

ХХ быуат аҙағында үҙгәртеп ҡороу һәм билдәлелек дәүере башланыу менән сәсәндең тормош һәм ижад юлын тергеҙеү эше милли әҙәбиәт, фольклор өлкәһендә эшләгән алдынғы ҡарашлы ғалимдарыбыҙ тарафынан башҡарылды. Йыйынтыҡтың тәүге өлөшөн тап уларҙың хеҙмәттәре – филология фәндәре кандидаты Илдус Бүләковтың “Мөхәмәтша Буранғолов драматургияһы”, сәйәси репрессияларға дусар булған башҡорт авторҙары әҫәрҙәрен, шул иҫәптән М. Буранғоловтың да ижадын тергеҙеүсе, рәсми биографияһын ғилми әйләнешкә индереп ебәреүсе филология фәндәре докторы Зәйтүнә Шәрипованың “Исем бирҙе уға ил” һәм “Мөхәмәтша Буранғолов тураһында иҫтәлектәрҙән”, филология фәндәре докторы Әхмәт Сөләймәновтың ғалим Берйән Байымов менән интервью рәүешендәге “Хөкөм”, филология фәндәре докторы Фәнүзә Нәҙершинаның “Мөхәмәтша Буранғолов йәдкәре”, филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүрҙең “Мөхәмәтша Буранғоловтың “Ашҡаҙар” драмаһы”, филология фәндәре кандидаты Морат Рәхимҡоловтың “Фольклор менән һуғарылған кеше”, Булат Хәмиҙуллиндың “Мөхәмәтша Буранғолов шәжәрәһе” мәҡәләләре – тәшкил итте. Был хеҙмәттәр теҙмәһен сәсән яҙмышын Федераль именлек хеҙмәте идаралығы материалдары нигеҙендә өйрәнеүсе фән кандидаттары Юрий Ергиндың “Мөхәмәтша Буранғолов һәм уның 6595-се һанлы тикшеренеү эше” һәм Закирйән Әминевтың “Мөхәмәтша Буранғолов һәм “Урал батыр” эпосы”, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаевтың “Указлы мулланан халыҡ сәсәненә тиклем”, сәнғәт фәндәре докторы Гөлназ Галинаның “М. Буранғоловтың һәм А. Эйхенвальдтың “Мәргән” эпик операһы” мәҡәләләре дауам итә. Йәшерәк быуын вәкилдәре Гөлнар Юлдыбаеваның (1977-2020), Гөлнур Ҡасҡынованың, Рәмилә Сибәғәтова һәм Луиза Ғиниәтуллинаның, шулай уҡ алда атап үтелгән тикшеренеүселәрҙең хеҙмәттәрендә сәсәндең ижади эшмәкәрлегенең төп аспекттары ижади мираҫын йыйыу, текстологик өйрәнеүҙән алып, билдәле булмаған әҫәрҙәрен эҙләү һәм анализлауға тиклем эҙмә-эҙлекле яҡтыртыла.
Ғөмүмән, китапта тупланған был фәнни материалдар төрлө абруйлы баҫмаларҙа донъя күргән, йәмәғәтселек тарафынан баһаланған һәм билдәләнгән тематиканы тулыһынса асыҡлай. Йыйынтыҡты төҙөүсе тарафынан улар йөкмәткеләре буйынса системаға һалынған һәм ҡабул итеү өсөн аңлайышлы.
“Арнауҙар” бүлегенә шағирҙар Батыр Вәлид, Фәүзиә Рәхимғолова, Сөләймән Муллабаев, Лариса Абдуллиналарҙың Мөхәмәтша Буранғоловҡа бағышланған шиғырҙары урынлаштырылды.
“Хәтирәләр” бүлегендә Рәшит Айсыуаҡов сәсәндең В.И. Ленин менән осрашыуы, Сулпан Иманғолов Мәләүездәге, Нәсимә Мағазова менән Йәмилә Әмирханова Әлшәй районындағы яҡты эҙҙәре, ейәнсәре Луиза Лотфуллина тормош иптәше, СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың М. Буранғолов портретын ижад итеү тарихы тураһында мауыҡтырғыс итеп хикәйәләй. Сәсәндең улы Нәжиб Буранғоловтың, ҡәләмдәше Хәким Ғиләжевтың хәтирәләре уҡыусыға оло шәхесебеҙҙең тере һынын күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә.
“Мөхәмәтша Буранғоловтың ижади мираҫы. Аҙ билдәле әҫәрҙәре” тип аталған бүлектә “Яу сапҡан көндәр иҫтә” тип аталған баш аҫтында “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитендә 1944 йылдың 16 ғинуар һанында сыҡҡан әҫәрҙәре тәҡдим ителә. “Рәхмәт хаты” ҡобайыры (1963) тулы килеш беренсе тапҡыр баҫыла. “Учалы иҫтәлеге”ндә сәсәндең Оло Ирәндектең тарбағы Күк Ирәндектең яғаһына, Уйҙың буйына 1907 һәм 1945 йылғы сәйәхәттәре һүрәтләнгән.
“Документтар” бүлегендә автобиография, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Ғилми архивынан, БР Милли әҙәбиәт музейы фондынан алынған шәхси документтар, фотоһүрәттәр, афишалар, “Урал батыр” эпосының 1941 йылда машинкала баҫылған тексының фотокүсермәһе кеүек визуаль эҙҙәр йыйынтыҡты сәсәндең ижады һәм шәхесе менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн ышаныслы һәм ҡулайлы сығанаҡҡа әйләндерә. Әйткәндәй, китаптың төҙөүсеһе Г.Н. Ҡасҡынова тарафынан сәсәндең СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы булыуын дәлилләүсе документ (1959) табылды һәм Ғилми архивҡа тапшырылды. Китапта Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалындағы Һәҙиә Дәүләтшина музейындағы ҡайһы бер ҡомартҡылар, атап әйткәндә, Өфөлә Ғөбәй, Ғаббас Дәүләтшиндар, М. Буранғолов ғаиләләре бергә төшкән (1929), Нәжиб Буранғолов менән Асия Дәүләтшина (1929), Нәккәр Буранғолова, Һәҙиә Дәүләтшина һәм Бәһиә Мәғәсүмовалар мәңгеләштерелгән фотоһүрәттәр лайыҡлы урын алды.
А. Эйхенвальдтың «Мәргән» операһының (М. Буранғолов либреттоһы) беренсе спектакленән Рәсәй милли музыка музейы фондтарында һаҡланған фотолар ҙа хеҙмәттең йөкмәткеһен байыта.
Китап тышлығында Мөхәмәтша Буранғоловтың Мәскәүҙә 1913 йылда төшкән фотоһүрәте бирелгән, был ваҡытҡа сәсән мәшһүр “Урал батыр” эпосын яҙып алырға, шәхес булып формалашырға өлгөргән инде. Рәссам Факил Мостафиндың уңышлы идеяһы был, беҙҙеңсә.
Яҙмышы XX быуат тарихының фажиғәле биттәренә тығыҙ бәйләнгән оло шәхесебеҙҙең документаль нигеҙҙә төҙөлгән портретын һынландырыуға булышлыҡ итеүсе, китапты лайыҡлы, затлы итеп уҡыусыға еткереүсе Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте директоры Эльмира Иршат ҡыҙы Хәйретдиноваға, Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы Ҡарабаеваға, Олия Әнәс ҡыҙы Ғиләжетдиноваға, Эльвира Әсхәт ҡыҙы Яҡуповаға, китаптың мөхәррирҙәре Гөлназ Фазлиәхмәтоваға, Әлфиә Хөснөтдиноваға, рәссам Факил Мостафинға, художество мөхәррире Зилә Кәримоваға, техник мөхәррир Венера Абдрахмановаға, корректорҙар Гөлсәсәк Кинйәбаева, Гөлсинә Попова, Айгөл Черепковаға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
ГӨЛНУР ҠАСҠЫНОВА, филология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы доценты.