+30 °С
Болотло

Завтра Уфа отпразднует День молодежи

Иртәгә, 27 июндә, Өфөлә Йәштәр көнөн байрам итеү ойошторола. Прогноз буйынса ямғырҙар көтөлә, шуға күрә ойоштороусылар ҡулсатырҙар алырға кәңәш итә. 

Завтра Уфа отпразднует День молодежиЗавтра Уфа отпразднует День молодежи
Завтра Уфа отпразднует День молодежи

Байрамдың төп майҙансығы - «Торатау»конгресс-холы аҫтында Ағиҙел йылғаһы буйы.

"Ойоштороусылар 11-се һәм 9 класты тамамлаусылар өсөн сюрприз әҙерләгән. Улар бөтә сығарылыш уҡыусыларының төп хитын уның авторы Фогель менән бергә йырлай ала! Йәштәр Көнөндә: тере музыкаға бачату бейергә өйрәнеү;  өҫтәл уйындары уйнау; тиҙ арала осрашып алыу; билдәле боксерҙарҙың алыштарын күреү; барабанда уйнарға өйрәнеү һәм башҡа күп нәмәләр ойоштороласаҡ! Байрамды Кравц, Марат Яруллин, Фогель һәм Бэби ти кеүек хедлайнерҙар менән сағыу дискотека тамамлай", - тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың йәштәр министры Вито Сабиров. Инеү ирекле. Башлана 15: 00 сәғәттә. 12+

Автор:
Читайте нас