

– Гөлсиә, үҙең менән ҡыҫҡаса таныштыр әле. Ҡайһы яҡта, ниндәй ғаиләлә тыуып үҫтең?
– Ейәнсура районы Ҡужанаҡ ауылы ҡыҙымын. Матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан төпкөл ауылымда 2023 йылға тиклем мобиль элемтә лә, интернет селтәре лә юҡ ине хатта. Мөхәббәткә тулы ғаиләлә яратып-яратылып үҫтем. Атайым Айҙар Хажиғәли улы – ике йыл инде махсус хәрби операция биләмәһендә, әсәйем Гөлсинә Бәхтиғәни ҡыҙы – хаҡлы ялда. Азат ағайымдың эше нефть тармағы менән бәйле, ә ҡустым Айнур – 9-сы синыф уҡыусыһы.
– Модель булыу бала саҡ хыялы инеме? Берәй ҡасан ҙур подиумда сығыш яһармын, еңеү яулармын тип уйлай инеңме? Атай-әсәйең, яҡындарың был шөғөлөңдө хуплаймы? Ҡайһы студияла, кемдә шөғөлләндең?
– Бала сағымда «модель булам» тигән хыял менән янманым. Ләкин әсәйем мине кескенәнән ҡурсаҡ кеүек кейендерҙе, сәсемә төрлө прическалар эшләне һәм мин үҙемде гел батшабикә итеп тойҙом. Күреүегеҙсә, һәр гүзәл затта булырға тейешле юғары зауыҡ тойғоһо миндә бәләкәйҙән һалынған. Атай-әсәйем ныҡлы тәрбиә, белем алыу менән бергә үҙ көсөмә ышаныс, азатлыҡ та бирҙе, шуның өсөн уларға рәхмәтлемен.
Мәктәпте тамамлағас, Өфө дәүләт нефть техник университетының механика факультетына уҡырға индем һәм буш ваҡыттарымда урындағы матурлыҡ студияһына йөрөй башланым. Модель булараҡ карьерам үҫешендә барыһы ла булды: яҡты көндәр менән ҡара төндәр ҙә, үргә үрләүҙәр менән түбәнгә тәгәрәүҙәр ҙә, оло еңеүҙәр менән еңелеүҙәр ҙә. Ләкин үҙ көсөмә ышанысым арҡаһында бәләкәй аҙымдар менән алға ынтылдым һәм теләгән бөтә маҡсатыма ла ирештем, тип әйтә алам. Әгәр ҙә ниндәйҙер хыялым бар икән, мин уға бар булмышымды, энергиямды һалам һәм уңышҡа өлгәшмәйенсә туҡтамайым.
– Матурлыҡ индустрияһында уңыш ҡаҙаныр өсөн ҡатын-ҡыҙға ниндәй һыҙаттар кәрәк? Нисек тулҡынланмай ҙур аудитория алдына сығырға? Һин үҙең нисек йөрьәт иттең?
– Иң мөһиме – дисциплина: көн тәртибеңде булдырыу, режимды тотоу. Иртәрәк йоҡларға ятырға, дөрөҫ туҡланырға һәм, әлбиттә, физик күнекмәләр. Эске ныҡлыҡ, үҙеңде яратыу, еңеүгә ышаныс – һәр бейек үрҙе яуларға ярҙам итеүсе сифаттар. Күҙ алдына уңышлы сығыш яһауығыҙҙы килтерәһегеҙ, тамашасы менән күҙ ҡарашы аша йылы мөнәсәбәт урынлаштыраһығыҙ һәм ошо ерҙә, ошо урында үҙегеҙҙең хәл-торошоғоҙҙан, хеҙмәтегеҙҙән йән рәхәте кисерәһегеҙ.
– Модель булыу, шул өлкәлә эшләү – ауыр хеҙмәт, тип ишетәбеҙ йыш ҡына. Ысынлап та шулаймы? Ниндәй ҡыйынлыҡтарға, сикләүҙәргә дусар ителә һылыуҡайҙар?
