+13 °С
Облачно

Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы тамамланды

26 июндә Өфөлә III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ябыу тантанаһы булып үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған күләмле мәҙәни сара майҙансыҡтарында илдең 80 төбәгенән 1 меңдән ашыу йәш башҡарыусы сығыш яһаны

Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы тамамландыБөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы тамамланды
Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы тамамланды

Республика башлығы фольклориадала ҡатнашыусыларға һәм ойоштороусыларға, балаларҙа халыҡ мәҙәниәтенә ихлас һөйөү тәрбиәләгән ата-әсәләргә һәм педагогтарға рәхмәт белдерҙе.

 

- Һеҙ беҙгә иҫ киткес байрам бүләк иттегеҙ һәм тағы ла бер тапҡыр сағыу һәм күп яҡлы традицияларыбыҙҙы, матур илебеҙҙе күрһәттегеҙ, – тине Радий Хәбиров. - Өфөлә Фольклориада үткәреү тураһында ҡарар ҡабул иткәне өсөн Президентыбыҙ Владимир Владимирович Путинға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Был беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт. Һәм, әлбиттә, фестивалде әҙерләүҙә булышлыҡ иткәне өсөн В.Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йортона ҙур рәхмәт. Бергәләп Бөтә Рәсәйҙән балаларҙың үҙ һәләттәрен күрһәтеү, яңы дуҫтар табыу Һәм Башҡортостан тураһында йылы хәтирәләр һаҡлау өсөн яҡшы шарттар булдырҙыҡ.

 

Тантана аҙағында республика башлығы һәм В. Поленов исемендәге халыҡ ижады йорто директоры йәш таланттарға фестивалдә ҡатнашыусыларҙың дипломдарын тапшырҙы.

 

Сара этно-йырсы Зәйнетдиндең дәртле концерты менән тамамланды

 

Фото А. Королев.

 

 

 

 

 

 

Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы тамамланды
Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы тамамланды
Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы тамамланды
Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы тамамланды
Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы тамамланды
Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы тамамланды
Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы тамамланды
Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы тамамланды
Автор:
Читайте нас