+15 °С
Ясно

Сәләмәтлек Билең — нескә тал

Фитнес-тренер, Күмертау ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн «ТормошСпорт» фитнес клубын ойоштороусы Гөлназ Чернева кәүҙә-төҫ сәләмәтлеге өсөн бер нисә күнегеү тәҡдим итә.

Сәләмәтлек Билең — нескә талСәләмәтлек Билең — нескә тал
Сәләмәтлек Билең — нескә тал

1-се күнегеү

Тубыҡланып ултырабыҙ, аяҡтарҙы фотолағы кеүек ҡуябыҙ. Арҡаны төҙ тотабыҙ. Ҡулдарға гер алып, ике яҡҡа һуҙып, тура мөйөш яһайбыҙ (1-се һүрәт).

Ҡулдарҙы алмаш-тилмәш өҫкә күтәрәбеҙ һәм киренән төшөрәбеҙ (2-се һүрәт). Барыһын да яй ғына башҡарабыҙ, ҡулдың дөрөҫ торошон күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Ҡулдарҙы өҫкә күтәргәндә тын алабыҙ.

Был күнегеү кәүҙәнең өҫкө өлөшөн нығытыуға йүнәлтелгән. Ул кәүҙәне дөрөҫ тотоуға, хәрәкәттәрҙе йомшаҡ башҡарырға булышлыҡ итә. Арҡаны нығыта. Гер урынына 0,5 йәки 1 литрлы һыу һауытын ҡулланырға мөмкин.

 

2-се күнегеү

Аяҡтарҙы киң итеп баҫабыҙ, аяҡ остарын тышҡы яҡҡа борабыҙ, тубыҡтарҙы еңелсә бөгәбеҙ. Янбашты артҡа һонабыҙ, арҡаны төҙ тотабыҙ.

Кәүҙәне яй ғына бер һулға, бер уңға күсерәбеҙ – ян-яҡҡа сайҡалабыҙ. Ныҡ итеп ултырмайбыҙ, тубыҡтарҙы ғына пружина кеүек эшләтәбеҙ (3-сө һүрәт).

Бер аяҡҡа сүгәләгәндә янбаш һәм бот мускулдары эшләй. Күнегеү координацияны яҡшырта, мускулдарҙы нығыта, уларҙың сыҙамлылығын арттыра.

 

3-сө күнегеү

Баҫып торабыҙ. Бер аҙ ғына алға эйеләбеҙ. Ҡулдарҙы ян-яҡҡа һуҙып, аҫҡа ҡаратып терһәктән бөгәбеҙ, ҡалаҡ һөйәктәрен бер-береһенә яҡынайтабыҙ (4-се һүрәт), шунан өҫкә табан борабыҙ (5-се һүрәт). Ҡулдарҙы турайтып, өҫкә күтәрәбеҙ (6-сы һүрәт). Кире тәртиптә аҫҡа төшөрәбеҙ.

Был күнегеү арҡа мускулдарын нығыта. Уны эштә ял мәлендә лә, өйҙә лә башҡарырға мөмкин.

 

Ханбикәләр кеүек башты – юғары, кәүҙәне тура тотоп ҡына йөрөйөк, әхирәттәр!

Һау булайыҡ!

 

Фотолар героиняның шәхси архивынан

Сәләмәтлек Билең — нескә тал
Сәләмәтлек Билең — нескә тал
Сәләмәтлек Билең — нескә тал
Сәләмәтлек Билең — нескә тал
Сәләмәтлек Билең — нескә тал
Сәләмәтлек Билең — нескә тал
Автор:
Читайте нас