

Самолеттарҙың осоуы йышайғас, бергә өйөлөшөп ултырмаҫҡа, таралырға ҡуштылар. Һылыу, аяҡтарын ял иттерер өсөн, арба өҫтөнә ултырҙы. Картуф алып килеп, икешәрҙән өләшеп сыҡтылар. Кәнсир һауытына сәй ҡойоп эстеләр. Көн бер аҙ һалҡынсараҡ булһа ла, ял – ял инде. Сәйҙән боҫ тарала, йылы картуф йөрәккә лә ял булған һымаҡ.
– Һылыу, моғайын, бомба ташларҙар, самолеттар йыш оса башланы. Аяҡтарыңа кей, арбанан төш, – тип ҡысҡырҙы ҡыуаҡлыҡҡа ышыҡланып ултырған Лидия.
– Ҡыуаҡлыҡ бомбанан ныҡ һаҡлар ул, хәҙер эргәңә барам, – тип шаяртты Һылыу.
Ысынлап та, ҡола яланда йәшеренеү түгел, ышыҡланырға ла урын юҡ ине. Бомбаға тота башлаһалар, тотош ҡырып һаласаҡтар. Был ап-асыҡ. Күңел тынысландырыу өсөн генә ышыҡланыу кәрәктер. Һылыу картуфын ғына ҡапҡайны, эргәлә снаряд шартланы, ул ашауын дауам итте. Йүгереп үтеп барған егет уның арбаһына яҡынайҙы. Үҫмер генә үҙе, мыйыҡ урыны ла беленмәгән, төктәр генә сыҡҡан. Ун алты-ун ете тирәһендә генәлер.
– Бында кил!
Ни эшләргә белмәй аптыранған егет йәһәтләп Һылыу янына килде. Егет арба янында башын ҡаплап тик ултырҙы. Ашарға уйламаны ла, картуфы ла ҡулында ине. Тубыҡтары туҡтауһыҙ дерелдәй. Снаряд тағы шартланы.
– Тубыҡтарыңды тый әле! – тип шаяртты Һылыу, егеттең ҡурҡыуын бер аҙ баҫыу өсөн. Егет Һылыуға шул тиклем аптырап ҡараны, әйтерһең, ул үлем хәлендәге кешене шаяртып маташа ине.
– Тубыҡ ҡайғыһы бармы бында? – тигән булды һалдат.
– Фронтта тубыҡты ҡайғыртырға кәрәк. Юғиһә, нисек шыуышырһың?
Егет тағы ла нығыраҡ аптырап торҙо ла:
– Һеҙ Һылыу Әхмәтовамы әллә? – тип һораны.
– Эйе. Ни эшләп?
– Тәүфиҡ Ситдиҡович һеҙгә хат ебәрҙе.
– Шулаймы? Ул иҫәнме? Хат ҡайҙа?
– Мин алғы һыҙыҡтан. Аҙыҡ алырға ебәрҙеләр. Юл ыңғайында һеҙҙән медикаменттар ҙа алырға тейешбеҙ. Ул иҫән. Тап һеҙҙең кеүек. Ҡурҡмай ҙа, шаян да.
– Яраланмағанмы?
– Юҡ. Мин Һылыу апайҙы ҡайҙан табайым икән, тигәйнем, «Иң һылыуы, иң ҡыйыуы минең Һылыуым булыр», тип һамаҡлап ҡуйҙы.
Һылыу был һүҙҙәрен ишетмәй ине инде. Егет тапшырған бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәген уҡый башланы. Бер ҡарауға ырғытып ҡына ҡуйырлыҡ һымаҡ таушалып бөткән ҡағыҙ киҫәге, ә ошо минутта Һылыуға шул тиклем оло бәхет килтергән ҡәҙерленән дә ҡәҙерле нәмә ине. Һылыу барыһын да онотто һымаҡ: эргәлә генә снарядтар шартлауы ла, егеттең ниҙәр әйтеп йүгереүе лә, кәнсирҙә ҡалған бер йотом сәйе лә, ашалмаған бер картуфы ла... «Форсат сығыу менән ял ит, йәме, Һылыуым!» Ошо һүҙ ҡанат үҫтергәндәй булды. Әгәр һауанан туҡтауһыҙ үлем уттары яуып тормаһа, ялан буйлап ялан аяҡлап йүгереп сығып китергә әҙер ине. «Мин уны яратам! Ул мине ярата! Ошонан да оло бәхет бармы ни?» Һылыу тиҙ-тиҙ генә итектәрен кейҙе лә яралылар янына ашыҡты. Улар ятҡан землянка өҫтөнә ары-бире генә сыбыҡ-сабыҡ ҡапланғайны. Кемгәлер йылы һүҙ әйткеһе, йыуатҡыһы, йәшерәктәренең арҡаһынан һөйөп алғыһы килде.
