

Әммә йөрәктәрҙе һыҙып, үҙәктәрҙе өҙөп, ҡот осҡос яңылыҡ килеп төштө: яҡты йөҙлө, изге күңелле егетебеҙ, музыкант, оло йөрәкле Айҙарыбыҙ батырҙарса һәләк булған...
...2026 йылдың 30 майында блиндажға дрон килеп инә һәм снаряд ташлай. Айҙарҙың эсе яралана. 30-нан 31 майға ҡараған төндә уға операция эшләйҙәр. Операциянан һуң ул аңына килә, атлап йөрөй. Замполит һөйләүенсә, ул үҙенә ҡарағанда ауырыраҡ йәрәхәт алған ир-егеттәрҙе сығара, техниканы, аппаратураны эвакуациялай. Барыһын да ҡотҡарып бөткәс кенә Айҙар позициянан иң аҙаҡтан китә. Уға икенсе операция эшләйҙәр, тик был юлы күп ҡан юғалтыуҙан егет һәләк була. "Шундай йәш кенә, егерме ике генә йәшлек кенә үҙе, шундай ауыр яра менән үҙенән күпкә ҙурыраҡ ир-егеттәрҙе нисек һөйрәп сығарҙы икән, - тип аптырайҙар уға, - ул бит беҙҙе генә түгел, беҙҙең ғаиләләребеҙҙе лә, балаларыбыҙҙы ла ҡотҡарҙы”, - тип һөйләйҙәр уның яуҙаштары. Айҙарҙы роталағы ир-егеттәр бик ихтирам иткән булған, ә әле улар шундай оло йөрәкле, изге күңелле ир-егет тәрбиәләгән әсәйҙең алдында сал сәстәрен эйәләр, оло рәхмәттәрен белдерәләр. "Был уның үҙенең һайлауы булған - иң аҙаҡтан китеү", - ти Эльмира, - “Ауыр тупрағың еңел булһын, минең яратҡан, берҙән-бер улым. Рәхмәт һиңә, булғаның өсөн, рәхмәт һиңә башҡаларҙы ҡотҡарғаның өсөн. Түҙеп торғоһоҙ...”, - тип яҙған әсәһе...
Айҙар Рөстәм улы Яхин менән хушлашыу иртәгә, 19 июнь, “Вознесение” траур залында (адресы: Цветочная, 2/3) 10- 13 сәғәткә тиклем буласаҡ.