырлығынан саҡ хәрәкәтләнгән Даян иптәшенә аптырап та, һоҡланып та ҡуйҙы. Ел-дауыл йыһангирҙәрҙең капсулаһын оҙаҡ өйөрөлтөп йөрөткәс, Алмауыс планетаһына төшөп ултырыуы еңел булманы. “Бөттө баш! Харап булдыҡ!” тигән уйҙар мейене күпме быраулап үтте... Ҡурҡыу хәлде ныҡ алды. Ә бына Нил капсуланан сығып, планетаға аяҡ баҫты ла, ҡар бөртөктәрен күреү менән, арыу-талыуын, тетрәнеүҙәрен бөтөнләй онотто. “Һин дә бирешмә!” – тип бойорҙо Даян үҙенә. Ике йыһангир Ер ҡушҡан миссияны үтәйҙәр.  Йыһанға осош менән идара итеү үҙәгендә алып барылған тикшереүҙәр Алмауыс планетаһының йәшәргә яраҡлы икәненә өмөт уятты, һайлап алынған йыһангирҙәргә унда барып етеү бурысы ҡуйылды. Даян иһә, ҡарҙан бигерәк, йәшел үҫентеләргә иғтибар итте. Ысынлап та, бында кислород бар. Ерҙең яҡын ҡәрҙәше табылды! Ҡурҡыныс дауылдар эсендә юҡҡа өйөрөлмәнеләр, һөҙөмтә шатландыра. Экипаж барлыҡ кәртәне йырып, ят планетаға төшөп ултырҙы. Дөрөҫ, Алмауыста оҙаҡҡа ҡалырға ярамай, иҫәпләүҙәр тағы ла дәһшәтле дауыл ҡубасағын иҫкәртә. Бер-ике сәғәттән уларҙы алып килгән көймә кире күтәрелергә, ҙур карапҡа тоташырға тейеш. Әүрәмәҫкә, кәрәгенән артыҡ һуҙылмаҫҡа, тупраҡ  составы, үлән, таш бөртөктәре өлгөләрен алып өлгөрөргә... Даяндың контейнерына ниндәйҙер өлөшсәләр һалынды.

- Ҡар бөртөктәре яуа, тип дөрөҫ әйтмәнем. Даян, улар уйнайҙар! Ҡара, өйөрөлөп, бейеп уйнайҙар! Күрҙеңме мин баш осомда! – Нилдың кәйефе шәп.

Даян бер услам ҡарҙы ла кескәй ҡумтаға һалды. Бына ғәжәп, ҡар шундуҡ быуға әйләнеп юҡ булды. Ҡумта буп-буш! Был планетаның үҙ сере бар.

– Ҡар ҡапыл тымды. Әле ноль градус. Йәшеллек  өсөн ҡурҡыныс түгел. Беҙҙең өсөн дә, - шулай тине лә Нил шлемын ысҡындыра башланы.

Даян ҡулы менән ишараланы.

-Ашыҡма!

Нил ҡайҙалыр офоҡҡа төбәлде лә һынташ һымаҡ ҡатып ҡалды. Даян да шул яҡҡа ҡайырылды һәм турайып баҫҡанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды.

Ә унда... Ҡаршыла алмас тауы балҡый ине. Ике йыһангир сихырланған кешеләй күҙҙәрен тауҙан айыра алманылар. Тәү башлап Даян иҫенә килде.

-Тикшеренеү үҙәге хаталанмаған, иҫәп-хисаптары дөрөҫ... Беҙ өлөшсәләр алып ҡайтырға тейеш.

Нил иптәше әйткәнде ишетмәне лә шикелле. Тау яғына бер-ике аҙым яһаны.

-Даян, беләһеңме, оҙаҡламай нимә буласаҡ? Хатта күрәҙәсе лә кәрәкмәй - беҙ ергә әйләнеп ҡайтыу менән, донъя тотош үҙгәрәсәк! Әй, ғалим, һин бәхетлеме?  Беҙ уны үҙгәртәбеҙ.

-Беҙҙең миссия икенсе.

-Төкөрҙөм миссияңа, ғалим! Йыл буйы йыһан гиҙгән карап тейешле нөктәгә барып етте! Планетаның исеме - Алмауыс.  Уның алмастан ғына  торған планета икәне күптән мәғлүм! Ә беренсе булып аяҡ баҫыусылар беҙ!

Даян иптәшен тынысландырырға тырышты.

-Был бәлки сыйҙым ғыналыр. Күҙҙе быуыр нәмәләр була.

