+17 °С
Облачно

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Суйын сүмес. Стәрлебашта.

…Йәй урталары ине. Тауҙа еләк бешкәйне. Бер көндө Ғабдулла күрше малайҙарға эйәреп еләккә китте. Тау битләүе өлгөрөп бешкән еләктән, әйтерһең, ҡыҙыл сәкмән ябылған. Башта ул һутлы еләкте танһығы ҡанғансы ашап алды. Шунан йыя башланы. Семәрле тырызын өймәләм иткәнсе йөрөнө ул. Ҡайтырға йыйынып тирә-яғына күҙ һалғайны, янында  иптәштәре күренмәне. Аптырағас, үҙе белгән тар ғына һууҡмаҡ буйлап  ауылға табан яңғыҙы атланы. Шулай юлдан бара торғас,  ни күҙе менән күрһен, ҡаршыһына оҙон ҡара йылан шыуышып килә.

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Суйын сүмес. Стәрлебашта.Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Суйын сүмес. Стәрлебашта.
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Суйын сүмес. Стәрлебашта.

Арбаһында бәүелеп, төрлө уйҙарға сумып килгән Ғабдулла хәҙрәт, буласаҡ шәкерттәре Мөжәүир менән Ғибаҙуллаға ҡарап, үҙенең бала сағын иҫенә төшөрҙө. Атаһы менән әсәһе бер-бер артлы үлеп киткәндә Ғабдулла ла нәҡ ошо малайҙар кеүек йәшендә ине бит. Үкһеҙ ҡалған бала ҡайҙа барып һуғылырға, кемгә күҙ терәргә белмәй, бер-бер артлы ике мәйет сыҡҡан өйгә ингеһе килмәйенсә, кем йылы һүҙ ҡуша, кемдә тамағы туя,  күберәген шунда йөрөнө. Бала саҡтағы кисерештәр, хәтирәләр ташты ырып яҙған яҙыу кеүек, мәңгелек булып иҫтә уйылып ҡала икән. Ул бөгөн халыҡ араһында күренекле табиб, мөғәллим булып танылыу тапты. Мөғәллимлегенең башы Стәрлебаш мәҙрәсәһенән булһа, табиблығы бала сағындағы хикмәтле хәлдәргә барып тоташа. Ғабдулла Сәиди быларҙы һис ҡасан онотасаҡ түгел.

…Йәй урталары ине. Тауҙа еләк бешкәйне. Бер көндө Ғабдулла күрше малайҙарға эйәреп еләккә китте. Тау битләүе өлгөрөп бешкән еләктән, әйтерһең, ҡыҙыл сәкмән ябылған. Башта ул һутлы еләкте танһығы ҡанғансы ашап алды. Шунан йыя башланы. Семәрле тырызын өймәләм иткәнсе йөрөнө ул. Ҡайтырға йыйынып тирә-яғына күҙ һалғайны, янында  иптәштәре күренмәне. Аптырағас, үҙе белгән тар ғына һууҡмаҡ буйлап  ауылға табан яңғыҙы атланы. Шулай юлдан бара торғас,  ни күҙе менән күрһен, ҡаршыһына оҙон ҡара йылан шыуышып килә. Саҡһа, һис шикһеҙ, үлтерәсәк, ярай абайлап ҡалды. Ғабдулла ҡото осоп, яр һалып, шарылдап  ебәрҙе лә, мәрхүмә әсәһе, ҡурҡҡан саҡта уҡырһың, тип өйрәткән доғаны шыбырҙай һалды. Ҡулындағы тырызы  төшөп китте лә йыйған еләктәре ергә сәселде. Ҡара йылан ыҫылдап үләндәр араһына шыуышып инеп юғалды. Ҡобараһы осҡан Ғабдулла ҡайтып етте лә түшәккә иҫһеҙ ҡоланы.

Аҙаҡ ни булғанын Шәмсиҡәмәр инәһе һөйләгәндәр буйынса ғына белде.

Ғабдулланың хәлен белешергә ингән әбей, атаһының бер туған апаһы Шәмсиҡәмәр инәй, малайҙың һаташып ауырып ятҡанын күреп, ҡойолдо ла  төштө. Малайҙың атларлыҡ хәле юҡ ине. Әбей уны өйҙән күтәреп алып сыҡты ла бәләкәй араға  һалып, үҙҙәренә алып ҡайтты. Теше-тешкә теймәй ҡалтыранған Ғабдулла ни булғанын һөйләрлек хәлдә түгел. Им-том оҫтаһы булған ҡарсыҡ бер талай үтә текләп торғандан һуң  барыһын да аңланы: бала менән  яуыз ҡара көстәр булышҡан. Уның  ҡотон алып ҡурҡытҡандар.

–Ауырыуы аҙмаҫ борон хәҙер генә ҡот ҡоя һалырға кәрәк улыма,- ти әбей. Йәһәтләп усағына ут яғып ебәрә. Әҙерәк күмер төшкәс, суйын сүмескә бармаҡ башындай ҡурғаш һалып, уны ҡуҙ өҫтөнә иретергә ҡуя. Икенсе  сүмескә һалҡын һыу ҡойоп, көмөш тәңкә  төшөрә. Ул арала күрше ҡатын үтеп бара икән, Ғабдулланың ҡото осҡан, ярҙам ит, тип, уны саҡыра һалып индерә. Ишекте ябып, тәҙрә пәрҙәһен ҡора ла имләнеүсене ҡиблаға табан ҡаратып ултырта. Башы аша таҫтамал яба. Күршеһенә һыулы сүместе малайҙың баш осона ҡуйып тоторға ҡуша. Ҡатындың имсегә ярҙам итеүе тәүләп булмай, был имләүҙең рәт-сиратын белеп, һорауҙар бирә башлай.

-Инәй, ни ҡояһың?

-Ғабдулланың ҡото осҡан, ҡот ҡоям!

-Инәй, ни ҡояһың?

-Ғабдулланың ҡото осҡан, ҡот ҡоям!

-Инәй, ни ҡояһың?

-Ғабдулланың ҡото осҡан, ҡот ҡоям

Ниәтләп алғас имсе артабан  һамаҡлап әйтә.

Кил ҡотом, кил, ҡотом,

Мөрйәнән дә кил, ишектән дә кил,

Тишектән дә кил.

Илдән осһаң, илдән кил,

Эттән осһаң, эттән кил,

Ҡоштан осһаң, ҡоштан кил.

Ҡоройт ҡотом, ҡоройт ҡотом,

Ағын һыуҙан ағып кил,

Аҡ балыҡтай йөҙөп кил.

Ғабдулланың ҡото осҡан,

Ғабдулланың ҡото осҡан,

Ҡот эйәһе бында ултыра,

Ҡот эйәһе бында ултыра,

Ҡайт, ҡотом, ҡайт, ҡотом.

Йәмлиха. Мәксәлинә. Мәрнүш.

Дәбәрнүш, Шәзәнүш, Мислинә.

Кәфәштатыййүш. Ҡытмир,

тип доға менән тамамлай ҙа шып-шыйыҡ булып ирегән ҡурғашты сүместәге һыуға шажлатып һалып ебәрә. Ҡурғаш  тирә-яҡҡа сәсрәп китте. Һыуҙа тороп ҡалған ҡурғашты алып ҡарағас, Шәмсиҡәмәр инәйҙең төҫө ҡасты.

-Эй, балаҡай, йылан сүрәтенә ингән зәхмәттән ҡурҡҡанһың бит,-тине. –Бына күр, ҡотоңа ҙур оҙон йылан төштө. Ул һинең йәнеңде ҡыйырға ебәрелгән ҡара көс ғәләмәте булған. Ихтимал, ен-пәрейҙер.  Саға алмаған, яуыз,  һиңә көсө етмәгән, Аллаһ үҙе аралаған. Хәҙер ҡотоңа йөрәк төшкәнсе ҡоябыҙ ҙа ҡоябыҙ инде.

Нисәмә ҡабат ҡойһа ла ҡотҡа йөрәк төшмәне. Инде етенсе ҡатҡа ҡойоп та йөрәк төшмәгәс, арманһыҙ булған әбей, башҡа төрлө юл менән имләп ҡарарға булды.

-Был көйө ҡалдырырға ярамай, еренә еткерергә кәрәк,- тип үҙалдына һөйләнде ул.- Имамыбыҙҙың, ҡәҙерле Сәйетбаттал туғанымдың берҙән-бер уғылын харап иттермәбеҙ, ин шәәъ Аллаһ.

Әбей ялан кәртәлә ем сөпләп йөрөгән дөм-ҡара тауығын тотоп индерҙе.

-Хәҙер йөрәгеңә ошо ҡара тауыҡты ултыртам. Ул ауырыуыңды үҙенә һурып алыр.

Башына ҡалын бейәләй кейҙереп, тегене Ғабдулланың йөрәге тәңгәленә  ултыртты. Бер сәғәттәй тотоп ултырғас, тауыҡты тышҡа сығарып ебәрҙе. Әҙерәк тәнтерәкләп барҙы- барҙы ла меҫкен йән эйәһе йығылып китте, шунда уҡ йән бирҙе. Тауыҡ ни эшләр тип тәҙрәнән күҙәтеп торған Шәмсиҡәмәр инәй:

-Алламдың биргәненә шөкөр,- тип еңел тын алды. –Ана, күрҙеңме, тауыҡ урынына шулай итеп һин ятып үлер инең.  Ҡотолдоң, улым, яуыз көстөң тырнағынан. Ин шәәъ Аллаһ, инде бирешмәҫһең.

Әбей ҡабаттан ҡот ҡойорға тотондо. Был юлы ул ҡәнәғәт ҡалды, ҡурғаш йомро ғына булып, йоморсаҡланып, йөрәк формаһын алып төштө.

-Аллаға шөкөр, яуыз көстө юлыңдан алып ырғыттыҡ, улым, ҡотоң ҡайтты,- тине әбей ҡурғашлы һыуҙы Ғабдуллаға эсереп, ҡалғаны менән битен-ҡулын сайҙырып ҡуйҙы.

Малай инәһенең туҡтауһыҙ ниҙер һөйләгәнен, йыр һымаҡ күреп тыңлай-тыңлай, ойоп китте һәм тәмле йоҡоға талды.

-Йоҡла, улым, йоҡла,- тине шәфҡәтле әбей, малайҙың өҫтөнә «бисмиллә» итеп, дебеттән һуғылған йомшаҡ шәлен япты.

Бер көндө ул Ғабдуллаға ноҡот һалып ҡараны.

-Ин шәәъ Аллаһ, пәйғәмбәр ноҡото төштө,- тине ул ҡыуанып та, бер аҙ ғәжәпләнеп тә. Бындай ноҡот меңгә берәү төшә торған. Тимәк, был бала ябай түгел, бик даланлы бала. Ул киләсәктә ҙур дәрәжәләргә өлгәшәсәк. Шәйех булырмы, ишан булырмы, ни булһа ла Аллаһының һөйгән ҡоло буласаҡ.

Шәмсиҡәмәр инәй Ғабдулланы башҡаса бер яңғыҙын өйөнә ҡайтарып ебәрмәне. Көн дә им-томонан ташламай өшкөрөп, һылап-һыйпап, уны аяҡҡа баҫтырып алды.

Ғабдулла Шәмсиҡәмәр инәйҙең ҡул араһына инде. Мал ҡарашты, ауырыҡһынып килгән кешеләргә ҡот ҡойорға ярҙамлашты. Бер көнө шулай ккилеүселәрҙе оҙатҡас, малай әбейгә терәлеп кенә ултырҙы ла:

-Инәй, үҫкәс минең дә имсе булғым килә. Һинең һымаҡ ҡот ҡойоусы булам, кешеләрҙе сихәтләндерәм.  Ошо суйын сүмесеңде миңә биреп ҡалдырырһыңмы?- тине.

-Һай, Алланың рәхмәте төшкөр бала! Ҡалдырырмын, ҡалдырмай әллә. Булыр бала биләүҙән. Барлыҡ ғилемемде, белгәнемде һиңә ҡалдырырмын, Алла теләһә. Бынамын тигән имсе сығыр үҙеңдән. Күҙҙәрең, тәү ҡарашҡа йыуаш күренһә лә, төпсөп үтә ҡарай, әйтәгүр.

Инәй уға көн һайын әҙләп, үҙе белгәндәрҙе, ҡот ҡойоу, ноҡот һалыу, тел-теш ҡырҡыу серҙәренә өйрәтте.  Ен ҡағылыу, төрлө боҙомдар хаҡында ла байтаҡ мәғлүмәт бирҙе. Шифалы үләндәр, сәскәләр, төрлө тамырҙар тураһында һөйләне.

-Атаң яҡлап беҙҙең тоҡом гел табиб булған. Муллалар Ҡөрьән менән өшкөрөп, хатта һары ауырыуынан, бирән сиренән һауыҡтырған. Аллаға шөкөр, ул ҡөҙрәт миңә лә бирелгән. Мин был белемемде, улым, һиңә ҡалдырырмын.

Был алсаҡ, илгәҙәк инәй эргәһендә Ғабдуллаға еңел һәм рәхәт ине, хатта ул үҙенең етемлеген дә онота.

Шәмсиҡәмәр инәй был зирәк, отҡор бала тураһында ныҡлап уйлана башлай. Уҡырға тейеш ул. Уны данлыҡлы  Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡытырға кәрәк. Әсәһе яғынан яҡын туғандары шунда йәшәй. Уларға хәбәр итергә кәрәк, уғланды килеп алһындар, уҡытһындар, бәлки ул бөйөк ғалим булырға тейештер. Бер көндө ул йәйәүләп Муллаҡайҙан ун саҡрымда ятҡан Темәскә юлланды. Ағаһы Нәүшербан мулланан Стәрлебаш тарафтарында йәшәгән Ғабдулланың әсәһенең туғандарына хат яҙҙырып алды ла ыңғайы һалып та ебәрҙе. «Башта Шәмсижиһан килен, унан кейәүегеҙ Сәйетбаттал икеһе лә аллы- артлы вафат булды. Икеһе лә Муллаҡай зыяратында ерләнде. Ун бер йәшлек Ғабдулла туғанығыҙ ата-анаһыҙ яңғыҙы зар-интизар тороп ҡалды. Бик зирәк бала. Уны уҡытырға кәрәк. Килеп күрегеҙ, баланың хәлен белешегеҙ»,-тине. Мәрхүмә Шәмсижиһандың атаһы Тойғон ҡарт уҡымышлы заттан икән тип ишеткәйне. Моғайын, ейәнен  яҙмыш ҡулына ташлап ҡуймаҫтар.

Ысынлап та Муллаҡайҙан килгән хатты алыу менән Тойғон ҡарттың уртансы улы Әфләтүн юлға сыҡты. Октябрь баштары ине.  Әфләтүн Муллаҡайға килеү менән зыяратҡа барып һеңлеһе Шәмсижиһан менән еҙнәһе Сәйетбаттал рухына Йәсин сыҡты. Иртәгәһен хужаһыҙ ҡалған донъяның әҙ-мәҙ мөлкәтен һатыштырҙы, бер ни тиклемен хәйергә таратты. Шунан Ғабдуллаға ауыл менән хушлашырға, аманлашырға ҡушты.

Ярата ине Муллаҡайҙы Ғабдулла. Буй үҫтергән ерен, һыу ингән Һаҡмар буйҙарын, еләкле туғайҙарын мәңге һағыныр инде ул. Крандасҡа ағас һандығын сығарып ултыртып, хушлашҡанда малайҙың күҙҙәренә йәш эркелде. Шәмсиҡәмәр инәһе уны йыуатырға ашыҡты.

