

Армияны һайлай
«Рәмилебеҙ 2002 йылда тыуҙы. Ике яҡтан да беренсе ейән булғанға, уны әллә кемдәй күреп яраттылар. Һөйөүгә ҡойоноп, гел иғтибар үҙәгендә булып, үҙ көсөнә ышанып үҫте балаҡайым. Унан Айнур улыбыҙ менән Зарина ҡыҙыбыҙ донъяға килде, – тип ғаиләһе хаҡында һөйләй Рәсимә ханым. – Рәмилебеҙ бәләкәстән көслө холоҡло булды. Нимә әйтте – шуны эшләне. Тағы китап яратты, балалар баҡсаһына барғанда ла ҡултыҡ аҫтына китап ҡыҫтырып алыр ине. Айнур ҡустыһы тротуарҙан алай-былай йүгергеләп килә, ә Рәмил гел тура ғына атлар булды. Өлкәнебеҙ мәктәпте лә, колледжды ла «дүрт» һәм «биш» билдәләренә генә тамамланы, тарих менән ҡыҙыҡһынды, айырыуса хәрбиҙәр тураһында күп уҡыны. Ауыҙына бер тамсы ла хәмер алманы, спорт яратты, еңел атлетика, милли көрәш менән шөғөлләнде. Үҫмер сағында бер ауырлыҡ һалманы беҙгә улыҡайым, етди, аҡыллы, тәртипле булды. Шуға ла бала көйө ҡурҡмайынса Өфөгә уҡырға ебәрҙек тә инде уны, икенсе йылына шул уҡ уҡыу йортона ҡустыһын да эйәртеп алып китте. Ҡапылда армияға барырға ниәтләгәс, фатихабыҙҙы бирҙек», – ти әсә.
Рәсимә Закир ҡыҙы 14 йыл дәүләт поликлиникаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән була. Сикһеҙ сираттар, ауыр сирлеләр, төнгө сменалар һәм түбән эш хаҡы. Улдары туғыҙынсы кластан һуң Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына уҡырға инергә теләк белдергәс, Рәсимә өҫтәмә эш эҙләргә булып китә. Бер танышы уны үҙ салонына массажсы итеп саҡыра, тәғәйен курстар тамамлап, эшкә тотона тәүәккәл ҡатын. Һуңынан үҙе, айырым бүлмәне ҡуртымға алып, шәхси эш аса – массаж яһай. Тәүҙә уға күршеләре, туғандары, таныштары йөрөй, аҙаҡ — таныштарының таныштары. Дауахана-поликлини-каларҙа оҙаҡ йылдар көс түккән тәжрибәле ҡулдар мөғжизә тыуҙыра. Мөрәжәғәт итеүселәр күбәйә, хатта сират барлыҡҡа килә. Шуға ул эшмәкәрлеген киңәйтергә була. Ире менән кәңәшләшә лә, беренсе ҡаттан ҙур ғына фатир һатып алып, шунда ремонт яһайҙар, мебель, махсус ҡорамалдар ҡайтарталар. Медицина белемле йәш белгестәрҙе, косметологтарҙы һәм массаж оҫталарын эшкә ала киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡорған тырыш ҡатын. Шулай итеп, Мәләүез ҡалаһы уртаһында иркен, яҡты матурлыҡ салоны үҙ ишектәрен аса.
«Кадет»
Ул арала ҡыуаныстарын арттырып, Рәмил улдары ла армиянан ҡайтып төшә, ә уҡыуҙы тамамлаған Айнур эшкә урынлаша. Ниһайәт, Хисамовтарҙың ғаиләһенә тыныслыҡ ҡайта. Бөтә балалары ла – янында, бөтәһе лә иҫән. Тормоштары яҡшыра барғандай тойола Рәсимәгә. Әммә ике ай ҙа үтмәй Рәмиле шаҡ ҡатырғыс хәбәр еткерә:
– МХО-ға барырға контракт төҙөнөм, иртәгә юлға, – тип әсәһен факт алдына ҡуя ул. Рәсимәнең йөрәге ярыла яҙа, етмәһә, ире Себергә вахтаға китеп өлгөргән. Был тетрәндергес хәбәр менән бүлешерҙәй, нисектер уны тынысландырырҙай янында берәү юҡ. Ярай әсәһе ярҙамға килеп етә. Ҡалтырана-ҡалтырана әсә менән өләсәй төнө буйы юлға ризыҡтар әҙерләй, әйбер төйнәй, кәрәк-яраҡ хәстәрләй. Илай-илай оҙата улар йәш һалдатты. Үҙе теләгән разведкаға эләгә Рәмил Ринат улы Хисамов. Тәжрибәле һуғышсыларҙан торған разведка полкында иң йәш яугирҙең балаларса саф, әммә етди йөҙөнә ҡарап, уға «Кадет» тигән позывной бирәләр.
--------------------------------------------
Ләғнәтле урман
2024 йылдың июле. Днепр. Сыҙап булмаҫтай эҫелек. Рәмилдең дуҫы – «Армата» позывнойлы хеҙмәт-тәшенең сираттағы заданиеға сыҡҡанда төркөмө менән урманда ҡамауҙа ҡалыуы асыҡлана. Инде бер нисә көн бәйләнешһеҙ, ас һәм хатта эсәр һыуһыҙ ятҡан яуҙаштарына нисек тә ярҙам итеү теләге менән яна башҡорт егете. Ниһайәт, разведкаға барырға, төркөмдөң хәлен белергә, ҡотҡарырға, тигән бойороҡ төшә. Һуғышсылар үҙ-ара «ләғнәтле урман» тип йөрөткән был ерҙә хатта һәр ҡыуаҡ артында үлем шәүләһе йөрөгәнен яҡшы белә йәш һалдат. Шулай ҙа ул, һис икеләнмәй, рюкзагына патрондар, һыу һәм аҙыҡ тултырып, заданиеға сыға. Барып еттем тигәндә генә дошман дроны Рәмилде аңғарып ҡала... Күп тә үтмәй ярҙамға килгән яугирҙәр ҡамауҙағы разведчиктарҙы ҡотҡара, «Кадет»ты көнө буйына эҙләйҙәр. Эңер төшөүгә генә егеттең йәнһеҙ кәүҙәһе табыла. Уға ни бары 21 йәш кенә була. Рәмил Ринат улы Хисамов һәләк булғандан һуң батырлығы өсөн Ҡаһарманлыҡ ордены һәм Генерал Шайморатов миҙалы менән наградлана. Евгений («Армата») ҡурҡыу белмәҫ башҡорт дуҫына бағышлап шиғыр яҙған, йөрәктәрҙе өҙгөс юлдарҙы бөгөн частарында барыһы ла тиерлек яттан белә.
Мәҡәләне тулыһынса "Башҡортостан ҡыҙы" журналының май һанында уҡырһығыҙ ( 2026)