

Интернет селтәрендә оҙон аяҡлы, нескә билле ҡыҙҙарҙы күреп, нәҡ шулай булырға маташҡан ҡатын-ҡыҙҙар күп шул бөгөн. «Һин сусҡа», тип ҡабатлаһаң, ысынлап мырҡылдай башлайһың, тиҙәр бит. Бөгөнгө хәл дә шулай, диетологтар, нутрициологтар ниндәй генә диеталар, марафондар иғлан итмәй. Ашҡаҙан резекцияһы (операция юлы менән бәләкәсәйтеү), липосакция (майҙы ҡырҡып алыу) эшләтеүселәр ҙә ғәҙәти күренешкә әйләнде. Ошондай мәғлүмәтте ишетә торғас, артыҡ ауырлығы булмағандарҙың да мейеһенә «ябығырға» тигән программа һалына. Һис юғы, организмды таҙартырға, диетаға ултырырға кәрәк, тип борсолоусылар күбәйә. Ә инде бындай юл менән аҡса эшләгән компаниялар кемдеңдер былай ҙа һанаулы ғына аҡсаһын рәхәтләнеп кеҫәһенә һала.
Төрлө диетаға ултырып, уны тота алмай депрессияға дусар булыусылар ҙа етерлек. Шуныһы ҡыҙғаныс: ябығырға теләүселәр тәүҙә һимереү сәбәбен, сәләмәтлек торошон асыҡламайынса әхирәте тәҡдим иткән йә иһә ҡайҙалыр уҡыған диетаны һайлай. Уның ҡыҙғаныс эҙемтәләргә килтереүен етди ҡабул итмәй. Углеводтарҙан, аҡһымдан һәм майҙан баш тартып, организмға зыян килтереүе, шул арҡала көсөргәнешкә дусар булыуы ла иғтибарға алынмай. Майһыҙ туҡланыуға нигеҙләнгән диеталар биттә иртә һырҙар барлыҡҡа килеүенә, тиренең ҡартайыуына, сәстәрҙең ҡойолоуына, тырнаҡтарҙың һыныуына булышлыҡ итә. Был ваҡытта меҫкен организм файҙалы матдәләргә, витаминдарға, алыштырғыһыҙ майҙарға һәм дә аминокислоталарға ҙур ҡытлыҡ кисерә.
Бөгөн популяр булған диеталарҙың да ыңғай һәм кире яҡтары етерлек. Мәҫәлән, «айырым туҡланыу» тулы кешеләрҙең ауырлығын тәртиптә тоторға ярҙам итһә лә, йәшәйешебеҙ ритмына тура килеп етмәй. Был ысулды оҙаҡ ҡулланғанда аш эшкәртеү ағзалары файҙалы матдәләрҙе үҙләштерә алмай башлай.
Япон диетаһы – төшкөгә һәм кискелеккә бешкән тауыҡ, һыйыр ите, балыҡ, бешкән йомортҡа, кишер, ҡабаҡ, һирәкләп томат һуты, емештәр, сыр, кефир – ысынлап ике аҙнала байтаҡҡа ябығырға ярҙам итә, аппетитты кәметә, һөҙөмтә яҡшы һаҡлана. Ләкин ул – бик ҡаты диета, ярты юлда ташларға ярамай. Гастрит, ашҡаҙанда сей яра, шәкәр диабеты, йөрәк ауырыуҙары булғанда бөтөнләй кәңәш ителмәй.
Кефир диетаһы. Ваҡыты-ваҡыты менән кефир ғына эсеп, ашауҙы кәметеү ниндәйҙер дәрәжәлә файҙалы ла, сөнки унда витаминдар күп. Ул ашҡаҙан, эсәктәрҙең эшмәкәрлеген дә яҡшырта. Үҙе осһоҙ ҙа. Ләкин был диетаның да кире яғы бар. Беренсенән, кефир эсеп кенә туҡ булмайһың, ашағы киләсәк. Ә инде диета бөтөү менән торт йә картуф ашаһаң, ыҙалап ирешкән һөҙөмтәнән бер нәмә лә ҡалмай. Шәкәр диабеты, гломерулонефрит, гастрит, ашҡаҙанда сей яра булған кешеләргә бармай.
Киске алтынан һуң ашамау. Ысынлап та, киске ашты сикләп, күп кеше ябыға. Әлбиттә, һөҙөмтә шундуҡ булмай, тик ул һәр ваҡытта ла ҡулланып булыуы менән уңайлы. Әммә иртән ҡоро сәй йә ҡәһүә генә эсеп эшкә киткән, көндөҙ нимә етте, шуны ашаған кешеләрҙең һаулығы ҡаҡшауы ихтимал.
Сәләмәтлеккә зыян итмәй генә ябығыр өсөн диетолог менән кәңәшләшеү мөһим. Диеталар һәйбәт һөҙөмтә бирһә, уларҙың 28 000 төрөн уйлап сығарыуҙың да кәрәге булмаҫ ине. Сәләмәт йәшәү рәүешен тотоп, дөрөҫ туҡланып ғүмер итһәк, аслы-туҡлы йөрөргә мәжбүр иткән диеталарҙың да кәрәге ҡалмаҫ.
Эльза Мөхәмәҙиева.
Фото А. Королев.
Мәҡәләне тулыһынса "Башҡортостан ҡыҙы" журналының беренсе һанында уҡый алаһығыҙ.