– Борсолма, балаҡайым, сителеп сит илгә китмәйһең әле. Әсәң туғандары араһына, кендегеңде ҡырҡҡан ергә ҡайтаһың. Хәҙер һинең ике илең бар, балам: береһе- тыуған ерең Стәрлебаш, икенсеһе – үҫкән ерең Муллаҡай.

Егеүле пар ат ҡуҙғалып китергә генә торғанда Шәмсиҡәмәр әбей «Ай, Аллам, онота яҙғанмын даһа» тип ҡысҡырып ебәрҙе лә: –Көтөп тороғоҙ, мин килмәйенсә ҡуҙғала күрмәгеҙ,- тип, абына-һөрөн өйөнә табан йүгерҙе. Ғабдулланың теге саҡтағы үтенесен онота яҙған даһа, биғәләш. Кире йүгереп килеп еткәндә ҡулында үҙ ҡулы менән һуҡҡан киндер таҫтамалға төрөлгән үҙе белә-белгәндән ҡот ҡойоп йөрөткән суйын сумесе ине.

– Бына, улым, аманатым булһын. Төҫөм итеп һаҡла, хәстә-хәсрәтлене, сирле-сырхауҙарҙы имләрһең.

Ғабдулла арбанан һикереп төштө лә иң ҡәҙерле кешеһенә әүрелгән инәһен ҡосаҡлап алды.

– Көт мине, Шәмсиҡәмәр инәй, көт, мин ҡайтырмын.

Күрше-күлән, күҙ йәшенә быуылған Шәмсиҡәмәр әбей юлаусыларҙы оло юлға төшөп, күҙҙән юғалғансы артынан ҡарап оҙатып ҡалды. Шулай итеп, әсәһенең ағаһы Әфләтүн Тойғон мәрхүмә һеңлеһе Шәмсижиһандың ғәзиз балаһын үҙҙәренә алып ҡайтып китте.

Шәмсиҡәмәр әбей үлеп киткәнсе һөйләгән тиҙәр уны.  Күрәҙәлек итеүе буйынса, бала үҫкәс, ғалим булып, кире Муллаҡайға ҡайтырға тейеш булған. Егерме йыллап ваҡыт үтеп китһә лә, был ваҡытта Шәмсиҡәмәр әбейгә һикһән йәш була,  өмөтөн өҙмәй, һаман Ғабдулланы көткән.

-Муллаҡайға ҡайтасаҡ Ғабдулла улым, бына күрерһегеҙ, барыбер ҡайтасаҡ. Ишетегеҙ, ғалим булып ҡайтасаҡ ул бында,– тип һөйләнгән әбей ғүмеренең һуңғы минуттарына тиклем.   Ғабдулланың ҡайтырына өмөтөн өҙмәйенсә, ҡотло сүмесен уға ҡалдырып, китеп барҙы фани донъянан изге күңелле Шәмсиҡәмәр инәй. Яңлышманы ул. Аллаға шөкөр, ауылына ҡайтып, мәҙрәсә һалдырҙы, шәкерттәр уҡыта.

Ғабдулла хәҙрәттең хәтирәләре ошо ергә еткәндә улар Талҡаҫ күле тапҡырына килеп еткәйне. Ул күсеренә күл буйындағы өйкөм муйыллыҡҡа туҡтарға ҡушты.

–Ошонда ял итеп, тамаҡ ялғап, һыу инеп алайыҡ, балалар,- тине.

Мөжәүирҙең был күлде тәүләп күреүе ине. Һыуының таҙалығы, тәрән урындарында ла таштарының үтә күренеп ялтырап ятыуы,  балыҡтарыныңың кешенән дә ҡурҡмай, ирәбеләнеп уйнауы уны хайран итте. Ғабдулла Сәиди буласаҡ шәкерттәренә былтыр бында  Зәйнулла,Ғатаулла ишандар менән килеүе, күл буйында бер-нисә көн ятып, «Ҡөрьән» сығып, Талҡаҫты өшкөрөүҙәре хаҡында һөйләне.

-Әҙәм балаһы килер ҙә китер, ер-һыуыбыҙ мәңгелек булһын,балалар. Йөрөгән ерҙәрегеҙҙә шишмәләрҙе, йылғаларҙы өшкөрөп йөрөгөҙ. Улар ҙа кеше кеүек күҙегә, ауырый. Шунан һыуҙы ләм,ҡамыш баҫа башлай. Әкренләп йылға һайыға, ҡорой.

Малайҙар хәҙрәтте хайран ҡалып тыңланы.

Муллаҡайға тағы егерме-егерме биш саҡрымдар ҡалды. Арбаға ултырғас, Ғабдулла хәҙрәт тағы  хәтирәләргә сумды. Был юлы уның уйы үҙе уҡыған Стәрлебаш, Бохара мәҙрәсәләре хаҡында булды. 

 

Стәрлебашта

 

1847 йыл үҫмер Ғабдулланың хәтерендә берсә моңһоу, берсә сағыу хәлдәргә бай булып уйылып ҡалды. Тойғон олатаһы бик аҡыллы кеше ине.

Ейәне Ғабдулланы ҡосаҡлап, йәшләй киткән мәрхүмә Шәмсижиһан ҡыҙын һағынып, ахры, күҙҙәренә йәш алды:

-Үҙемә оҡшағанһың, улым,- тине.-Аллаһы Тәғәлә яратҡан ҡолона йәшләй һынау бирә. Бирешмәй, һынмай ошо ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡһаң, сауаплы булырһың. Барлыҡ тәҡдир ҡапҡалары асылыр.

Үгәй өләсәһе лә уны ситләтмәне, тәүге көндән үк өҫ-башын тәрбиәләп, йылы һүҙен ҡушып торҙо.

Башта Муллаҡайҙы өҙөлөп һағынды Ғабдулла. Шәмсиҡәмәр инәһенең тәмле ризыҡтарын, мауыҡтырғыс итеп им-том тураһында һөйләгәндәрен иҫләп, күҙҙәренән йәше ағып китә. Йәшергән еренән суйын сүмесен алып, ҡосаҡлап ултыра.

Их, Муллаҡай, Муллаҡай… Күңеленә нисек яҡын ул! Ялан-ҡырҙар ярып, тулҡындарын талғын ҡағып, һары талдарын бәүелдереп, йылы йомшаҡ һыуҙары менән йәнеңде имләп ағып ятҡан йәмле Һаҡмарын бындағы сибек Димгә нисек алыштырһын инде ул. Икһеҙ-сиһеҙ булып йәйрәп ятҡан шау сәскә ялан-ҡырҙар… Бындағы туғай үләндәренең хуш-еҫе лә юҡ һымаҡ. Ҡып-ҡыҙыл бөрлөгәне теҙелеп киткән ҡайын урмандары, тауҙарҙа шәмдәй төп-төҙ булып үҫкән ылыҫ еҫе бөрккән ҡарағай урмандары ла юҡ ине бында. Тауҙарҙа баҙрап бешкән дөм-ҡыҙыл сейәләр күҙ алдына килһә, бер бөртөгөн тәмләр өсөн әллә ниҙәр бирерҙәй була. Ғабдулла бигерәк тә үҙҙәре яғында үҫкән тау сейәһен һағынды. Ниңә Стәрлебаш яғында сейә үҫмәй икән?

Олатаһы:

– Уның ҡарауы беҙҙә йүкә үҫә,-тип йыуата. Йәй уртаһы еткәс, йүкә ағасы бөтә тирә-йүнгә бал еҫе аңҡытып, гөрләтеп сәскә атҡас, арбаһына ултыртып урманға алып сығып китә лә берәй солоғон ҡарап, ейәнен аҙау бал менән һыйлай, күңелен асырға тырыша.

– Быныһы былтырғы бал, уның үҙенең айырым тәме. Тиҙҙән йәш бал өлгөрә,- ти.- Олатаһы тиҙ арала усаҡ яғып ебәрә, ҡулаға һыу һалып, ҡайнатырға ҡуя. Төрлө үләндәр һалып, шифалы сәй әҙерләй. -Быйыл айыу беҙҙең солоҡтарға теймәне, ин шәәъ Аллаһ, һинең бәхетеңдәндер, улым,-тип арҡаһынан һөйөп ала. – Яңынан бер ун биш көндән тағы килербеҙ,-ти. Олатаһы шулай йәй буйы урман-ҡырҙа йөрөтөп, үлән-сәскәләр менән таныштырып, уның шифаһы тураһында һөйләй. Тойғон хәҙрәт үләндәрҙең шифалы үҙенсәлектәрен, ҡайҙа ниндәй үлән үҫһә, унда ниндәй хазина ятҡанын үләнгә ҡарап, яҡшы белә торғайны. Заманында был турала үҙ балаларына ла һөйләп ҡараны, тегеләр иждиһат итмәгәс, ҡул һелтәне. Ә бына ейәне ҡыҙыҡһыныусан булып сыҡты. Ямғыр һыуын һеңдергән ер кеүек һеңдерә күңеленә йәш бала. Олатаһына эйәреп, уларҙы йыя, ҡайһыныһының япрағын, ҡайһыһының сәскәһен, йә иһә тамырын үҙ ваҡытында йыя, киптерә, һаҡлай. Ғабдуллаға шифалы үләндәрҙе, уларҙың сихәтле серен тәү башлап олатаһы өйрәтте.

-Тәбиғәттәге барлыҡ үҫемлеке,еләк-емеше, сәскә-үләне Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһына шифа булһын өсөн тәғәйенләп үҫтергән. Тик беҙ уны белеп бөтмәйбеҙ. Берәүҙең күңел күҙе һуҡыр-күрмәй, икенсеһенең аҡыл яғы таҡыр-аңыра, өсөнсөһө иждиһатын һалмай-ғәмһеҙ. Әҙәм балаһы үләндәрҙе белеп кенә ҡулланһа, ауырыу-сырхау белмәй, мәңге сәләмәт йәшәр ине лә бит.

Мәҙрәсәгә йөрөп, уҡыуға ныҡлап бирелгәс кенә һағышҡа бирелеп, бойоғоп йөрөргә ваҡыты ҡалманы Ғабдулланың. Муллаҡайҙа әҙ-мәҙ хәреф танып, төрлө яҙмаларҙы уҡырға  өйрәнгәйне, уныһы ла ярап ҡалды. Тиҙ үк башҡа шәкерттәр ыңғайына уҡып алып китте. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡыу еңелдән түгел ине. Шәкерттәргә талап ҙур ҡуйылды. Иң беренсе, дини ғилемде үҙләштереү, унан ғәрәп, фарсы,рус телдәрен өйрәнеү, әҙәбиәт, грамматика, астрономия, биология, математика, тарих фәндәре – быларҙың барыһын үҙләштеррегә кәрәк.

Мәҙрәсә мөдәрисе Харис хәҙрәттең талабы, һәр бер шәкерт  мәҙрәсәнең тарихы менән таныш булырға тейеш. Тарихты өйрәнеү Ғабдулланың күңеленә хуш килде. Ул тәүге көндән үк мөдәристәрҙең исемдәрен, кем ҡасан, нисәнсе йылдарҙа эшләгән, барыһын иҫендә ҡалдырҙы.

…Стәрлебаш мәҙрәсәһен үҙ ваҡытында Бохарала уҡып ҡайтҡан Ниғмәтулла Биктимеров нигеҙләй. Ул әҙәө йылдан  алып әҙҫҫ  йылдарға тиклем эшләй. Ғабдулла уҡырға килгәндә бөтәһенең телендә бынан өс йыл элгәре гүр эйәһе булған Ниғмәтулла хәҙрәт, уның төрлө хикмәттәре була.

…Йөҙ илле дөйәнән торған карауан Бохаранан Ырымбур яғына килә. Ике мең саҡрымлап юлды улар ете айҙа үтә торған булған. Карауан әле ҡаҙаҡ далалары аша үтеп барған. Оҙон юлдан арып талсығып килгән кешеләр бер ҡоҙоҡ эргәһендә ялға туҡтай. Ашап,эсеп алғас, ергә кейеҙ түшәп, йоҡлап та китәләр. Ә Бохарала уҡып, суфыйсылыҡ тәғлимәтен өйрәнеп, тыуған Стәрлебашына ашҡынып ҡайтып килгән Ниғмәтулланы, ниңәлер, һис йоҡо алмай. Күп тә үтмәй, шатланып ҡысҡырышҡан ҡырағай тауыштар, ат тояҡтары дөпөлдәгән тауыштар яңғырап китә. Егет карауансыларҙы уятырға ла өлгөрмәй ҡала, улар бөтәһе юлбаҫарҙар ҡулында була. Ҡурҡып уянған карауан башлығын торғоҙоп, юлбаҫарҙар бик күп аҡса һәм ебәк туҡыма талап итә. Шул саҡ юлбаҫарҙар ҡаршыһына тыныс ҡына итеп Ниғмәтулла суфый килеп баҫа.

–Сабыр итегеҙ, мин ике рәҡәғәт хәжәт намаҙын уҡып алайым әле,- ти. Суфыйҙарҙың төрлө хикмәттәре тураһында хәбарҙар булған  юлбаҫарҙар хужаһы намаҙ уҡыуға ҡаршы килергә ҡурҡа, рөхсәт итә. Бына хикмәт, суфый шәкерт намаҙ уҡып бөтөүгә юлбаҫарҙар карауанды ҡалдырып, берәм-берәм китеп бөткән була. Был тиклем эште ризалатырға булған байҙар мул итеп шәкерткә байлығынан зәҡәт бирә. Стәрлебашҡа ҡайтыу менән ошо аҡсаға Ниғмәтулла хәҙрәт Биктимеров ҙур итеп мәсет һалдыра.

Шулай уҡ, Ниғмәтулла хәҙрәт үҙе менән Бохаранан күп кенә китаптар алып ҡайтҡан була. «Кәлилә вә Димнә», «Тутыйнамә», «Хужа Насретдин латифәләре», «Ҡырҡ вәзир китабы» тигән бик боронғо китаптаҙың күсермәләре мәҙрәсә китапханаһында ла һаҡлана. Уларҙы шәкерттәр ҡулдан яҙып,  бер-береһенә, кешеләргә  күсереп тарата торған булалар.

Айырыуса, мәҙрәсәлә Ниғмәтулла хәҙрәт Әбүғәлисинәнең китаптарын өйрәнеүгә иғтибар бирә. «Әш-шифа», «Әбүғәлисина хикәйәте» китаптары ентекләп өйрәнелә. Һәр суфыйға ауырыуҙы һауыҡтырыу ҡөҙрәтенә эйә булыу фарыз, тиелә.

Шулай уҡ, олораҡ шәкерттәр әйтеп йөрөгән  «тасаууф, суфый, тәүәссүл, силсилә, тәриҡәт, ҡанун» һымаҡ һүҙҙәрҙе Ғабдулла аңлап етмәй ине.

Ғабдулла уҡырға килгәндә мәҙрәсәлә мөдәрислек Ниғмәтулланың өлкән улы Харис Биктимеров ҡулына тапшырылғайны.  Улы 1870 йылдарға тиклем мөдәрислек итә.

Стәрлебаш мәҙрәсәһе – бик боронғо уҡыу йорто. Ул 1720 йылда асыла. Тәрән дини ғилемгә эйә Биктимер Туҡай улы өлкән мөдәрис итеп тәғәйенләнә. Ул эшен Бохарала уҡып ҡайтҡан улы Ниғмәтуллаға ҡалдыра. Ниғмәтулла улы Харис Туҡаевҡа тапшыра. Мәҙрәсәнең китапханаһы бик бай була. Унда биш йөҙ йыл элек яҙылған китаптар, ғалимдәрҙең ҡулъяҙмалары һаҡлана.

 

Фото Г. Ғиниәтуллина

Автор:
Читайте нас