– Эйе, күп ҡыҙҙар модель булырға хыяллана. Сөнки ситтән ҡарағанда камера алдында матурлығыңды күрһәтеп, подиумда килешле итеп атлап йөрөүҙең ниндәй ауырлығы булһын инде, тип уйлайҙар. Ләкин тәү ҡарашҡа ғына еңел-елпе тойолған был һөнәр артында күпме тырышлыҡ һәм күңел хеҙмәте барлығын берәү ҙә белмәй. Шуға алдан күрә белеүсәнлек, эске тойомлау, сыҙамлыҡ менән бер рәттән көтөлмәгән ауырлыҡтарҙы күтәрә белеү ныҡлығы булыуы ла мөһим. Һылыулыҡ менән һыу буйламайҙар, матур булыуың ғына етмәй, сөнки модель, иң беренсе сиратта, аҡыллы, уҡымышлы, аралаша белеү һәм телмәр оҫталығына эйә юғары мәҙәниәтле шәхес ул.
– «Һылыулыҡ туйҙа кәрәк», ти беҙҙең халыҡ һәм матурлыҡты алға ҡуйыуҙы өнәп етмәй. Ә һин нисек уйлайһың, Гөлсиә?
– Шул уҡ ваҡытта «Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр» тигән ҡанатлы һүҙҙәр ҙә бар бит әле. «Матурлыҡ – көслө ҡорал» тип тә әйтәләр, тимәк, өнәһәк тә, өнәмәһәк тә, матурлыҡ төшөнсәһенең ҡиммәте, һиммәте юғары. Бөгөнгө көндә модель булыу – үҙе бер сәнғәт, айырым тормош стиле һәм уның тәғәйенләнеше, баһаһы бер йөҙ матурлығына ғына ҡайтып ҡалмай. Уның күҙгә күренмәгән эске бер тәрәнлеге лә бар.
– Донъяның төрлө ҡитғаларында уҙған гүзәллек бәйгеләре башлыса инглиз телендә үтә. Сит телдә аралашыу, сығыш яһау ауырлыҡ тыуҙырмаймы?
– Бөтә бәйгеләргә лә ентекле әҙерләндем, шуға ла инглиз теле менән дә етди шөғөл-ләндем. Сит ерҙәрҙә урыҫ әҙәбиәтен яраталар, Александр Пушкин, Федор Достоевский, Сергей Есенинды үҙ итәләр. Минең күңелемә лә рус классикаһы яҡын, шуға ла Филиппинда үткән бәйгелә бөйөк Пушкиндың «Евгений Онегин» романынан «Письмо Татьяны к Евгению Онегину» тигән өлөшөн инглиз телендә яттан һөйләнем. Жюри ағзалары сығышымды юғары баһаланы. Ғөмүмән, конкурс барышында финалда ғына түгел, ә әҙерлек ваҡытында ла үҙеңде лайыҡлы күрһәтеү бик мөһим. Ойошто-роусылар, башҡа конкурсант ҡыҙҙар менән дә уртаҡ тел табып, матур мөнәсәбәт урынлаштырыу – уңыштың яртыһы.
– Еңеү өсөн иң ҙур бүләк нимә? Хәйриә ярҙамы ойошторғаның бармы?
– Гүзәллек бәйгеләрендә еңеүсегә матурлыҡ тажы, таҫма, аҡсалата приз, сәйәхәткә юллама һәм рекламала төшөүгә контракт бүләк итәләр. Хәйриәлеккә килгәндә, мохтаждарға ярҙам итеү, әҙәм ҡайғыһына битараф ҡалмау – кешене кеше иткән, тормошто яҡтылыҡҡа төргән изгелек орлоғо ул. Етемдәргә, сирлеләргә, тәбиғәткә, хайуандарға ярҙам итә алыу мөмкинлегең булыуы иһә – оло бәхет. Сөнки яҡшылыҡ эшләгәндән арта һәм үҙеңә әйләнеп ҡайта ул. Динебеҙ ҙә «уң ҡулың менән биргәнде һул ҡулың күрмәһен», тип өйрәтә, мин дә ул хаҡта маҡтанып, һөрәнләп йөрөргә яратмайым, иманлы эш тын ғына башҡарыла. Тыуған ояма йыш ҡайтам һәм яҡындарыма ҡул-тел ярҙамы менән дә, финанс яҡтан да терәк-таяныс булырға тырышам.
– Йәшлек – үҙе нәфислек, ә урта йәштәрҙә модель булырға мөмкинме ул? Модель бизнесында йәш сикләүҙәре бармы?
– Матурлыҡ индустрияһында үҙеңде төрлө йәштә һынарға була. Ләкин яҙмышыңды тулыһынса ошо өлкәгә бағышлайым тиһәң, 14–16 йәштән башлау отошлораҡ, әлбиттә.
Айзилә Мортаева әңгәмәләште.
Фотолар героиняның шәхси архивынан