+16 °С
Облачно

Әлфиә Кәримованан тәмле биләш рецебы

Башҡорт-татар йортонда ниндәй аҙыҡ-түлек йүнәтелә, шуларҙың барыһы ла беҙҙең өйҙә лә әҙерләнде. Ҡомалаҡ икмәгенән башлап һуттарға тиклем. Әлбиттә, бөгөн интернет киңлектәрендә һәр төрлө ризыҡ рецебын табып була, әммә ғүмер буйы инәйҙәрең һәм әсәйең бешергән, унан уларҙы һин балаларыңа һәм ейәндәреңә әҙерләп ашатҡандары – ҡәҙерле. Мин шуларҙы йыйып-туплап китап итеп баҫтырып ҡуйҙым. «Беҙҙең өйҙөң рецептары» тип атаным.   – Әйҙәгеҙ, журнал уҡыусы-ларыбыҙға һеҙҙән берәй рецепт бирәйек әле.

Әлфиә Кәримованан тәмле биләш рецебыӘлфиә Кәримованан тәмле биләш рецебы
Әлфиә Кәримованан тәмле биләш рецебы

– Әйҙәгеҙ. Биләште, мәҫәлән. Биләштәр минең «фирмалы блюдам» тиергә лә була. Уның менән беҙгә килгән бөтөн хөрмәтле ҡунаҡтар ҙа һыйланды. Бер мәл, атайҙың ҡайһылыр юбилейында әле, кухняла шул биләште 300 дана итеп һанап торғанымды иҫләйем. Шулай ҙа булды. Минең биләштәрҙе Мәскәүҙә лә, Санкт-Петербургта ла, Махачкалала ла дуҫтарыбыҙ һағынып көтә. Ә ейәндәр нисек яратҡанын белһәгеҙ! Килеүҙәренә шуны әҙерләп торғанды һорайҙар.

 

Әлфиә Мостай ҡыҙынан тәмле биләш

Эслек өсөн ике килограмм һыйыр ите, 2-3 баш һуған, ярты стакан һыу, тәмләп борос, тоҙ алына.

Эш барышы: 800 г онға 1  ҡап сүпрә, 1 ҡалаҡ шәкәр, 15 г һыу, 2 йомортҡа, яҡынса 1 ҡалаҡ тоҙ ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Баҫырҙан алда 200 г он менән шәкәрҙе ҡушып, йылы һыу ҡойоп, әсеткеһен һалып күпсетеп әсетеп алабыҙ һәм шул «башҡа» ҡалған ингредиент-тарҙы өҫтәп баҫабыҙ. Ҡамыр һуҙы-лып торғандай йомшаҡ булһын. Ике сәғәттән ҡабарып сыҡһа, тағы баҫабыҙ, шулай ҡат-ҡат.

Әҙер ҡамырҙы 40 г тирәһе итеп бүлеп алып, яҡынса 10 см диаметрҙа 2-3 мм ҡалынлыҡта йәйеп, уртаһына сама менән 40 г эслек һалып бөрәбеҙ. Май эсендә йөҙҙөрөп, тишекле яғын аҫҡа һалып ҡыҙҙырабыҙ. Йөҙө ҡыҙарғас, икенсе яғына әйләндерәбеҙ һәм ҡапҡас менән ябып, эслеге бешкәнсе тотабыҙ.

Биләште мин үҙем эшләгән томатлы соус йәки һурпа менән бирәм. Шулай уҡ керән (хрен)  йә гәрсис (горчица) менән дә тәмле була.

 

Фото героиняның ғаилә архивынан

 

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас