Ҡайын туҙын ҡом-туҙандан яҡшылап ҡырып таҙартабыҙ. Һағыҙ сифатлы булһын өсөн ботаҡ урындарын, ҡаты ороло ерҙәрен дә алып ташлайбыҙ, туҙҙың шымаһын ғына алабыҙ. 1-2 сантиметрлы киҫәктәргә ваҡлап, сөгөн көршәккә һалабыҙ. Мин уның өсөн махсус көршәк тотам. Көршәкте утҡа ҡуйып, өҫтөн яҡшылап ябабыҙ ҙа ауырыраҡ нәмә менән баҫтырып ҡуябыҙ, һауа инмәһен. Ипләп ҡыланырға кәрәк, яңылыш туҙға ут тоҡанып китмәһен!
Утта туҙ яйлап ирей, бер сәғәт самаһы ваҡыт үтә. Шыйыҡлана биргәс, ағас ҡалаҡ, йә таҙа ағас ботағы менән болғатып торабыҙ. Сүп-ҡый төшөрөргә ярамай, ризыҡ әҙерләгәндәге кеүек таҙа булашырға кәрәк. Хуш еҫе тирә-яҡҡа тарала, ҡайһы саҡ күрше-күлән дә килеп етә. Иреп бөткәс, самалап ҡына аҡ май һалабыҙ (бөтәһен дә һалып бөтөрмәй торабыҙ, сөнки майы артыҡ булһа, тешкә йәбешә) һәм яҡшылап болғатабыҙ. 10 литрлы көршәк тулы туҙҙан сыҡҡан һағыҙға 100 – 150 грамм аҡ май алына. Шунан әҙ генә алып, һыуға һалып ҡатырабыҙ да сәйнәтеп ҡарайбыҙ (эргәңдә балалар йөрөһә, сәйнәтеп ҡарауға бигерәк йәтеш!). Ҡатыраҡ күренһә, майҙы өҫтәй бирәбеҙ.
Һағыҙҙың ҡатылығы йәнгә ятышлы булғас, ярты биҙрә самаһы һалҡын һыу һалабыҙ. Һағыҙҙы йыйып йомарлайбыҙ. Бына ошондай сөгөн туҙҙан бер күмәс саҡлы һағыҙ килеп сыға. Уны бауырһаҡ әҙерләгән кеүек бер сәйнәрлек ҡырҡымдарға бүләбеҙ. Ошо көршәктән яҡынса 300 сәйнәм һағыҙ сыға.
Ҡара һағыҙҙы һалҡын һыуҙа, һыуытҡыста һаҡлайҙар. Уны әллә нисә тапҡыр алып сәйнәргә була.
Рецепт Ғафури районынан Зәйтүнә инәй Сираеванан яҙып алынған.
Фото Р. Хисаева