-Һаташмайбыҙ! Был миссия ла юҡҡа ғына беҙгә тапшырылманы. Беҙ быны эшләнек! Беҙ булдырҙыҡ! – шулай тине лә Нил ашығып-ашығып шлемын сисә башланы.

-Туҡта, Нил!

Нил иптәшенә ҡул ғына һелтәне.

-Бөгөндән ошо ике йыһангир  -- өр-яңы тарихты яһаусылар! Беҙ хәҙер Хоҙай дәрәжәһендә. Киттек, ул беҙҙе саҡыра! – тине Нил тауға ымлап.

-Ашыҡмайыҡ. Беҙгә иң башта ергә хәбәр итергә кәрәк! – Даян капсулаға табан ишараланы.

Нил ҡул ғына һелтәне.

- Бөтөн ил башлыҡтары, олигархтар, магнаттар беҙҙең күҙ алдында хәйерселәнде. Бөгөн кешелек яҙмышы - беҙҙең ҡулда! Миссияға ебәреүселәр үҙҙәре беҙҙең ҡармаҡта! Алмас планетаһына улар түгел, ә беҙ барып еттек! Нимәнән ҡурҡаһың? Атла, тау көтә!

Иптәшенең ҡапыл үҙгәреүе, ярһыуы Даянды борсоуға һалды.

-Күпме хыялланһаң да хыяллан, тик көймәгә инеп ултырғас! Ә бында беҙҙең ваҡыт сикләнгән.

Нил уны тыңлап та торманы.

- Һөрһөгән ғалим! Оҡшаһа, ултыра бир лабораторияңда! Властың нимә икәнен һиңә ҡайҙан аңларға! Ә мин алмас тауына менәм, кире боролмайым! – Нил атлай бирҙе лә, йәнә туҡталды.  – О-о-о-о-о, тағы ла арыраҡ тауҙар теҙмәһе... Алтын! Йә, ни тиерһең хәҙер? – ул һаһылдап көлә башланы.

Ваҡ ҡына булып яуған ҡырпаҡ  ҡар бөртөктәре эреләнә төштө. “Буран сыҡмағайы... Беҙҙең капсула былай ҙа авария сигналын бирҙе бит инде...”

- Кире көймәгә! – тип ҡысҡырҙы Даян.

-Һин миңә командир түгел.

-Ҡар шәп яуа. Әллә ниндәй эре ҡар, көрт баҫа!

-Ниңә беҙ ҡар күрмәгәнме ни? Алмас, алтын тауҙарынан башҡа бөтәһе лә бында ерҙәге һымаҡ! – Нил бер урында тапанған иптәшенә асыуланып, шлемын атып бәрҙе.

-Көймәбеҙ авария хәлендә! Хәҙер ҡуҙғалмаһаҡ, һуң буласаҡ. Миссияны үтәнек, беҙ ҡайтып хәбәр итеү менән,  тотош экипаж ебәреләсәк.

-Кәрәкмәй экипаж, ахмаҡ!

Нил Даяндың ҡысҡырыуына, янауына ҡарап тормай, алмас тауына табан аҙымын ҡыҙыулатты.

Ә ҡар бер нисә минут эсендә тотош стена булып яуҙы ла  ҡуйҙы. Ялтырап, ап- асыҡ күренгән алмас тауы ла юҡҡа сыҡты. Тирә-йүндәге йәшеллек шулай уҡ ҡар аҫтында ҡалды. Иң аптыратҡаны - ҡар бөртөктәре ҙурайғандан ҙурая ғына барҙы... Былай яуһа, ике йыһангир ҙә, капсула ла көрт аҫтында тороп ҡаласаҡ.

-Нил! - күңелен шом баҫҡан Даян ҡысҡыра-ҡысҡыра Нил артынан китте.

Ана, ул! Алыҫ китеп өлгөрмәгән. Ҡар өҫтөнә йығылған! Хәҙер-хәҙер...  Даян иптәшенең ситкә тәгәрәгән шлемын эләктерҙе, шунан  Нилға табан эйелде. Скафандрға күҙ һалыу менән, шлем ҡулынан төшөп китте.  Даян үҙ күҙенә үҙе ышанманы – скафандр бар, ләкин уның эсендә Нил юҡ!

Нимә булды, әллә иптәше аҡылдан яҙҙымы? Нисек тиҙ арала ауыр скафандрҙан ҡотола алһын? Ысынлап тороп, Алмас тауына менергә итәме, юғиһә? Ҡай тирәлә әле ул сихырлы тау? Их, күҙҙе астырмай ҡар бурай ғына бит.

-Нил, Нил! – Даян күпме генә һөрәнләһә лә, яуап биреүсе булманы. Тегеләй-былай борғоланған йыһангир кире скафандр ятҡан урынға килеп баҫты.  

-Юҡ... Нил юҡҡа сыҡты...

Хәҙер үҙенең башы, гүйә, шлемына һыймай ине. Әллә Нил һымаҡ атып бәрергә, ҡотолорғамы ауыр баш кейеменән? 

Кәрәкмәй Даянға алмас, кәрәкмәй Даянға алтын!  Уны бары икенсе планеталарҙағы тормошто өйрәнеүсе ғалим булғаны өсөн ошо ҙур сәйәхәт өсөн һайлап алдылар. Конкурстан үтеүе анһат булманы, шөкөр, йыһан юлына путевка алынды. Хәҙер уны ғилем өлкәһендә яңы асыштар эшләйәсәге ҡанатландыра.

Планета йәшәүгә яраҡлы, шулай ҙа ул яңы бәләләр тыуҙырасаҡ. Алмас тауын күреүҙән генә хыялыйға әйләнгән Нил менән нимә булыр? Хәҙер шул турала етәкселекте иҫкәртеү Даяндың бурысы. Тиҙерәк карапҡа. Ләкин ул Нилһыҙ юлға сыға алмай!

-Эй, кеше!

Көтөлмәгән был тауыштан тертләгән Даян башын ҡалҡытты, тирә-йүнде байҡаны. Тик алдына теҙелгән ҡар бөртөктәренән тыш бер нәмә лә күрмәне. Даяндың теҙ быуындары ҡалтыранды. Ул һаташа шикелле...

- Беҙ алмас планетаһы хужалары. Иғтибарлы булһаң, күптән беҙҙең ҡар бөртөктәре түгеллегебеҙҙе күрер инең.

-Ҡар бөртөктәре түгел?...

- Беҙ һеҙҙе ҡаршы алдыҡ. Һеҙҙең үҙ-үҙегеҙҙе тотошоғоҙҙо күҙәттек, маҡсатығыҙҙы асыҡланыҡ.

Шул саҡ бөртөктәр ҡыбырлай һәм биҙәктәре үҙгәрә башланы. Хәҙер “биҙәк” тип атағаны һәрмәүестәрҙе хәтерләтә ине.

-Алмауыстар беҙ. Һеҙ һоҡланған алмасты яһаусылар.

-Ҡайҙа... Ҡайҙа минең иптәшем?

Иң ҙур ҡар бөртөгө алға сыҡты. Бер суғын еңелсә генә һелкте.

-Ул унда, - Шул саҡ ҡар япмаһы икегә айырылды, алмас тауы йәнәшәлә генә ҡалҡып сыҡты. - Ул хәҙер алмас бөртөгө.

-Был мөмкин түгел...

-Ерҙә мөмкин түгел. Беҙҙә тик бер генә мөмкинлек - кем беҙҙең тауҙарға ҡыҙыға, шул алмас тауының бер өлөшөнә әйләнә. Әгәр ҙә ҡомһоҙ дуҫың шлемын һалмаған булһа, бәлкем, үҙенә зыян итмәгән дә булыр ине. Тереклекте иретә беләбеҙ. Беҙҙең планетаға ҡыҙығыусылар ер кешеләре генә түгел. Йәнле заттар башҡа планеталарҙа ла бар. Бына ошонда килеп таба улар мәңгелек төйәкте. Хыялдары тормошҡа аша, үҙҙәре алмасҡа әйләнәләр. Алып ҡайтығыҙ кейемен. Был һәләмәләр беҙгә кәрәкмәй.

-Мин унһыҙ ҡайта алмайым.

Тағы ла бер ҡар бөртөгө алға сыҡты:

-Был ҡунаҡтың  алмас планетаһындағы ваҡыты бөттө. Тотҡарланһа, аҡылдан яҙасаҡ. Йәғни үҙе сисенә һәм алмас бөртөгөнә әйләнә.

- Ер кешеләре һеҙҙең был ҡылыҡты язаһыҙ ҡалдырмаясаҡ, улар мотлаҡ үс алырға киләсәк. Мин алдан иҫкәртәм, беҙҙең ҡоралланыуҙы, технологияны һеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ...

Ҡар бөртөктәре  өйөрөлөп уйнап алдылар. Даян уларҙың кәйефе күтәрелгәнен аңланы, ләкин ни өсөн икәнен аңламай ине.

-Кешелек бер-береһен йәҙрә менән ҡурҡыта. Ләкин ҡарҙы буранды нисек итеп ҡурҡытырға мөмкин? Беҙ әле үҙебеҙҙең ҡоралды ҡулланманыҡ. Һин ысын дауылды күрмәнең әле! Ундай саҡта алмас тауҙары ла ондай тетелеп тарала... Караптарҙы ғына түгел, кометаларҙы йыһан төпкөлөнә осороп алып китерлек көс бында - Алмауыста.

Ҡар бөртөктәре йәнә матур итеп әйләнделәр, өйөрөлдөләр.

-Һуңлама. Һиңә ҡотолорға мөмкинлек бирелде.

Был тауыштан  Даян йәне өшөп, ытырғанып китте. Аяҡтары карап яғына атланы. Эскә инеп ултырғас, үҙен саҡ-саҡ ҡулға алып, ергә хәбәр ебәрҙе.

-Мин ҡайтыу юлында. Нилды... Уны юғалттыҡ...

Әлбиттә, йыһан карабы билдәләнгән көндә ергә әйләнеп ҡайтты. Даянды ҡаршы алыусылар был юлы күберәк ине. Сөнки яңы планетаға төшөп ултырыу, ғәҙәти булмаған күренештәрҙе тап итеү, шулай уҡ Нилдың ғәйеп булыуы шаҡтай шау-шыу тыуҙырырға өлгөргәйне.

Ғәҙәт буйынса, тәүге телмәрен ул йыһанға осороусы етәкселек алдында тоторға тейеш.

- Төп фекеремде әйтәм. Был планета беҙҙең өсөн түгел, унда һәләкәт көтә. Бөтәбеҙҙе лә... - Даяндың тәүге һорауға ошолай яуап биреүе үҙе үк ығы-зығы тыуҙырҙы.

-Ғәфү итегеҙ, Даян психологик тетрәнеү кисерҙе... Юлдашын юғалтыу эҙемтәһе. Ул ғына түгел, беҙ бөтәбеҙ ҙә әле ҡайғыла.

Алмауыс планетаһынан ҡайта алған хөрмәтле йыһангиргә бынан ары асыҡтан-асыҡ һорау биреүсе булманы. Уны йәһәтләп дауаханаға оҙаттылар.

Бер нисә көндән йыһангирҙең палатаһына бик бөхтә кейенгә ике ир килеп инде. Йөҙҙәрендәге яғымлы йылмайыуҙарын күреү менән, Даян шундуҡ уларҙың ҡайһы органдан икәнен һиҙенде. Бына хәл-әхүәл белешкәндән һуң, тегеләр уратып-суратып ҡына үҙҙәренә кәрәкле һорауҙарҙы бирә башланылар. Әлбиттә, уларҙы Нилдың нисек, ни рәүешле һәләк булыуы ҡыҙыҡһындыра ине.

Даян уларға алмаш-тилмәш ҡарап алды ла, тура яуабын бирҙе.

-Ул һәләк булманы. Уны алмасҡа әйләндерҙеләр. Алмауыста бөтәбеҙҙе лә шул яҙмыш көтә. Экспедицияны туҡтатырға кәрәк. Был берҙән-бер үтенесем.

Рәсми кешеләр тағы-тағы өҫтәп һорау бирҙеләр. Даян иһә шул уҡ һүҙҙәрен ҡабатлай бирҙе. Ахыр бөхтә кейенгән мөләйем был ирҙәр тағы ла киләсәктәрен әйтеп, сәләмәтлек теләп, ҡул биреп хушлаштылар ҙа сығып киттеләр.

-Аҡылдан яҙмағанмы? – тип һораны тышҡа сыҡҡас береһе.

-Хөкөм сығарырға ашыҡмайыҡ. Иптәше менән нимә булғанын барыбер һөйләр. Әлегә яҡшы итеп дауалаһындар. Көсөргәнешлелек үҙен һиҙҙерә.

Ике аҙнанан сер һаҡлау хеҙмәтенән тағы бер нисә кеше өҫтәлеп килде. Даян был юлы һөйләшеү етди буласағын белә ине. Ул һүҙен Алмауыс планетаһын тасуирлауҙан башланы.

