+30 °С
Болотло

ҠАРАҒАТТАН ҠАЙНАТМА.

Ҡара ҡарағат - 11 стакан Шәкәр - 14 стакан Һыу - 1 стакан

ҠАРАҒАТТАН ҠАЙНАТМА.ҠАРАҒАТТАН ҠАЙНАТМА.
ҠАРАҒАТТАН ҠАЙНАТМА.

Ҡара ҡарағатты таҙартырға, йыуырға һәм һыуҙы тулыһынса ағыҙырға.

Кәстрүлгә 1 стакан һыу һәм 7 стакан шәкәр ҡойорға. Шәкәр тулыһынса иреп, сироп барлыҡҡа килгәнсе болғатып әкрен утта ҡайнеатырға кәрәк.

 Ҡайнар сиропҡа бөтә ҡарағатты һалып, ҡайнағансы әкрен генә болғатып торорға  һәм 5 минут бешерергә.

 Уттан алып, ҡалған шәкәрҙе һибеп, шәкәре тулыһынса иреп бөткәнсе болғатырға. Эҫе килеш банкыларға ҡойорға. Һыуытҡыста һаҡларға. Һыуытылған ҡайнатма желеға әйләнә.

 

Фото Р. Хисаева

 
Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас