

Эремсек менән йыуанан көлсә
Ярты литр һыуға ярты балғалаҡ сүпрә, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, он һалып, ҡамыр баҫабыҙ. Ул ҡаты ғына, ҡулға йәбешмәҫлек булырға тейеш. Ярты сәғәткә өҫтөн ҡаплап ҡуйып торабыҙ.
Эслегенә ярты килограмм эремсек, бер ус йыуа, ярты ус әнис (укроп), бер нисә ҡалаҡ май (үҫемлек йә аҡ май ҙа ярай, ҡаймаҡ, һатыу ҡаймағы, хатта майонез да ҡушырға мөмкин), тәменсә тоҙ һалып болғатабыҙ.
Ҡамырҙы йәйеп, эслек һалғас, бөрәбеҙ ҙә тағы йәйәбеҙ. Ҡоро табала бешерәбеҙ, бешкән берен майлап барабыҙ.
Зимфира Хәйретдинова.
Белорет районы,
Йөйәк ауылы.
Фото героиняның шәхси архивынан