Яралылар ҙа Һылыуҙы күреү менән шаулаша башланы.
– Бына Һылыу килде. Һөйләһен әйҙә!
– Нимәне? — тип һораны Һылыу.
– Бомба ташлап йөрөгән фрицтарға йоҙроҡ күрһәтә- күрһәтә картуф ашап ултыра Һылыу, – тип һөйләйҙәр бит. Йүкә телефон шәп эшләй беҙҙә.
– Ундай хәбәргә юл һәр ваҡыт асыҡ Телефон кәрәкмәй.
– Телефоны – телефон, Һылыу. Туҡырлап арба өҫтөндә барғы килмәй имгәк булып. Оҙаҡ ятҡырмағыҙ әле мине. Мылтыҡ тота алам. Бер-икеһен булһа ла дөмөктөрәйем әле шуларҙың.
– Ярағыҙ төҙәлеп етмәгән шул әле.
– Кейемде алам да үҙем сығам.
– Кейемегеҙ ҙә кипмәгән. Тышта һыуыҡ, мейестең көсө етмәй, кейемдәрҙе киптереп алып булмай ҙа ҡуя.
– Хәйләкәр кеше һеҙ, Һылыу Миңнеәхмәтовна!
– Ысынын әйтәм. Кейемегеҙ бик бысраҡ булғанға йыуып элгәйнем. Былай тиҙ китербеҙ тип уйламағайным шул.
– Үҙең ғәйепле шул, тәртип белмәйһең, аунап йөрөп һуғышаһың бит. Был бысраҡта аунамаһаң да була бит.
– Эйе шул, мин дә аптыраным. Тәкмәсләп тә китә, туңҡайып та ята. Бысраҡты бар тип тә белмәй, – тип шаярта башланылар һалдатты.
– Ә үҙеңсе! Яҡташ булғанға ғына өндәшмәйем. Али Карнайға һөйләһәм, тотош дивизия шарҡылдап көләсәк. Мылтыҡ төйҙәһе менән ярҙың бит берәүһенең башын...
– Үпкәләтмәгеҙ, тәртәһе ерек уның. Шартлап һынып ҡуйһа, Һылыу ҙа төҙәтә алмаҫ, – тип, һаман шаярышҡан булдылар.
Ҡайғы, һуғыш… Һыуыҡ, бысраҡ, аслыҡ, дарыуҙарға ҡытлыҡ... Үкереп илап ятырлыҡ. Ә улар шаярыша, улар көлә... Илау урынына көләләр. Ҡайғыларынан көләләр, бәхетһеҙлектән көләләр, хатта ғәриплектәренән көләләр... Улар бөтәһен дә күңел күтәренкелеге менән еңеләйтергә тырыша. Улар – совет яугирҙәре, еңелмәҫ һалдаттар. Бер кем, бер ҡасан да еңә алмаясаҡ ундайҙарҙы!
* * *
Медсанэскадронға был урында оҙаҡҡараҡ ҡалырға тура килде. Шуның өсөн ашығыс рәүештә землянкалар яһай башланылар. Еңелерәк яралыларҙы сафҡа индерерлек хәлгә килтерергә, атлай алырлыҡтарын юлға әҙерләргә, ауыр яралыларын оҙатып бөтөргә приказ алынды. Простыня менән генә бүленгән урында ныҡ ҡаты яралы ята ине. Һалдат хәлһеҙ ҡулдары менән өҫтөн рәтләберәк ябып ҡуйған булды ла:
– Һылыу, эшең бөтөңкөрәгәс, минең өсөн аҙ ғына ваҡытыңды бүлерһең әле. Хат яҙҙырырға ине, – тине.
– Килермен, туғаным, инермен яныңа, – тине Һылыу.
Һылыу бөтәһенең дә яраларын таҙартып, мөмкин булған тиклем яңынан урап, Тәүфиҡҡа хат яҙырмын тип һаҡлап йөрөткән ҡағыҙының яртыһын йыртып алды ла яралы янына килде.
– Йә, туғаным, кемгә, нимә тип яҙайым?
Тыныс, баҫалҡы йөҙлө һалдат ҡап-ҡара күҙҙәрен билдәһеҙлеккә төбәп бер аҙ ятты. Йөҙө ап-аҡ ине. Ҡан әҫәре ҡалмаған тиерлек. Һылыу йәлләүен һиҙҙермәҫ өсөн, йылмайып ҡарап, яуап көттө.
– Минең бер кемем дә юҡ ул. Өйләнеп өлгөрмәнем, туғандарым юҡ. Яңауыл районында уҡытыусы булып эшләнем. Күрше ауылда Сәғиҙә исемле яратҡан ҡыҙым бар ине. Бик ярата инем үҙен. Эштән һуң һыбай саба торғайным янына. Эргәһенә барһам, айырылып ҡына китер әмәл тапмай аҙаплана инем, ошолай булырын һиҙгәнмендер инде. Хатты Сәғиҙәгә яҙайыҡ. Мин әйткәндәрҙе һүҙмә-һүҙ яҙығыҙ. Төшөрөп ҡалдырмағыҙ, мин үҙ хәлемде үҙем аңлайым, – тип алдан иҫкәртеп ҡуйҙы.
Һылыу өндәшмәне. Хаттың ауыр йөкмәткеле булырын һиҙеп, үҙен дә әҙерләне.
«Һөйөклө Сәғиҙәм! Һиңә, бәлки, һуңғы тапҡыр «һөйөклөм» тип өндәшәмдер. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, хәлем ауыр. Мин һине бик яраттым. Һинең дә яратыуыңа ышана инем. Беҙ еңербеҙ, һөйөклөм. Матур, тыныс тормош килер. Һин кейәүгә сығырһың. Балаларың булыр. Ә мин яҡты донъя менән егет көйө хушлашам. Был донъяла бер кем дә минең ғүмеремде дауам итмәйәсәк. Аяныс, әммә был хаҡ. Бер кем дә, бер ҡасан да шундай кеше бар ине, тип иҫкә алмаясаҡ. Шуның өсөн, һөйөклөм, бер үтенесем бар: мине һин иҫкә ал, йәме. Оло Еңеү көнөн ҙур байрам итеп билдәләрҙәр. Ана шул көндә, фашистарға ҡаршы аяуһыҙ һуғышта һәләк булғандарҙы хәтерләгәндә, эстән генә булһа ла минең исемемде хәтерләрһең. Әгәр ирең яугир булһа, уттар-һыуҙар үткән кеше булһа, аңлар. Һау бул, бәхетле бул. Киләсәк бәхете өсөн баш һалыуыбыҙ бушҡа булмаҫ. Бәхетле булыуығыҙға ышанам».
Хат юлдарын бүлеп-бүлеп, өҙөп-өҙөп әйтте һалдат. Һылыу күҙ йәштәрен саҡ тыйып ултырҙы. Йыуатманы ла, туҡтатманы ла. Ысынлап та, уның һанаулы ғына минуттары ҡалғайны.
– Һылыу, мин һиңә ышанам, әйткәндәремде тотош яҙғанһыңдыр. Ҡайҙа, исем-фамилиямды үҙем яҙайым. Бөгөн 18 ноябрь 1942 йыл.
Һалдат яраланған уң ҡулының бармаҡтары араһына ручканы ҡыҫтыртты ла хатҡа ниҙер өҫтәп ҡуйҙы. Һылыу уның күҙ алдында хатты өс мөйөшләне лә адресын яҙҙы.
– Бөгөн үк биреп ебәрермен.
– Әйткәнеңә рәхмәт, Һылыу. Ашыҡтырып яуап көтөргә түгел миңә.
– Төшөнкөлөккә бирелмә улай. Минеңсә, бер кем дә онотолмаҫ. Бер кемде лә оноторға тейеш түгелдәр.
Фото А. Ужегов