-Планета тере. Ундағы тереклек ҡар бөртөктәрен хәтерләтә. Беҙҙәге һымаҡ ваҡ ҡар булып яуып, күҙ алдында тәгәрмәс ҙурлығына әйләнеү улар өсөн бер ни түгел. Беҙҙә ҡар ирей, ә улар... Ундағы ҡар бөртөктәре беҙҙәге тереклекте иретә ала.

Ҡайһы берәүҙәренең күҙҙәрендә сәйер көлөү, икенселәрендә ҡурҡыу ҡатыш аптырау, өсөнсөләрендә ышанмау сағылды. Бына береһе телгә килде.

-Нисек уйлайһығыҙ, улай булғас, ни өсөн һеҙҙе иретмәнеләр?

-Мин скафандрҙы һалманым. Ә бына Нил...

Уны тағы ла бүлдерҙеләр:

-Һеҙ икәү Алмауыс планетаһына төшөр алдынан бик ҡаты бәхәс ҡуптарғанһығыҙ.

-Ләкин бәхәстең беҙҙең осошҡа бер ҡыҫылышы юҡ!

-Шулай ҙа Нилдың үлемен планетаға һылтау күпкә анһатыраҡ. Шулай түгелме ни?

-Ул саҡта ни өсөн мин кейемен тотоп ҡайттым?..

-Эйе, был төп мәсьәләнең береһе - ни өсөн алып ҡайттығыҙ? Хәҙер һорауҙар тағы ла күбәйә генә төштө. Алмас һәм алтын тауҙарын күреү һеҙҙе енәйәткә этәрмәнеме?

Даян йөрәген тотоп ултыра төштө. Табиптар һәр саҡ эргәлә, һәр саҡ уяу, улар йәһәт кенә йыһангиргә укол һалдылар. Даян тынысланғандай булды. Ул әле әйткән һүҙҙәрен тағы ҡабатларға әҙерләнде. Шул саҡ Алмауыс планетаһына экспедиция ойоштороусыларҙың береһе - тап уның кандидатураһын һайлауҙа тырышлыҡ күрһәткән ғалим  - эйелеп, ныҡ итеп уның ҡулын ҡыҫты.

- Планетаға юл асылыуы, унда кислород булыуы яңы тормош өсөн мөмкинлектәр тыуҙыра.  Беҙ һеҙҙе ҡотлайбыҙ! Һеҙ ҙур миссия үтәнегеҙ! Был бөтәбеҙ өсөн дә ҙур шатлыҡ. Тикшеренеүҙәребеҙ һөҙөмтә бирҙе. – Ул иптәштәренә боролдо, - Беҙҙе хафаға һалған нәмә лә бар - Алмауыс сикһеҙ хазиналар төйәге. Тимәк, йыһанды өйрәнеүсе ҙур корпорациялар өсөн ул тамаҡҡа тығылған һөйәк. Ошо майлы һөйәкте йотор өсөн ҙур болалар башланыуы мөмкин.

Уны икенселәр бүлдерҙе.

-Береһе лә дәғүәсе була алмай. Хоҡуҡ мәсьәләһенә килгәндә, экспедицияны ойоштороусылар кем? Алмауысҡа тәү аяҡ баҫҡан йыһангирҙәр кемдеке? Тимәк, ул планетаға беҙ генә хужа, бүтәндәр фарман бирә алмай.

-Алмауысты колонияға әйләндереү беҙҙең бурыс булып ҡала! Был ҡотолғоһоҙ юлыбыҙ һәм маҡсатыбыҙ. Быға бер кем дә тотҡарлыҡ яһай алмай, төшөндөгөҙмө? – тип йөпләне бүтәндәр.

Даян тамаҡ ҡырҙы.

- Күрәм, һеҙҙе ышандырып булмай... Алмауыстар миңә зыян итмәнеләр, хатта минең менән элемтәгә инделәр. Киләһе экспедицияға мине алығыҙ, ярҙамым тейер.

-  Уйлашырбыҙ. Былай ғына вәғәҙә итә алмайбыҙ, - тине арттараҡ баҫып торған етәкселәрҙең береһе. – Совет йыйырбыҙ.

 - Алмауыстарҙың сәләмен алып ҡайттым. Улар һеҙҙе көтмәй. Һеҙ үҙегеҙ алмас бөртөктәренә әйләнәсәкһегеҙ. Ҡаты иҫкәрттеләр.

Артабан һөйләшеүҙе дауам итеп булмаҫын аңлаған команда йыһан батырына сәләмәтлек теләп, хушлашты.

