+14 °С
Облачно

Тиҫтерҙәренә үрнәк ҡыҙ

15 йәшлек Юлиә Рауилева – Өфө ҡыҙы, Затон биҫтәһенең 4-се мәктәбендә белем ала. Бына икенсе йыл инде уңған һылыуҡай йәйге каникулын күпселек заман балалары кеүек гаджеттар менән түгел, ә аҡса эшләп, файҙалы үткәрә. «Паркта миңә бик оҡшай, көн үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала, ашаталар ҙа, өйгә такси менән ҡайтарып та ҡуялар, яҡшы эш хаҡы ла түләйҙәр», – тип ҡәнәғәт йылмая ул.

Тиҫтерҙәренә үрнәк ҡыҙТиҫтерҙәренә үрнәк ҡыҙ
Тиҫтерҙәренә үрнәк ҡыҙ

Баш ҡаланың Иван Яҡутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында йәй миҙгеленә генә хас йәнлелек. Берәүҙәр рәхәтләнеп бәүелсәктә бәүелә, кемдәрҙер поезда елә, бәғзеләр «америка тауы»нда адреналин ала, һыу кәмәһендә тулҡын менән ярышыу-сылар ҙа бихисап. Ниндәй генә күңел асыу мөмкинлеге юҡ бында! Һауа шарҙарынан торған сәпкә атыу майҙансығынан да кеше өҙөлмәй. Күҙҙәре уйнап торған ҡыҙ һәм малайҙарҙан һыу буйы сират теҙелеп киткән. Шау-гөр килгән балаларҙы тынысландырып, кемдең нисә мәрәй йыйғанын яҙып, уларға жетон биреп, еңеүсене билдәләп, махсус кейемдә мөләйем йөҙлө ҡыҙ йөрөй.

15 йәшлек Юлиә Рауилева – Өфө ҡыҙы, Затон биҫтәһенең 4-се мәктәбендә белем ала. Бына икенсе йыл инде уңған һылыуҡай йәйге каникулын күпселек заман балалары кеүек гаджеттар менән түгел, ә аҡса эшләп, файҙалы үткәрә. «Паркта миңә бик оҡшай, көн үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала, ашаталар ҙа, өйгә такси менән ҡайтарып та ҡуялар, яҡшы эш хаҡы ла түләйҙәр», – тип ҡәнәғәт йылмая ул.

– Былтыр хеҙмәт хаҡыма мәктәпкә кәрәк-яраҡ, кейем-һалым алһам, быйыл ноутбукка йыям, – ти Юлиә. Үҙең эшләп тапҡан ҡәҙерле була шул ул, уның бер тинен дә юҡҡа сарыф итке килмәй. Йәйге каникулының бер көнөн дә бушҡа үткәрмәгән егәрле ҡыҙ – күп тиҫтерҙәренә матур өлгө.

                                             

Айзилә Мортаева.

 
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас