

1941 йылдың октябрендә билдәле летчица, Советтар Союзы Геройы Марина Раскова ҡатын-ҡыҙҙар авиачасы булдыра. Тамань Ҡыҙыл Байраҡлы, Суворов орденлы 46-сы төнгө бомбардирҙар полкы донъяла тәүге ҡатын-ҡыҙҙар полкы була. Өс йыл буйы һәр төн һайын ҡыҙҙар гитлерсыларҙың тылына оса, яуаплы һәм ҡурҡыныс заданиелар үтәй. Ҡайһы берҙәре әйләнеп тә ҡайтмай. Уларға алмашҡа тағы шундай уҡ ҡыйыу һәм батыр летчицалар килә.
Был полкта Башҡортостандан ике осоусы һуғыша: Бәләбәйҙән – Мәғүбә Һыртланова һәм Стәрлетамаҡтан Клавдия Серебрякова (Николаевка ауылында тыуған).
Мәғүбә Һыртланова – Ҡаңлы ырыуына ҡараған билдәле башҡорт дворяндары нәҫеленән. Тышҡы ҡиәфәте менән ул ғәҙәти ҡатын-ҡыҙҙарҙан һис айырылмай. Бары уның менән бергә осҡандар ғына Мәғүбәнең ни тиклем ҡыйыулыҡҡа һәм ихтыяр көсөнә эйә икәнлеген белә.
Полк командиры менән танышҡанда биографияһын ҡыҫҡа ғына итеп ошолай һөйләй: «1935 йылдан бирле осам. Һуңғы вазифам – санитар эскадрильяһының звено командиры. Хәҙер бар теләгем – дошманды ошонда, Төньяҡ Кавказда туҡмарға. Артабан уны еребеҙҙән ҡыуып ебәрербеҙ, тип уйлайым. Иртәрәк килә алманым, ебәрмәнеләр».
--------------------------------------------------------
Ошо уҡ полкта тағы бер яҡташыбыҙ – Клавдия Серебрякова ла һуғышҡан. 1938 йылда педагогия училищеһынан һуң ул Стәрлетамаҡ ҡалаһының 18-се мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай. Фронтҡа ла шунан китә. Класы менән хушлашҡанда уҡыусыларына былай ти: «Мин һеҙҙе бик яратам, шуға ла, һеҙ уҡый, төндә матур төштәр күрһен өсөн, бөгөн һеҙҙең менән һаубуллашам».
Дошман зениткалары уты аҫтында ул йөҙҙәрсә тапҡыр гитлерсылар позицияһына бомба ташларға оса. 1945 йылдың яҙында Клавдия Данциг ҡалаһы янындағы хәрби объектты бомбаға тоторға сыға. Һәм кире ҡайтмай. Бер көн үтә, ике, өс... Бер нисә көндән генә уны урындағы малайҙар боҙло һыуҙа, самолет ватыҡтары аҫтында табып ала. Табиптар, Клаваны ҡарағас, ике аяғын да ҡырҡырға ҡарар итә: 18 урындан һынған! «Уларҙы ялғарға мөмкин, әммә был ғазапҡа сыҙай алмаҫһың», – ти табиптар. Әммә Клавдия барыһына ла түҙә. Ике йыл буйы дауалана, ҡайһы ерендә аяҡтары дөрөҫ тоташмай, киренән һындыралар ҙа йәнә ялғайҙар. Атлап китер өсөн ул, ирендәрен ҡанатҡансы тешләп, физкультура эшләй, бейергә өйрәнә. Был ҡатындың ихтыяр көсөнә хайран ҡалырһың... Еңеүҙән һуң ул мәктәпкә ҡайта. Стәрлетамаҡ педагогия институтында, артабан БДУ-ның тарих факультетында белем ала. Оҙаҡ йылдар Клавдия Федоровна Серебрякова Туймазы һәм Октябрьский ҡалалары мәктәптәрендә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәрен уҡыта. РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы исемен ала, коммунист булараҡ йәмәғәт эштәре алып бара, үҙ балаларын да тәрбиәләй.
Бөйөк Ватан һуғышының утлы йылдары хәтерҙән юғалмаҫ. Һикһән бер йыл үтһә лә, беҙҙең быуын, балаларыбыҙ совет кешеләре өсөн ауыр һынау һәм күмәк героизм йылдары тураһында оноторға тейеш түгел.
Лена Сөләймәнова, тарих фәндәре докторы.
Мәҡәләне тулыһынса 2026 йылдың май һанында уҡығыҙ.