 

Алмауыс планетаһына экспедиция ойоштороусылар пунктында ҡаты сер аҫтында кәңәшмә үҙҙы. Даяндың ни өсөн был планетаны үҙләштереүгә ҡаршы тороуы аңлашыла.  Хыял да итә алмаған зиннәтле тауҙарҙы кинәт күреү үҙе үк аҡылына зәғифлек килтергән. Алмас планетаһында нығыныу ерҙәге тормошто баштан-аяҡ үҙгәртәсәк. Ундай революцияны ер планетаһы әлегә тиклем кисермәгән. Быға күптәр әҙер түгел. Даян да шул иҫәптән.

Баштараҡ Советта һөйләшеү бик бәхәсле барҙы, ахыр, бер тауыштан ҡарар ҡабул итергә өлгәштеләр:

“Ҡеүәтле яңы команда модуле әҙер. Төрлө тармаҡ белгестәренән ышаныслы, ҙур экипаж тупларға, Алмауысты тиҙ арала колонияға әйләндерергә”.

-Даян менән ни эшләргә?

-Даянға килгәндә, дауалау курсы күпме кәрәк, шул тиклем дауам итер. Беҙгә тылҡыған һүҙҙәренән ваз кискәнгә тиклем. Фекерҙәре беҙҙеке менән тура килмәй икән, бер командала була алмайбыҙ.

- Алмауыстағы тереклекте ауыҙлыҡлау миссиябыҙҙы еңелләштерәсәк. Быны заман ҡоралы ғына хәл итә ала. Стратегик әһәмиәткә эйә планетаны ташларға ла, бүтәндәргә биреп ҡуйырға ла йыйынмайбыҙ!

Компаньондар был һүҙҙәр менән ризалаштылар. Дәррәү алҡыштар яңғыраны.

 

-Даян, әйҙәгеҙ, саф һауа һуларға.

Даян Ринат исемле табиптың даими күҙәтеүе аҫтында йәшәй.  Ишекте асыусы ошо табип ине. Ринат, ғәҙәттәгесә, пациентты ҡултыҡлап, дауахана ихатаһына алып сыҡты. Ваҡ ҡына ҡар бөртөктәре һибәләй. Даян ҡулын һуҙҙы, усына бер-ике ҡар бөртөгө ҡунғас, тертләп китте, йәһәт кенә усын ҡаҡты. Ҡулын кеҫәһенә тыҡты.

-Былар ысын ҡармы? – Ул һораулы ҡарашын табипҡа төбәне. - Нисек уйлайһың?

 Ринат күҙҙәрен селт-селт йомоп, йөҙөнә яғымлы йылмайыу сығарырға тырышып, яуап бирҙе:

-Хөрмәтле Даян әфәнде. Беҙ бит ерҙә. Үҙебеҙҙең планетала. Көҙгө һыуыҡтар башланды. Был тәүге ҡар. Тимәк, оҙаҡламай ҡыш етә.

Даян, гүйә, уны ишетмәне:

-Улар бында килеп етмәгәнме? – тип хәүеф менән тирә-яғын байҡаштырҙы.

Ринат һүҙҙең кемдәр тураһында барғанын яҡшы аңлай. Сөнки был һорауҙы ул беренсе тапҡыр ғына ишетмәй.

- Бушҡа борсолма. Улар бында бер нисек тә килеп етә алмай. Һин сәйер ҡар яуғанын әйттең.  Абруйлы экипаж Алмауыстан уның үрнәктәрен мотлаҡ алып ҡайтасаҡ. Быны  өйрәнеү фән үҫешендә бик-бик әһәмиәтле, быға шик юҡ. Бәлки, төп һүҙҙе лә һин әйтерһең.

-Алып ҡайтмаясаҡтар. Һәм үҙҙәре лә әйләнеп ҡайтмаясаҡтар, - тип үҙалдына һөйләнде Даян. – Икенсе йыл инде экипаждан хәбәр юҡ.

- Беҙгә барыбер өмөттө өҙөргә ярамай.

-Һы, ярамай... Улар алмасҡа әйләнде. Хәйер, быны һиңә тылҡый-тылҡый ялҡытҡанмындыр ҙа инде. Булды, - Даян дауахана ишегенә табан боролдо. - Ҡайттыҡ, унда  мине тикшеренеүҙәрем көтә.  Хатта бер генә кешене ышандыра алам икән, минең хеҙмәтем бушҡа китмәйәсәк.

Ринат һүҙһеҙ генә баш ҡаҡты.

Фәрзәнә Аҡбулатова.

 

Фото Айгуль Хуснурьялова

Автор:
Читайте нас